From Wikipedia, the free encyclopedia
Яна Фетт (ингл. Jana FettFett Jana, МФА: jâna fêt, jǎː-[4][5][6]; 2 ноябрь 1996 йыл, Загреб) — хорват тенниссыһы. 2018 йыл мартына ITF турнирынды яңғыҙ разрядта биш, парлы разрядта дүрт тапҡыр еңеү яулай.
Яна Фетт | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Хорватия[1] |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Хорватия |
Тыуған көнө | 2 ноябрь 1996[1] (27 йәш) |
Тыуған урыны | Загреб, Хорватия[2] |
Һөнәр төрө | теннисист |
Спорт командаһы ағзаһы | сборная Хорватии по теннису в Кубке Федерации[d] |
Масса | 143 фунт[3] |
Спорт төрө | теннис |
Спорт рейтингы | 97[1], 348[2] һәм 12[2] |
Одиночные матчи (в/п) | 324–228[1] |
Парные матчи (в/п) | 57–47[1] |
Играющая рука | праворукость[d][2] һәм двуручный бекхенд[d][2] |
Ҡатнашыусы | Кубок Федерации 2019[d] һәм 2020–21 Billie Jean King Cup[d] |
Бейеклеге/буйы | 168 сантиметр[1] |
Приз фонды | 788 858 $[1] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 2058 |
Яна Фетт Викимилектә |
Халыҡ-ара теннис федерацияһының (ITF) юниорҙар туры рейтингында Яна Фетт 2014 йылдың 24 февраленә 12-се урынды биләй. Ҙур шлемдың юниорҙар турнирында яңғыҙ разрядта (2014 йылда Австралияла теннис буйынса Асыҡ чемпионат) Яна Фетт рәсәй тениссыһы Елизавета Куличкованан ҡалыша икенсе урынға сыға.
2015 йылда Тоётала Фетт халыҡ-ара профессиональ Dunlop World Challenge турнирында яңғыҙ разрядта финалда таиланд тенниссыһы Луксика Кумкхумды еңеп сыға[7]. 2018 йылдың мартына был Янаның иң юғары титулы була.
Яна Фетт 2017 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың теннис ассоциацияһы (WTA) турында — Хобартта Халыҡ-ара теннис турнирында (Австралия) ҡатнаша, ярым финалда бельгиялы Элиза Мертенстан еңелә. Шул уҡ йылда Фетт үҙенең икенсе турнирында — Японияның асыҡ чемпионатында ҡатнаша, һәм ТОП-20 уйынсыһы Кристина Младеновичты еңә, был уның беренсе еңеүе була. Ярымфиналда Яна япон тенниссыһы Мия Катонан еңелә. 2017 йылда Фетт донъя рейтингында иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә: яңғыҙ разрядта 97-се позицияла (12 октябрь) һәм парлы разрядта 357-се урында (30 октябрь).
2018 йылда Фетт Австралияның асыҡ чемпионатында ҡатнаша, унда икенсе раундта дат тенниссһы Каролина Возняцкиҙан ҡалыша, хәйер, ул да өсөнсө партияла 1-5 иҫәбе менән еңелә (Фетт һәм Возняцкиҙың дөйөм иҫәбе икенсе раундта: 6-3, 2-6, 5-7)[8].
Йыл | Яңғыҙ рейтинг |
Парлы рейтинг |
2015 | 231 | 451 |
2016 | 196 | 644 |
2017 | 98 | 469 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.