Фред Астер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фред Астер (ингл. Fred Astaire; тулы исеме Фредерик Аустерлиц, ингл. Frederick Austerlitz); 10 май 1899 йыл — 22 июнь 1987 йыл) — Америка актёры, бейеүсе, хореограф һәм йырсы, Голливуд йондоҙо, кинолағы музыкаль жанрҙарҙың мәшһүр бер оҫтаһы. Уның театр һәм кинематографиялағы эшмәкәрлеге 76 йыл арауығын ала. Был осор эсендә Астер 31 музыкаль фильмда уйнай.
Фред Астер | |
Fred Astaire | |
| |
Исеме |
Фредерик Аустерлиц |
---|---|
Тыуған көнө |
10 май 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
22 июнь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (88 йәш) |
Вафат урыны |
Лос-Анджелес, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр , йырсы, бейеүсе |
Карьераһы |
1904—1981 |
Наградалары |
Голливудтың дан аллеяһы, йондоҙ 6756 |
IMDb | |
Фред Астер Викимилектә | |
Фред Астер исеме йыш ҡына 1933 йылдан алып 1949 йылға тиклем музыкаль комедия жанрын «баштүбән әйләндергән» 10 фильмда бергә төшкән Джинджер Роджерс исеме менән бергә телгә алына. Бергәләп төшкән тәүге фильмы — 1933 йылда төшөрөлгән «Риоға осоу» (рус. «Полёт в Рио», ингл. «Flying Down to Rio») фильмы була. 1934 йыл төшөрөлөп, Фред менән Джинджер төп ролдә уйнаған «Ирҙән айырылған шаянҡай» («Весёлая разведённая», «The Gay Divorcee») фильмы икенсеһе була.
Баланчин, Нуриев… кеүек XX быуаттың иң бөйөк бейеүселәренә лә уның йоғонтоһо көслө була. Бынан тыш, Фред Астер мюзикл жанрына иң ныҡ йоғонто яһаусы бейеүсе булып иҫәпләнә, айырыуса, кинола һәм телевидениела. Америка кино сәнғәте институты (Американский институт киноискусства) булдырған Голливуд тарихындағы мәшһүр кино йондоҙҙары исемлегендә ул бишенсе тора.