Иҫкешәһәр
Төркиә ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫкешәһәр (тур. Eskişehir, тимәк, иҫке ҡала, eski — иҫке һәм şehir — ҡала) — Төркиә ҡалаһы. Шул исемле илдең һәм ҡала районының административ үҙәге. Халҡы: 789 750 кеше. Порсук йылғаһы буйында Анкаранан көнбайышҡа табан 250 км, Истанбулдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 350 км,Кютахьянан төньяҡ-көнсығышҡа табан 90 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Город | |
Эскишехир төр. Eskişehir | |
Ил |
ТөркиәТөркиә |
---|---|
Регион |
Центральная Анатолия |
Провинция |
Эскишехир |
Координаталар | |
Мэр | |
Элекке исеме |
Дорилея, Дорилей |
Бейеклеге |
763 м |
Климат тибы |
средиземноморский |
Халҡы | |
Милли состав |
крымские татары - 80%, турки, курды и др. |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 |
Телефон коды |
(+90) 222 |
Почта индексы |
26 xxx |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт | |
Дорилей (грек. Δορύλαιον) исеме менән булдырылған.
XIV быуат башында йәш Ғосман дәүләтенең иҫәп буйынса өсөнсө баш ҡалаһы була, хатта Эдирнены яулап ала. 1921 йылдың яҙында Греция ғәскәрҙәре кәмал Төркиә ғәскәрҙәрен ҡамап алырға һәм тар-мар итергә маташҡанда хәрби хәрәкәттәр үҙәгенә әүерелә. Был алыш гректар өсөн еңеү менән тамаланыуына ҡарамаҫтан, кәмалсы ғәскәр ҡамауҙан сыға алған, һәм был сиселеш һуғыштың артабанғы барышы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була.
Төрөк армияһы ҡалаға 1922 йылдың йәйендә әйләнеп ҡайта.