Саха Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Саха Республикаһы
Remove ads

Саха́ Республикаһы, Яҡутстан (саха Саха Өрөспүүбүлүкэтэ, Саха Сирэ) — Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә булған дәүләт (республика), Рәсәй субъекты, Алыҫ Көнсығыш федераль округына инә.

Ҡыҫҡа факттар
Ҡыҫҡа факттар Тышҡы аудиофайлдар ...

Майҙаны буйынса Рәсәй Федерацияһының иң ҙур регионы; шулай уҡ Яҡутия — донъяла иң ҙур административ-территориаль берәмек. Баш ҡалаһы — Яҡутск.

1922 йылдың 27 апрелендә төҙөлгән.

Remove ads

География

Сиктәре

Ентеклерәк мәғлүмәт Яҡ, Рәсәй Федерацияһының региондары ...

Яҡутияның яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 4 500 километрҙан артығыраҡ. Яҡутияның 2/5 өлөшө төньяҡ поляр түңәрәк артында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа хәтле оҙонлоғо — 2 500 км, көнсығыштан көнбайышҡа — 2 000 км.

Рельеф

Thumb
Яҡутск янында Лена йылғаһы

Яҡутияның 2/3 өлөшөн тауҙар биләй. Иң бейек нөктәһе — Еңеү түбәһе (3147 м, башҡа мәғлүмәттәрҙә — 3 003 м; Черский тау һыртында урынлашҡан), йәки Мус-Хая тауы (2959 м, икенсе мәғлүмәттәр буйынса 3 011 м). Республикала шулай уҡ Үрге Яна һырты урынлашҡан.

Яҡутияның көнбайыш өлөшө — иң ҙур яҫы таулыҡтарҙың береһе — Урта Себер яҫы таулығы.

Эре түбәнлектәр: Үҙәк Яҡутия түбәнлеге, Колыма түбәнлеге, Төньяҡ Себер түбәнлегенең көнсығыш өлөшө.

Гидрография

Thumb
Амга йылғаһы

Саха Республикаһы — иң күп йылғалы (700 мең йылғалар) һәм күлле (800 мең күлдән артығрак) төбәктәрҙең береһе. Иң ҙур йылғалар: Лена (оҙонлоғо — 4 400 км), Вилюй (2650 км), Оленёк (2292 км), Алдан (2273 км), Колыма (2129 км), Индигирка (1726 км), Олёкма (1436 км), Анабар (939 км) һәм Яна (872 км).

Эре күлдәр: Бустак, Лабыңкыр һ.б.

Тәбиғәт

Саханың биләмәһе дүрт географик сиктәрҙә урынлашҡан: тайга урмандары, тундра, урманлы тундра, арктик сүлдәре. Яҡутия башлыса мәңгелек туңлыҡ зонаһында урынлашҡан.

Үҫемлектәр

Тайгала ҡарағас күпселекте тәшкил итә, шулай ук ҡарағай, кедр стланигы, шыршы, ҡайын, уҫак; көньяҡтағы райондарҙа — Себер кедры, таулы райондарҙа еҫле тирәк һәм чозения таралған.

Хайуандар дөньяһы

Саха тайга-тундра зоогеографик зонаһында урынлашҡан. Бында морж, нерпа, тюлень, аҡ айыу йәшәй (утраулы территорияһында); мышы, төньяк боланы, кабарга, ҡарлы тәкә, изюбр, һоро айыу, бүре, ҡызыл төлкө, аҡ төлкө, кеш, аҫ, себер көҙәне, шәшке һ. б.

Республиканың һалҡындарҙа балыҡтарҙың 50 төрө йәшәй, ҡоштарҙың 250 төрө бында оя ҡора.

Remove ads

Климат

Климат — киҫкен континенталь, ҡыштың оҙон һәм йәйҙең ҡыҫҡа булыуы менән айырылып тора тора.

Ентеклерәк мәғлүмәт Осор, Ғин, °C ...

Сәғәт бүлкәттәре

Thumb
Яҡутияла (Саха) сәғәт бүлкәттәре
Thumb

Яҡут (Саха) өс сәғәт бүлкәтенә ҡарай:

  1. Яҡутия сәғәт зонаһы (YAKT, UTC+10).
  2. Владивосток сәғәт зонаһы (VLAT, UTC+11)
  3. Магадан сәғәт зонаһы (MAGT, UTC+12)
Remove ads

Тарих

Беренсе мең йыллыҡ урталарында эвенктарҙың һәм эвендарҙың боронғо ата-бабалары Яҡут еренә килеп ултыра. Был төбәккә сахаларҙың килеүе уларҙы төньяҡҡараҡ сигенергә мәжбүр иткән.

Халҡы

Рәсәй дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса республиканың халыҡ иҫәбе 959 689 кеше тәшкил итә. (2016). Халыҡ тығыҙлығы — 0.31 кеше/км2. Ҡала халҡы — 65.09 % (2015).

Милли составы

Ентеклерәк мәғлүмәт Милләт ...

Саха Республикаһында 1989 йылда — 4190, 2002 йылда — 2335 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[9].

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads