Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир From Wikipedia, the free encyclopedia
Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы (12 август 1915 йыл — 28 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Өлкән лейтенант, пулемёт ротаһы командиры. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Мирғәй Әхмәй улы Фәрхетдинов | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||
Вафат урыны |
Украина ССР-ының Николаев өлкәһе Братский ауылы | |||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||
Ғәскәр төрө |
пехота | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1937—1944 | |||||
Хәрби звание | өлкән лейтенант | |||||
Командалыҡ итеү |
1041-се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы | |||||
Хәрби алыш/һуғыш |
Совет-фин һуғышы (1939—1940); Бөйөк Ватан һуғышы | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Мирғәй Әхмәй улы Фәрхетдинов 1915 йылдың 12 авгусында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы) Яңы Ҡаръяуҙы ауылында тыуған. Милләте башҡорт[2][3]
Атаһы вафат булғандан һуң, ҡартатаһында тәрбиәләнә. Мәктәпте тамамлағас, тимер юлда йөк ташыусы, бригадир булып эшләй[4].
1937 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ы Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң кесе лейтенанттар курстарын тамамлай.
1941 йылдан КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдан Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында хеҙмəт итə.
3-сө Украина фронтында 57‑се армияның 223-сө уҡсылар дивизияһы 1041-се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры була. 1944 йылдың 24 мартында өлкән лейтенант Мирғәй Фәрхетдинов үҙенең яугирҙары менән Украинаның Николаев өлкәһе Буг ауылы янында Көньяҡ Буг йылғаһын тәүгеләрҙән булып аша сыға. Был алышта Фәрхетдинов яраланһа ла, батальон Көньяҡ Буг йылғаһының уң яҡ ярында ныҡлап нығынғансы һуғышсыылар менән етәкселек итеүен дауам итә.
1944 йылдың 28 мартында Братский ауылының госпиталендә ҡаты яраларҙан вафат була[4][5].
«Советтар Союзы Геройы» исеменә Көньяҡ Буг йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң 1944 йылдың 3 июнендә лайыҡ була[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.