From Wikipedia, the free encyclopedia
Хоркина Светлана Васильевна (19 ғинуар 1979 йыл, Белгород, РСФСР, СССР) — Рәсәй гимнасы, бруста күнегеүҙәрҙә ике тапҡыр олимпия чемпионы (1996, 2000), 9 тапҡыр донъя чемпионы, шул иҫәптән абсолют беренселектә бруста күнегеүҙәрҙә биш тапҡыр, 13 тапҡыр Европа чемпионы (абсолют беренселектә өс тапҡыр). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1995).
Хоркина Светлана Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 ғинуар 1979[1] (45 йәш) |
Тыуған урыны | Белгород, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, спорт гимнасы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Спорт төрө | спорт гимнастикаһы[d] |
Ҡатнашыусы | gymnastics at the 2004 Summer Olympics – women's artistic individual all-around[d], 2000 йәйге Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы - ирекле күнегеүҙәр (ҡатын-ҡыҙҙар)[d], Спортивная гимнастика на летних Олимпийских играх 1996 — брусья[d] һәм Спортивная гимнастика на летних Олимпийских играх 2000 — разновысокие брусья (женщины)[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 164 сантиметр |
Хоркина Светлана Васильевна Викимилектә |
Спорт карьераһы тамамланғандан һуң, 2007 йылдан 2011 йылға тиклем — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт думаһының депутаты. 2012 йылдың октябренән — Рәсәй Федерацияһы Президенты эштәре менән контроль идаралығында референт, 2016 йылдың февраленән — ЦСКА начальнигының беренсе урынбаҫары (ФАУ МО ЦСКА), полковник (2018 йыл). Рәсәй Федерацияһының ғәмәли 3 класлы дәүләт кәңәшсеһе.
2021 йылда НТВ телеканалында "Маска" шоуында «Ҡара пантера» образында ҡатнаша.
Светлана Хоркина 1979 йылдың 19 ғинуарында Белгородта тыуған
Атаһы Хоркин Василий Васильевич төҙөүсе, әсәһе, Любовь Алексеевна балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Уның ата-әсәһе Саранск ҡалаһында йәшәгән (Мордва), атаһы эш эҙләп, Белгородҡа килгән, унда әсәһен дә күсереп алған, ул балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшкә урынлашҡан[3] Милләте буйынса — мордвалар[4]. Һеңлеһе — Юлия Васильевна Хоркина, спорт гимнастикаһы буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, апаһы яуаплы булған Белгород спорт гимнастикаһы мәктәбендә директор булып эшләй[5][6]
1983 йылда әсәһе 4 йәшлек Светлананың һаулығын нығытыу өсөн уны «Спартак» спорт һарайының спорт гимнастикаһы секцияһына алып килә.[5]
Тәүге тренеры Елена Андреевна Ткачева була. Һуңынан белгород тренеры Борис Пилкин етәкселеге аҫтында күнекмәләр үтә[6]
11 йәшендә гимнастика донъяһында «Комсомолка» тип аталған бөтә союз турнирында уңышлы сығыш яһай, шунан һуң СССР йәштәр йыйылма командаһы составына индерелә[5]
Юниорҙар араһында СССР беренселегендә еңеүсеһе булараҡ 1991 йылда уны СССР-ҙың спорт делегацияһы составына, йыл һайын үткәрелә торған тардицион «чемпиондар шоуында» ҡатнашыу өсөн — ҡалалар буйлап коммерция сәйәхәтенә индерәләр[5]
1992 йылдан Хоркина спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы булып тора.
Хоркина 1994 йылда Брисбенда донъя чемпионатында үҙенең тәүге еңеүен яулай: терәк һикереүҙә көмөш миҙалға һәм брустарҙа тағы көмөш миҙалға лайыҡ була. Шул уҡ йылда Европа чемпионатында уңышлы сығыш яһай. Бында ул төрлө бейеклектәге брустарҙа алтын миҙал һәм күпбәйгелә көмөш миҙал яулай. Хоркина шул уҡ йылда Изге ихтыяр уйындарында һәм командалы донъя чемпионатында ҡатнаша. Күпбәйгелә беренсе еңеүен 1995 йылда Европа кубогында яулай, һикереүҙә, брустарҙа һәм ирекле күнегеүҙәрҙә миҙал ала. Шул уҡ йылда донъя чемпионатының күпбәйгеһендә ул алтынға төп дәғүәселәрҙең береһе була, әммә икенсе урынды яулай. Брустарҙа күнегеүҙәр финалында Хоркина 9,90 баһа менән алтын миҙал яулай.
Олимпия уйындарына тиклем Светлана брустарҙа европа һәм донъя чемпионы титулын һаҡлай, Рәсәй командаһы составында Европа чемпионатының көмөш миҙал яулай, шулай уҡ терәк һикереүҙә бронза миҙал ала. Бүрәнән ҡолап төшөүе уға артабан миҙал өсөн көрәшкә ҡамасаулай һәм ул алтынсы урынды биләй.
Светлана Атлантала Уйындарҙа фаворит булып һанала. Брустарҙа шәхси ярыштарҙа алтын миҙалға лайыҡ була.
Киләһе 4 йыл дауамында Хоркинаның сығыштары тотороҡһоҙ була. 1997 йылда донъя чемпионатында Лозаннала ул брустарҙа сығыштарында юғары баһа алып, үҙенең тәүге абсолют донъя чемпионы титулын ала.
Киләһе ике йыл дауамында донъя чемпионатында Хоркина брустарҙа өҫтөнлөктө бирмәй һәм «Брустар королеваһы» тигән ҡушамат ала.
1998 йылда Европа чемпионатының күпбәйгеһендә еңеү яулай. 1999 йылда донъя чемпионатында ул күпбәйгелә фаворит статусында башлай, әммә миҙалһаҙ ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, брустарҙа ул еңеүҙәр серияһын дауам итә, дүртенсе тапҡыр рәттән донъя чемпионы титулын яулай.
Сиднейҙағы Олимпия уйындарында күпбәйгелә фаворит статусында башлай. Командалар беренселегендә Хоркина ҡатмарлы һикереүҙе башҡара, ул һуңынан Хоркина II тип атала. Шулай уҡ ирекле күнегеүҙәрҙә һәм брустарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, финалға сыға. Әммә финалда Хоркина брустарҙан йығылып төшә, һәм команда тик көмөш миҙал яулай.
Терәк һикереүҙәрҙә инцидент килеп сыға: һикереү өсөн ат норманан биш сантиметрға тәпәш ҡуйылған була, шуға күрә Хоркина ғына түгел, башҡа спортсылар ҙа хас булмаған хата яһай. Һөҙөмтәлә судья Светланаға һәм башҡа ҡатнашыусыларға һикереүҙе ҡабатларға рөхсәт итә, әммә башҡа снарядтарҙағы баһаларҙы төҙәтеүҙән баш тарта. Хоркина һикереүҙән баш тарта, күҙ йәшенә мансылып, майҙансыҡты ташлап китә һәм һөҙөмтә таблицаһында тик 10-сы урынды биләй.
Светлана брустарҙа олимпия чемпионы титулын һаҡлап ҡала.
2001 йылда донъя чемпионатында ул абсолют чемпион титулын яулай, шулай уҡ брустарҙа һикереү буйынса алтын ала. 5 донъя чемпионы титулы һәм 2 олимпия чемпионы титулы менән Хоркина бер снарядта иң титуллы гимнаст була. 1995 йылдан 2001 йылға тиклем брустарҙа ул донъя чемпионатының һәм олимпия уйындарының бөтә титулдарын яулай.
2002 йылда Хоркина Европа чемпионатында күпбәйгелә еңеү яулай. Анахаймда донъя чемпионатында быға тиклем бер ҡатын-ҡыҙ ҙа ала алмаған өсөнсө тапҡыр абсолют чемпион була.
Хоркина Уйындарҙың тағы фавориты була, был уның һуңғы Олимпиадаһы була. Күпбәйгелә һәм брустарҙа тик финалға сыға. Команда ярыштарында уның сығышы Рәсәйгә бронза миҙал яуларға ярҙам итә
Олимпия уйындарында күпбәйгелә көмөш миҙал яулай.
Главные соревнования | ||||||||||||||||||||||||||||
Кубок России | Чемпионат России | Чемпионат Европы | Чемпионат мира | Олимпийские игры | ||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Годы | Мног. | Брус. | Бр. | Пр. | ВоУ. | Мног. | Брус. | Бр | Пр. | ВоУ. | Мног. | Брус. | Бр | Пр. | Во. | Ком. | Мног. | Брус. | Бр | Пр. | ВоУ. | Ком. | Мног. | Брус. | Бр | Пр. | ВоУ. | Ком. |
1993 | — | 1 | 1 | 1 | 2 | 3 | — | — | — | |||||||||||||||||||
1994 | 3 | 1 | — | 1 | 1 | 2 | — | 2 | 1 | 5 | 5 | 8 | 2 | 9 | 2 | — | 2 | 8 | 3 | — | ||||||||
1995 | 1 | — | 1 | 1 | 1 | 2 | — | — | 2 | 1 | — | 5 | — | 4 | — | |||||||||||||
1996 | — | 2 | — | 6 | 1 | — | 4 | — | 2 | — | 1 | — | — | — | — | 15 | 1 | — | — | — | 2 | |||||||
1997 | 1 | 1 | — | 1 | 1 | — | — | 1 | 1 | 2 | 8 | 2 | 2 | — | ||||||||||||||
1998 | 1 | — | 1 | — | 1 | 1 | — | — | 1 | 2 | — | — | ||||||||||||||||
1999 | 2 | — | 1 | 1 | — | — | 3 | — | 12 | 1 | — | — | 3 | 2 | — | |||||||||||||
2000 | 1 | 1 | 1 | — | — | — | 1 | — | 1 | 1 | 1 | — | — | 1 | — | 10 | 1 | — | — | 2 | 2 | |||||||
2001 | 3 | — | — | — | 1 | 1 | — | 1 | 3 | 2 | — | |||||||||||||||||
2002 | — | 3 | — | 1 | 1 | 2 | — | 5 | 1 | — | 7 | 4 | — | — | — | — | ||||||||||||
2003 | 2 | 1 | 3 | — | 2 | 1 | 1 | 1 | 3 | 1 | — | 1 | — | — | — | — | 6 | — | ||||||||||
2004 | 1 | — | — | — | 1 | — | 3 | 4 | 1 | 3 | — | 7 | 3 | — | 2 | 8 | — | — | — | 3 |
Светлана Хоркина тренеры Борис Васильевич Пилкин уйлап сығарған түбәндәге гимнастика элементтарын тормошҡа ашыра:[6]
Брустарҙа ҡатмарлы комбинацияларҙә башҡарғаны өсөн рәсми булмаған «Брустар королеваһы» титулына лайыҡ була.
Светлана шулай уҡ ир-аттар журналы өсөн ҡыйыу фотосессияларҙа ҡатнашҡаны өсөн рәсәй спортының рәсми булмаған секс-символы титулын ала[7].
1999 йылда Белгород дәүләт университетының физик культура факультетын тамамлай, физик культура уҡытыусыһы[8].
2002 йылдың ғинуарынан Рәсәй дәүләт физик культураһы академияһында «Теоретическое изучение техники спортивно-гимнастических упражнений с применением линейно-разветвленного дидактического программирования» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, педагогия фәндәре кандидаты.[9]
2003 йылдың октябрь айында ТНТ телеканалында Николай Басков киткәс, «Дом-1» телетапшырыуын алып бара[10]. Программаның финалын ноябрь айында инде Дмитрий Нагиев алып бара.
2003 йылда «Берҙәмлек һәм Ватан», һуңынан «Берҙәм Рәсәй» партияһына инә[11].
2004 йылдың көҙөндә спорт карьераһын тамамлай.
2004 йылдан Рәсәй спорт гимнастикаһы Федерацияһының вице-президенты. .
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. 2007 йылдың декабрендә Дәүләт думаһының V саҡырылыш депутаты
Дәүләт думаһында эшләгән ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай[12].
2010 йылдың 26 июленән — мәҙәниәт буйынса Патриарх советы ағзаһы (Рус православ сиркәүе)[13].
2012 йылдың 6 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты эштәре менән контроль идаралығында референт[14].
Запастағы подполковник дәрәжәһенә эйә. Рәсәй оборона министры Сергей Шойгуның 2016 йылдың февралендәге бойороғо менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Автономиялы учреждениеһы «Армияның Үҙәк спорт клубы» начальнигының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
2016 йылдың сентябрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының VII саҡырылыш дәүләт думаһына һайлауҙарҙа ышаныслы кешеһе була. 2018 йылда сираттағы «полковник» хәрби дәрәжәһе бирелә[15].
Ордендары:
Миҙалдары:[19]
Башҡа наградалары:
2000 йылдар башында актриса һәм режиссёр Вера Глаголеваның ире миллиардер Шубский Кирилл (1964 йылғы) менән яҡын мөнәсәбәттә булған. Ул уның менән үҙ-ара мөнәсәбәте тарихын автобиографик «Кульбиттар ҡаҙауҙа» китабында тасуирлай[23].
Улы — Хоркин Святослав Кириллович, 2005 йылдың 21 июлендә АҠШ гражданлығы алып, Лос-Анджелеста тыуған. Шубский мөнәсәбәттәрен асып һалырға тырышмаған, һәм Хоркинаға мөмкин тиклем алыҫ китергә һәм йөклөлөлөг тураһында береһенә лә хәбәр итергә ҡушмаған. Хоркина ят исем аҫтында Cedars-Sinai Medical Cente клиникаһында баланы таба[24]. Бала тыуғандан һуң киң мәғлүмәт саралары өсөн атаһы ролен голливуд актёры Леван Учанейшвили үҙ өҫтөнә ала, әммә һуңынан асыҡланыуынса, был бары тик күҙ буяу була[7] . 2011 йылда Хоркинаның атаһы Светлананың улының атаһы — эшҡыуар Шубский Кирилл тип белдерә[7][25].
2011 йылдың апрелендә Хоркина 55 йәшлек Олег Кочновҡа кейәүгә сыға[7] Олег Кочнов Федераль таможня хеҙмәтендә һәм наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса Федераль хеҙмәттә эшләй, запастағы генерал[26][27]. Отсавкаға киткәс, Амур өлкәһендә губернатор ярҙамсыһы вазифаһын биләй, һуңынан — Амур өлкәһендә РФ президенты ҡарамағындағы вәкиллек етәксеһе.
Светлана Мәскәүҙең Яңы Мәскәү округында Ватутинкала үҙ йортонда йәшәй (2012 йылдың 1 июленә тиклем — Мәскәү өлкәһенең Ленин районы, Троицк ҡалаһынан алыҫ түгел), гимнастар шөғөлләнгән ЦСКА уҡыу-спорт базаһындағы «Ватутинканың» спорт залы менән йәнәш[28].
Һеңлеһе — Хоркина Юлия Васильевна. Спорт гимнастикаһы буйынса халыҡ-ара класлы Рәсәй спорты мастеры. 2001, 2002, 2003 йылдарҙа спорт гимнастикаһы буйынса команда беренселегендә Рәсәй чемпионы, бөтә донъя универсиадаһының бронза призеры. 2011 йылдан Белгород өлкәһендә атҡаҙанған Рәсәй тренеры Борис Васильевич Пилкин исемендәге Дәүләт бюджет учреждениеһы 3 -сө спорт мәктәбе директоры[29].
Реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән."Чемпиондар: Тиҙерәк. Юғарыраҡ. Көслөрәк" кинотаҫмаһының геройҙарының береһе була.
«Гимнастар» сериалында гимнаст сифатында телгә алына (Or Make It It Break, III миҙгелдең 4-се эпизоды).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.