НАТО

халыҡ-ара хәрби-сәйәси блок From Wikipedia, the free encyclopedia

НАТО
Remove ads

Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы , Инглиз аббревиатураһынан НА́ТО, Төньяк Атлантик Альянс (ингл. North Atlantic Treaty Organization, NATO; франц. Organisation du traité de l'Atlantique nord, OTAN) — хәрби сәйәси блок. Европалағы күпселек илдәрҙе, АҠШ һәм Канаданы берләштерә. 1949 йылдың 4 апрелендә «Европаны Советтарҙан һаҡлау өсөн» төҙөлә[1][2].

Ҡыҫҡа факттар Ағза, Штаб-фатир ...

Башта 12 илдән тора: АҠШ, Канада, Исландия, Бөйөк Британия, Франция, Бельгия, Нидерланд, Люксембург, Норвегия, Дания, Италия һәм Португалия.

2015 йылдың ноябрендә НАТО саммиты Төркиәнең Анталья ҡалаһында булды.

Remove ads

Маҡсаттары

Thumb
НАТО илдәре саммиты, 2002

1949 йылғы Төньяҡ Атлантика килешеүе буйынса, НАТО үҙ алдына « Төньяҡ Атлантика регионында тотороҡлолоҡ һәм тормош кимәлен яҡшыртыу» маҡсатын ҡуя. «Ҡатнашыусы илдәр коллектив хәүфһеҙлек һәм тыныслыҡ менән хәүфһеҙлекте булдырыу өсөн көстәрен берләштерҙе»[3].

Дөйөм алғанда был блок «Советтар тыуҙырған хәүефте кире ҡағыу өсөн» булдырылған[~ 1]. Берләшмәнең тәүге генераль секретары Исмэй Гастингс әйтеүенсә, НАТО-ның маҡсаты-: «…рустарҙы ситтә, американдарҙы — эстә , немецтарҙы — аҫта» тотоу[4][5]. (Нисек сәйер тойолмаһын, Германияла бөгөн: «Элекке ГДР армияһы- һуңғы немец армияһы ине. Ул ысын мәғәнәһендә яҡшы әҙерләнгән, ҡоралланған етди хәрби көс ине»,-тигән фекер таралған).

НАТО-ның 2010 йылғы стратегик концепцияһы буйынса: «Әүҙем ҡатнашыу, заманса оборона» өс принциптан ғибәрәт — коллектив оборона, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында идара итеү һәм хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән хәүфһеҙлек[6].

2015 йылдың урталарына НАТО СССР агрессияһын төп хәүеф итеп иҫәпләүгә кире ҡайтты, тик хәҙер Рәсәй Федерацияһының көтмәгәндә ябырылыуы тигән хәүеф уның урынын алды тигән фекер ҙә бар[7].

2016 йылдың июлендәге НАТО саммитында Рәсәй НАТО өсөн иң ҙур ҡурҡыныс сығанағы тип атала[8].

НАТО-ның хәрби көстәре:

  • был блок етәкселегенә тапшырып ҡуйылған берҙәм хәрби көстәр (ОВС);
  • ил етәкселеге ҡулы аҫтындағы хәрби көстәр.
Remove ads

Ағзалары

Remove ads

НАТО генераль секретары

НАТО генераль секретары (ингл. Secretary General of NATO, франц. Secrétaire général de l'OTAN) — халыҡ-ара дипломатия хеҙмәткәре, Төньяҡ Атлантика Альянсының рәсми етәксеһе. Вазифа буйынса, ул Төньяҡ Атлантик Советын (ингл. North Atlantic Council, NAC) етәкләй һәм ойошманың бөтә эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә. Шулай уҡ НАТО-ның генераль секретары НАТО ғәскәрен етәкләй.

2009—2014 йылдар.НАТО-ның генераль секретары Андерс Фог Расмуссен

2009 йылдың 1 авгусынан (Урағайынан) 2014 йылға тиклем НАТО генераль секретары — Андерс Фог Расмуссен (дан. Anders Fogh Rasmussen, 26 ғинуар 1953), Данияның элекке премьер-министры.

Фермер ғаиләһендә тыуған. Голландия кешеһе Яап де Хооп Схефферҙан һуң, 2009 йылдан Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) Генераль секретары.

Региональ етәкселек

Европала союз командованиеһына ике региональ командование инә :

  • Төньяҡ Европаның союздаш көстәре — Бельгия, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Люксембург, Нидерланд, Норвегия, Польша һәм Чехия. Штаб-квартираһы Брюнсюм ҡалаһында урынлашҡан (Нидерланд) ( 1993 йылға тиклем — Төньяҡ армиялар төркөмө)  ;
  • Көньяҡ Европаның союздаш көстәре — Венгрия, Греция, Италия, Испания һәм Төркиә. Штаб-квартираһы Неаполь ҡалаһында , Италия.

Атлантикала Юғары командование биш штабтан тора:

  1. Көнсығыш Атлантика,
  2. Көнбайыш Атлантика,
  3. Көньяҡ Атлантика,
  4. Удар флоты,
  5. Союздың Һыу аҫты караптары менән етәкселеге.

НАТО –ның рәсми телдәре— инглиз һәм француз телдәре. Европалағы НАТО Берҙәм Ҡораллы Көстәренең Юғары командованиеһы Бельгияның Монс ҡалаһында урынлашҡан.

Финанс мәсьәләһе

Рәсми билдәләнмәһә лә, союз ағзалары оборонаға ВВП-ның 2 % тотонорға тейеш [10]. Тик берләшәмә ағзалары булған 25 Европа иленән был талапты тик Бөйөк Британия, Польша, Греция һәм Эстония ғына үтәй. 2013 йылда Европа дәүләттәре хәрби бюджетҡа уртаса 1,4 % ҡына аҡса бүлде. Был Европалағы финанс көрөсөгөнә бәйле булды. АҠШ 2013 йылда ил ВВП-һының 4,4 % хәрби мәнфәғәттә тотондо. 1995 йылдан 2013 йылғаса АҠШ-тың НАТО-ға индергән өлөшө 59 % -тан 72 % -ҡа тиклем артты[10].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads