From Wikipedia, the free encyclopedia
Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы (1 июнь 1977 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе. 1930-сы йылдарҙа кулактарҙы эҙәрлекләү тураһындағы «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы. «Большая книга» һәм «Ясная Поляна» әҙәби премиялары лауреаты[3].
Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы | |
рус. Гузель Шамилевна Яхина татар. Гүзәл Шамил кызы Яхина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 июнь 1977[1] (47 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | тәржемәсе, яҙыусы, сценарий яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | беллетристика[d][2] |
Уҡыу йорто |
Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты лицей №131[d] |
Әүҙемлек урыны | Татарстан Республикаһы[2] |
Рәсми сайт | yakhina.info |
Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы Викимилектә |
Гүзәл Шамил ҡыҙы Яхина 1977 йылдың 1 июнендә Ҡазанда табип һәм инженер ғаиләһендә тыуған[4]. Өс йәшенә тиклем тик татарса ғына һөйләшә, әммә бала балалар баҡсаһында урыҫ теленә күсә. 131-се физика-математика лицейында һәм бер үк ваҡытта сәнғәт мәктәбендә уҡый. Ҡазан дәүләт педагогия институтының сит ил телдәре факультетын тамамлай; мәктәп йылдарында кинематограф менән мауыға, сценарийҙар яҙа башлай[5].
1999 йылдан алып Мәскәү ҡалаһында йәшәй[6]. PR? реклама, маркетирг өлкәһендә эшләй. 2015 йылда Мәскәү кино мәктәбенең сценарийҙар факультетын тамамлай[7]. «Нева», «Октябрь» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. «Себер уттары» журналында уның «Зөләйха күҙҙәрен аса» исемле романының тәүге главалары баҫтырыла. Бер нисә тапҡыр романды үҙаллы баҫтырырға маташыуҙан һуң әҙәби агентлыҡҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Уның ярҙамы менән китабы донъя күрә[8]. 2015 йылда «Большая книга» милли әҙәби премияһына лайыҡ була, шулай уҡ уның романы «Ясная поляна» һәм «Йыл китабы» премиялары менән билдәләнә.
2018 йылдың апрелендәге мәғлүмәттәр буйынса, Яхинаның тәүге «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы 20 телдә нәшер ителгән, яҙыусының прозаһы 20 донъя теленә тәржемә ителгән[5][9][10].
Гүзәл Яхина 2018 йылда «Тоталь диктант» авторы була. Төрлө сәғәт бүлкәттәре өсөн өс текст яҙа, улар «Иртәнсәк», «Көн» һәм «Кис» тип атала, әлеге текстар «Балаларым минең» романына индерелә[11].
2019 йылдың декабрендә Яхина Гүзәл икенсе тапҡыр «Ҙур китап» премияһына лайыҡ була («Балаларым минең» романы өсөн)[12].
2015 — «Зөләйха күҙҙәрен аса» тарихи роман
2018 — «Балаларым минең» романы
Журнал баҫмалары
Урыҫ телендә баҫмалары
Г. Яхинаның ижадына тәнҡит баһаһы диапозоны бик киң: ыңғай ҡараштан[13] ҡырҡа кирегә тиклем. Мәҫәлән, тәнҡитсе Руслан Айсин әлеге романды әҙәпһеҙлек һәм хыянатсыллыҡ апологияһы тип һанай, сөнки йәш герой Йозоф уның атаһын үлтергән кешенең фамилияһын ала һәм, тәнҡитсе фекеренсә, китап ул ваҡыттағы лагерҙар тураһындағы ысынбарлыҡты бөтә тулылығында сағылдырмай[14][15]. Татар драматургы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рабит Батулла Яхинаны татар яҙыусыһы тип атауға ҡаршы сыға, сөнки романда күрһәтелгән образдар — дөрөҫлөккә, ә татар көнкүреше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре ысынбарлыҡҡа тап килмәй һәм бөтә татар халҡына ихтирамһыҙлыҡ сағылышы булып тора.
Шул уҡ ваҡытта Павел Басинский романды шундай һүҙҙәр менән ҡылыҡһырлай: «Гүзәл Яхинаның манераһы ҡаты. Ҡыҫҡа фразалар, бик аҙ деталдәр, артыҡ бер нәмә лә юҡ»[16].
Әҙәби тәнҡитсе Галина Юзефович Гүзәл Яхинаның тексында иҫ киткес фрагменттар менән бер рәттән бушлыҡтарҙы билдәләп үтә — әлеге үҙенсәлекте ул авторҙың сценарийҙар менән мауығыу иҫәбенә индерә[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.