Сочи
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Со́чи — Краснодар крайындағы ҡала. Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан. Рәсәйҙең һәм Европаның иң ҙур шифахана-ҡалаһы.

Сочиҙа 360 мең кеше йәшәй, Көньяк федераль округы ҡалалары араһында Дондағы Ростов, Волгоград, Краснодар һәм Әстрәхәндан һуң 5-се, Рәсәй Федерацияһы буйынса 49-сы урында. Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан ҡалалар араһында ла шулай уҡ 5-се урында тора, унан алда Одесса, Самсун, Трабзон һәм Севастополь килә.
Сочи 4 районға бүленә:
- Үҙәк
- Хоста
- Адлер
- Лазарев
Remove ads
Климаты
Максимальная и минимальная среднемесячная температура[2]
Remove ads
Иҡтисад
Сочи иҡтисады нигеҙендә саүҙа (59 %), төҙөлөш (15%), курорт һәм туризм (11%),сәнәғәт (10,6%) секторҙары тора [3]. Ҡалала донъяла танылыу тапҡан ҡунаҡхана селтәре эшләй (Swissotel, Rezidor, Hyatt, Accor, Marriott, Rixos).[4]. Сочиҙа күп ҡунаҡханалар һәм шифаханалар бар. Ҡалала шулай уҡ эшләй:
- Ит комбинаты
- Балыҡ консервалары комбинаты
- Адлер ҡошсолоҡ фабрикаһы
- Форель балығын етештереү комбинаты
- Диңгеҙ яны ҡошсолоҡ фабрикаһы
- Дагомыс сәй фабрикаһы
- Лазарев кораблдәр төҙөү верфы
- Сочи ремонт-механик заводы
- Сочиморстрой
- Икмәк комбинаттары (Сочи, Адлер, Дагомыс)
Сочи эргәһендә цитрус, сәй, фейхоа, мушмулла, киви үҫтерәләр.
![]() | ![]() | ![]() | ![]() |
«Черноморье» шифаханаһы | Орджоникидзе шифаханаһы | «Приморская» шифаханаһы | «Сочи-Бриз-Отель» шифаханаһы |
Ҡалала Адлер ТЭС-ы һәм Сочи ТЭС-ы эшләй.
Remove ads
Фән һәм мәғариф
- Сочи дәүләт университеты
- Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университының филиалы
- Рәсәй фәндәр академияһының Сочи ғилми-тикшеренеү үҙәге (НИЦ РАН)
- Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ғилми-тикшереү үҙәге
- Рәсәй Тәбиғи ресурстар министрлығының урман ғилми-тикшеренеү үҙәге
- Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының ғилми-тикшеренеү үҙәге
- Курортология һәм реабилитация ғилми-тикшеренеү үҙәге
Ҡаланың дуҫлыҡ бәйләнештәре
Сочи ҡалаһында вәкиллектәр
Башҡортостан (бөтөрөлгән)
Чечен Республикаһы 2011 йылдан
Әрмәнстан
Италия
Төрлө ҡалалар менән бәйләнештәр
- 2017 йылдың мартында Сочи менән Өфө араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был үҙ-ара файҙалы проекттар әҙерләүгә, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарын, инвестиция һәм инновация эшмәкәрлеге өлкәһендә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса тәжрибә алмашыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ килешеү бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм үҫтереүгә ярҙам итәсәк[5].
Remove ads
Карталар
- Лист карты K-37-20 Сочи. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1981 г.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads