Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Сою From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәсәнов Сафа Хөзәм улы (26 июнь 1916 йыл — 24 сентябрь 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944)[2].
Хәсәнов Сафа Хөзәм улы | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өмөтбай ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, | ||||
Үлгән ваҡыты |
24 сентябрь 1973 (57 йәш) | ||||
Вафат урыны |
Йәлембәт ауылы, | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | ||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1938—1946 | ||||
Хәрби звание | |||||
Часть | |||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Сафа Хөзәм улы Хәсәнов 1916 йылдың 26 июнендә [3]Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өмөтбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1] тыуған.
Мәктәптә 7 класс тамамлай. Башҡорт. КПСС ағзаһы. Бригадир, хисапсы, колхоз рәйесе булып эшләгән. Стерлетамаҡта совет-партия мәктәбен тамамлаған.
1938—1940 йылдарҙа һәм 1941 йыллың декабренән алып Ҡыҙыл Армияла. Сафа Хөзәм улы 1942 йылдың майынан, кесе лейтенант курстарын тамамлағандан һуң, фронтҡа
саҡырыла.
Миномёт взводы командиры гвардия кесе лейтенанты С. Х. Хәсәнов Гомель өлкәһе Брагин районын азат иткән осорҙа батырлыҡ күрһәткән.
1943 йылдың 27 сентябрендә взвод тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһын аша сыға, баҫып алынған плацдармда дошмандың өс ут нөктәһен туҡтатып, эскадронға Днепр йылғаһын аша сығырға мөмкинлек бирә. Нивки ауылы өсөн һуғышта дошмандар уратып алған взвод сәғәт ярым дауамында дошман һөжүмен батырҙарса кире ҡаға[4].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы «Фронтта немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштең хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шунда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия кесе лейтенанты Хәсәнов Сафа Хөзәм улына, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[5].
1946 йылдан алып өлкән лейтенант Хәсәнов С. Х. - запаста, 1969 йылға тиклем Стәрлебаш районында колхоз, ауыл советы рәйесе булып эшләй.
1973 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылында вафат була һәм ерләнә.
Был бүлек тамамланмаған. |
«Советтар Союзы Геройы» исеме 1944 йылдың 15 ғинуарында бирелә.
Был бүлек тамамланмаған. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.