Европа берләшмәһе менән Черногория араһындағы мөнәсәбәттәр 2006 йылда дәүләт төҙөлгәндән һуң урынлаша 2005 йылдың ноябрендә. Сербия һәм Черногория дәүләт союзы Европа берләшмәһенә ҡушылыу процесын илде тотороҡландырыу һәм ассоциация процесына инеү мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәрҙән башлай. 2006 йылдың майында Черногория бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум үткәрә, үҙаллы дәүләткә әүерелә һәм 2006 йылдың сентябрендә Европа союзы менән үҙ һөйләшеүҙәрен башлай. 2007 йылдың 15 октябрендә стабилләштереү һәм ассоциациялар тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. 2010 йылда ил кандидат статусын ала. Шул ваҡыттан башлап ил үҙенең ҡануниәтен Европа берләшмәһе талаптарына тап килтерә башлай.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт ...
Черногорияның Европа берлегенә инеүе
Thumb
Дәүләт  Черногория
Thumb
Ябырға

2018 йылдың февралендә баҫылған Европа союзы стратегияһында билдәләнеүенсә, Черногория менән Сербия 2025 йылда Европа союзына инеүгә «потенциаль әҙер» булған фавориттар булып тора[1].

Тарихы

Черногория Европа берләшмәһенә ағзалыҡҡа кандидат булып тора. Черногория — Союзға инеүгә кандидат. Илдең бойондороҡһоҙлоғон бөтә Европа союзы дәүләттәре танығандан һуң, уның ҡабул ителеү мөмкинлектәрен Европа берлеге Советы 2006 йылдың июнендә раҫлай. 2007 йылдың 5 октябрендә Черногория тотороҡлолоҡ һәм ассоциациялар тураһында килешеүгә һәм сауҙа мәсьәләләре буйынса ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуя. Беренсеһе 2010 йылдың 1 майында, икенсеһе 2008 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инә. Ваҡытлы килешеү Черногорияға һәм ЕС-ҡа ул ваҡытта ратификация процедураһы үткән ассоциация тураһындағы килешеү положениеларын ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Яҡтар араһында реадмиссия тураһында килешеү көсөнә 2008 йылдың ғинуарында инә. Шул ваҡытта уҡ Черногория һәм Шенген киңлеге (килешеүе) араһында визаларҙы бөтөрөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Үҙенең практик ҡушымтаһын ул 2009 йылдың декабрендә ала, Черногория граждандары Шенген килешеүе илдәренә визаһыҙ инеү хоҡуғы бирелә.

2008 йылдың 15 декабрендә Черногория рәсми рәүештә Европа берләшмәһенә инеүгә ғариза бирә[2]. 2009 йылдың 22 июлендә Европа комиссары Оли Рен Черногория властарына һорау алыу ҡағыҙы тапшыра, уның бурысы — илдең Европа берләшмәһе ағзаларына йөкмәтелгән йөкләмәләрҙе үтәү әҙерләү тураһында доклад әҙерләргә ярҙам итеү. Һорау алыу ҡағыҙы Европа ҡануниәтенең бөтә өлкәләренә һәм Копенгаген критерийҙарына ҡараған 2178 һорауҙан тора. Һорауҙарға яуап Европа комиссияһының Черногорияның ағзалыҡ перспективаһы тураһындағы ҡарары өсөн нигеҙ булырға тейеш[3]. 9 декабрҙә премьер-министр Мило Джуканович Европа комиссияһына ҡуйылған һорауҙарға яуаптар ебәрә[4].

2010 йылдың 9 ноябрендә Европа комиссияһы дәүләттең ағзалыҡ тураһында рәсми һөйләшеүҙәр башлау өсөн кәрәкле ҡаҙаныштарын билдәләп үтә һәм Черногорияға кандидат-ил статусын бирергә тәҡдим итә[5]. 2010 йылдың 17 декабрендә Черногория Европа берләшмәһенә рәсми кандидат статусы ала[6]. 2012 йылдың 29 июнендә һөйләшеүҙәр башлана.

2012 йылдың 10 октябрендә Европа комиссияһы Черногория тураһында сираттағы доклад баҫтыра. Ул һөйләшеүҙәрҙән һуң беренсеһе була. Комиссия, ил баҙар иҡтисадын булдырыуын дауам итә, кандидаттарҙың сәйәси критерийҙарына яуап бирә һәм Европа берләшмәһенә ағзалыҡ бурыстарын үҙ өҫтөнә алыу мөмкинлеген арттыра, тип һығымта яһай.

Европа союзы — Черногорияның төп сауҙа партнеры. 2009 йылда илгә импорттың 40 проценттан ашыуы һәм экспорттың 48 проценты Европа берләшмәһе менән бәйле була. Берләшмәнең финанс ярҙамын Черногория 1998 йылдан алып ала. 1998 йылдан 2006 йылға тиклем Черногорияға 277,2 миллион евро бирелә, ә 2007—2013 йылдарҙа 235,7 млн евро берләшеүгә әҙерләнеү өсөн ала.

Программаға инеү мөхите буйынса Европа институтының интеграцияһындағы тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашыуы, өсләшеү, Серияның үҙгәреүенә булышлыҡ итә[7]. Ассоциация тураһындағы килешеү Черногорияға берләшмә программаларында ҡатнашырға мөмкинлек бирә. 2007—2013 йылдарҙа ил өс программала: Тикшеренеүҙәр һәм технологик үҫеш буйынса етенсе рамлы программала, Эшҡыуарлыҡ һәм инновациялар программаһында һәм Мәҙәниәт буйынса программала ҡатнаша[8].

2013 йылдың авгусында «Евробарометр» үткәргән социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Черногория граждандарының күпселеге илдең Европа берләшмәһенә инеүен хуплай, әммә 2013 йылдың яҙынан уны яҡлаусыларҙың һаны 50 проценттан түбән була. Әммә һорау алыусыларҙың күпселеге илдең файҙа аласағына ышана(54 %), 30 % кире фекерҙә (алдағы һорау алыу менән сағыштырғанда +5 %)[9].

2017 йылдың 5 июнендә Черногория НАТО-ға рәсми рәүештә инә.

Евроны бер яҡлы индереү

Черногорияның милли валютаһы юҡ. Сербия һәм Черногория дәүләт союзы составында рәсми валюта булып Югославия динары тора. 1999 йылдың ноябрендә Черногория хөкүмәте бер яҡлы тәртиптә динар менән бер рәттән әйләнешкә немец маркаһын индерә. 2001 йылдың 1 ғинуарында динар Черногорияла законлы түләү сараһы булыуҙан рәсми рәүештә туҡтай[10][11]. Немец маркаһын евро алмаштыра һәм ҡулланыла башлай[12][13]. Европа комиссияһы һәм Европа Үҙәк банкы евроны бындай бер яҡлы индереү билдәләнгән процедураға һәм Европа ҡануниәтенә тап килмәй тип белдерә[14]. Евросоюз Маастрихт критерийҙарын теүәл үтәүҙе талап итә (мәҫәлән, ике йылға Европа курсы механизмында ҡатнашыу[15]). Черногорияға евронан баш тартырға һәм Евросоюзға, ә һуңынан Еврозонаға инеү өсөн үҙ валютаһын индерергә кәрәкме тигән һорау әлегә тиклем хәл ителмәгән[16].

Һөйләшеүҙәр барышы

Тулыраҡ Бүлектәр, Һөйләшеүҙәр алдынан баһа ...
Бүлектәр Һөйләшеүҙәр алдынан баһа Бүлек асыҡ Бүлек ябыла
1. Тауарҙарҙың ирекле хәрәкәте Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2017-06-20[17] -
2. Эшсе көсөнөң ирекле күсеп йөрөүе Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2017-12-11[18] -
3. Хеҙмәттәр булдырыу һәм хәрәкәт итеү азатлығы Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2017-12-11[18] -
4. Капиталдың ирекле хәрәкәте Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2014-06-24[19] -
5. Дәүләт һатып алыуҙары Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2013-12-18 -
6. Корпоратив хоҡуҡ Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2013-12-18 -
7. Интеллектуаль милек хоҡуғы Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2014-03-31 -
8. Конкуренция сәйәсәте Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2020-06-30 -
9. Финанс хеҙмәттәре Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2015-06-22 -
10. Мәғлүмәт йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2014-03-31 -
11. Ауыл хужалығы һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2016-12-13[20] -
12. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, ветеринария һәм фитосанитария сәйәсәте Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2016-06-30[21] -
13. Балыҡсылыҡ Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2016-06-30[21] -
14. Транспорт сәйәсәте Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2015-12-21[22] -
15. Энергетика Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2015-12-21[22] -
16. Һалым Етди проблемалар юҡ 2015-03-30[23] -
17. Иҡтисади һәм аҡса-кредит сәйәсәте Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2018-06-25[24] -
18. Статистика Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2014-12-16[25] -
19. Социаль сәйәсәт һәм мәшғүллек Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2016-12-13[20] -
20. Сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ Етди проблемалар юҡ 2013-12-18 -
21. Трансъевропа селтәрҙәре Реформаларҙы дауам итеү кәрәк 2015-06-22 -
22. Төбәк сәйәсәте һәм структура инструменттарын яйлау Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2017-06-20[17] -
23. Суд һәм төп хоҡуҡтар Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2013-12-18 -
24.Ғәҙеллек, азатлыҡ һәм именлек Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2013-12-18 -
25. Фән һәм тикшеренеүҙәр Етди проблемалар юҡ 2012-12-18 2012-12-18[26]
26. Мәғариф һәм мәҙәниәт Етди проблемалар юҡ 2013-04-15 2013-04-15[27]
27. Тирә-яҡ мөхит һәм климаттың үҙгәреүе Европа берлеге ҡануниәтенә тулыһынса тап килмәй 2018-12-10[28] -
28. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау Необходимы дальнейшие реформы 2014-12-16[25] -
29. Таможня берлеге Етди проблемалар юҡ 2014-12-16[25] -
30. Тышҡы бәйләнештәр Етди проблемалар юҡ 2015-03-30[23] 2017-06-20[17]
31. Тышҡы сәйәсәт, оборона һәм хәүефһеҙлек сәйәсәте Етди проблемалар юҡ 2014-06-24[19] -
32. Финанс контроле Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк 2014-06-24[19] -
33. Бюджет мәсьәләләре Етди проблемалар юҡ 2014-12-16[25] -
34. Институттар Юҡ - -
35. Башҡа мәсьәләләр Юҡ - -
Үҙгәреш 33-тән 33 33-тән 3
Ябырға

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.