From Wikipedia, the free encyclopedia
Якутяндар (Лена крәҫтиәндәре, Ленала борондан йәшәгәндәр) — урыҫтарҙың этнографик төркөмө. Себерҙәге тәүге күскенселәр вариҫтары, улар унда XVIII быуатта барып сыҡҡандар һәм сахалар (яҡуттар) менән ҡатнашҡандар.
Үҙ атамаһы | |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 49 человек,в том числе: 46 чел. — якутяне, 3 чел. — ленские старожилы (перепись 2002 года)[1][2][3]
| |
Тел | |
Дин |
православие |
Халыҡ | |
Килеп сығышы |
Якутяндарҙың формалаша башлауы XVIII быуаттың 70-се йылдарына тап килә, нәҡ ошо ваҡытта урыҫ крәҫтиәндәре һәм ямсыларының ҙур булмаған төркөмдәре (Илим һәм Иркутск күскенселәре, улар, үҙ сиратында, Европа Төньяғынан һәм Төньяҡ Урал алдынан күсеп килгәндәр) Лена йылғаһы буйлап, уның үрге һәм урта ағымында, төпләнә башлайҙар. Урындағы халыҡ менән ҡушылып, (XIX быуаттың башында уҡ «атаһы яғынан урыҫ булыуға ҡарағанда әсәһе яғынан күберәк яҡуттар булған»), урыҫ (Яҡут һәм Олекма округтары) крәҫтиәндәре яйлап үҙ мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалталар һәм яҡут мәҙәниәтен үҙләштерәләр, XIX быуаттың аҙағында уларҙың яртыһы хатта урыҫса һөйләшмәй. XX быуатта урыҫ халҡы күпләп килеүе арҡаһында субэтноста яҡут компоненты бер аҙ кәмей. Ғәҙәттә, урыҫтар яҡуттар менән аралашып, ямсы ауылдарында төпләнәләр.
Лена крәҫтиәндәре шулай уҡ Себер төньяҡ-көнсығышы урыҫтарының башҡа төркөмдәренең формалашыуында ла ҡатнашалар. XVIII быуаттан урыҫтарҙың икенсе тулҡыны төркөмдәре билдәле — анадырҙар, гижигандар, камчадалдар. XIX быуатта Якутия урыҫтары араһында усть-оленек, усть-ян, верхоян, русскоустьин (индигирсылар, русскоустьиндар), усть-елон һәм колыма кешеләре айырылып тора. Улар араһынан усть-ян һәм усть-оленектар яҡуттар һәм эвенктар тарафынан ассимилияцияланған, ә русскоустьиндар һәм колымалар үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған үҙенә башҡа урыҫ төркөмдәрен булдыралар[4].
Әлеге ваҡытта якутяндар (Яҡутстандың Якутск, Олекма һәм Хангалас улустары районындағы ауыл халҡы) XX быуаттағы урыҫ күскенселәре тарафынан тулыһынса ассимиляцияланған тиерлек, якутяндарҙың күпселеге саха телен белә, шул уҡ ваҡытта йыш ҡына туған теле булараҡ урыҫ телен һайламайҙар, көндәлек тормошта ҡайһы берҙә ҡатнаш тел һәм төньяҡ урыҫ һөйләштәрҙең үҙенсәлектәрен ҡулланалар. Башҡа урыҫ төркөмдәренән күҙгә күренгән айырмалыҡтары юҡ. Үҙаңдары башлыса урыҫ, бер өлөшө үҙҙәрен Яҡут казак полкы вариҫтары тип һанай. Якутиялағы урыҫтар Лена крәҫтиәндәренең вариҫтарын сахалар (саха — яҡуттарҙың үҙенә биргән исеме), һуңғы ваҡытта сахалар тип ҡатнаш никахҡа ингән урыҫтарҙы, украиндарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен дә исемләйҙәр. Якутяндар этнохоронимы менән хәҙерге ваҡытта, этник сығышын иҫәпкә алмайынса, Яҡутстандың бөтә халҡын йәки Якутск ҡалаһының халҡын исемләйҙәр[5]. Бөтә урындағы киң мәғлүмәт сараларында «Яҡутстан халҡы» «якутяндар» мәғәнәһенә тап килә[6][7].
Рәсәй дәүләт статистика комитетының 2002 йылдың 2 сентябрендәге 171-се һанлы ҡарары ярашлы Рәсәй телдәре һәм милләттәренең алфавит тәртибендәге исемлегенә (Рәсәй Федерацияһының фәндәр академияһы этнология институты тарафынан төҙөлгән) якутяндар һәм Ленала борондан йәшәгән кешеләре индерелгән[8]. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡыттында якутяндар тип үҙҙәрен 46 кеше таный, ә Ленала борондан йәшәгән кешеләр тип — 3 кеше[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.