Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты
Рәсәйҙәге халыҡ-ара хөкүмәт-ара ғилми-тикшеренеү ойошмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты (рус. Объединённый институт ядерных исследований, ОИЯИ) — Мәскәү өлкәһе Дубна наукоградында (фән ҡалаһында) урынлашҡан халыҡ-ара хөкүмәт-ара ғилми-тикшеренеү ойошмаһы. Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институтын уның 18 ағза дәүләте ойоштора. Теоретик һәм эксперименталь тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре — ядро физикаһы, элементар киҫәксәләр физикаһы һәм матдәнең конденсат хәлен өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр.
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1956 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ОИЯИ, JINR, ICIN, ОІЯД, ZIBJ, ՄՀՄԻ, ОИЯИ, АІЯД һәм ZIJR |
Нигеҙләүсе | Георгий Николаевич Флёров[d] |
Дәүләт |
Рәсәй СССР |
Административ-территориаль берәмек | Дубна |
Ойошма ағзаһы | arXiv.org[d][1] |
Милке | NICA[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Дубна, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Диапазон IPv4 | 159.93.0.0/16[2] |
Рәсми сайт | jinr.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Сотрудники Объединённого института ядерных исследований[d] |
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты Викимилектә |
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институтында Химик элементтарҙың периодик системаһының СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә асылған бөтә трансуран элементтары синтезлана һәм башҡа илдәрҙә асылған трансуран элементтарының күпселеге ҡабатлап синтезлана. Яңы элементтарҙы синтезлау буйынса 1991 йылға тиклем өлгәшелгән ҡаҙаныштар фәнни асыш тип таныла һәм СССР Дәүләт асыштар реестрына индерелә[3], шулай уҡ бик күп яңы элементтарҙың асылыуы донъяла рәсми рәүештә Институтҡа һәм илгә беркетелә. Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты нигеҙләнгән ваҡыттан алып донъяла асылған 18 элементтың уныһы ошо нститутета табылған[4].
Халыҡ-ара теоретик һәм ҡулланма химия берлегенең 105-се элементҡа Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты урынлашҡан ҡала хөрмәтенә — дубний, ә 114-се элементҡа институтты нигеҙләүселәрҙең береһе, күп йылдар буйы был Институттың Ядро реакциялары лабораторияһы етәксеһе булған академик Г. Н. Флёров (уның етәкселеге осоронда бында 102-нән башлап 110-ға тиклем номерлы элементтар синтезлана) хөрмәтенә флеровий тигән исем биреүен Институт ғалимдарының хәҙерге физика һәм химия фәненә индергән ҙур өлөшөн таныу билдәһе тип иҫәпләргә кәрәк.