Улицкая Людмила Евгеньевна
урыҫ яҙыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Улицкая Людмила Евгеньевна (21 февраль 1943 йыл, Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы) — урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе һәм сценарист.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе «Русский букер» премияһы лауреаты (2001). Ике тапҡыр «Оло китап» премияһы лауреаты (2007, 2016). Людмила Улицкаяның әҫәрҙәре 25-тән артыҡ телгә тәржемә ителгән[7]. Йәмәғәт эшмәкәре, «Һайлаусылар Лигаһын» ойошторусы.
Remove ads
Биографияһы
Людмила Улицкаяның ата-әсәһе Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Башҡортостанға эвакуациялана, һәм Людмила ошонда тыуа[8]. Уның ике олатаһы ла — Яков Самойлович Улицкий һәм Борис Ефимович Гинзбург — репрессияға эләгә һәм тотҡонда була.[9][10]. Һуғыштан һуң Улицкийҙар Мәскәүгә ҡайта, шунда Людмила мәктәп тамамлай.
Мәскәү дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Ике йыл СССР Фәндәр Академияһы Дөйөм генетика институтында эшләй, 1970 йылда унан эштән сыға. Улицкаяның үҙенең әйтеүе буйынса: башҡаса бер ҡасан да дәүләт хеҙмәтенә эшкә йөрөмәй: Йәһүд камер музыкаһы театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире була, очерктар, балалар өсөн пьесалар, радио, балалар һәм ҡурсаҡ театрҙары өсөн инсценировкалар, пьесаларға рецензиялар яҙа һәм монгол теленән шиғырҙар тәржемә итә.
1980-се йылдар аҙағында Улицкая журналдарҙа үҙенең хикәйәләрен баҫтыра башлай, уның сценарийҙары буйынса «Сестричка Либерти» (1990, режиссеры — Владимир Грамматиков) һәм «Женщина для всех» (1991, режиссеры — Анатолий Матешко) фильмдары төшөрөлгәндән һуң уға танылыу килә, ә «Новый мир» журналында «Сонечка» (1992) повесы баҫылып сыға. 1994 йылда был әҫәр Францияла тәржемә ителгән иң яҡшы китап таныла, һәм автор француздарҙың Медичи премияһына лайыҡ була. Францияла Людмила Улицкаяның тәүге китабы ла француз телендә донъя күрә («Бедные родственники» йыйынтығы, 1993).
2007 йылда Улицкая гуманитар инициативаларға ярҙам итеү фондын булдыра. Уның проекттарының береһе «Яҡшы китаптар» тип атала, ошо фонд сиктәрендә ул үҙе Рәсәй нәшриәттәрендә баҫылып сыҡҡан китаптарҙы һайлап алып Рәсәй китапханаларына ебәрә[11]. Мәскәү «Вера» хоспистарға ярҙам хәйриә фондының попечителлек советында ҡатнаша[12][13]. 2007 йылдан 2010 йылға тиклем менән мәҙәни антропология буйынса «Другой, другие, о других» тип аталған төрлө авторҙарҙың китаптар серияһын сығарыуҙы ойоштора[14].
2013 йылда «Мәҙәниәт» телеканалда «Людмила Улицкая менән көнүҙәк кино» программаһын алып бара[15].В марте 2014 года вместе с рядом других деятелей науки и культуры выразила своё несогласие с политикой российской власти в Крыму[16]. Участница конгресса «Украина — Россия: диалог», прошедшего 24-25 апреля 2014 года в Киеве[17]. Критически оценивает ситуацию внутри России, считая, что «нынешняя политика превращает Россию в страну варваров»[18]
Моя страна сегодня объявила войну культуре, объявила войну ценностям гуманизма, идее свободы личности, идее прав человека, которую вырабатывала цивилизация на протяжении всей своей истории. Моя страна больна агрессивным невежеством, национализмом и имперской манией[19].
Моя страна сегодня объявила войну культуре, объявила войну ценностям гуманизма, идее свободы личности, идее прав человека, которую вырабатывала цивилизация на протяжении всей своей истории. Моя страна больна агрессивным невежеством, национализмом и имперской манией[19].
2018 йылдың октябрендә ул Әзербайжанда персона нон грата тип иғлан ителә — «республиканың ҡануниәтен тупаҫ боҙоп Әзербайжандың баҫып алынған территорияһына законһыҙ рәүештә барғаны өсөн» — ул танылмаған Таулы-Ҡарабах Республикаһында була[20].
Remove ads
Ғаиләһе
- Атаһы — Улицкий Евгений Яковлевич (1916—1989[21]), ауыл хужалығы технологиялары өлкәһендәге ғалим, техник фәндәр докторы, бер нисә уйлап табыуҙар һәм «Металды электр менән эшкәртеү ысулдары» (1952), «Алдынғы ремонт оҫтаханаһы» (1955), «Автомобиль — беҙҙең дуҫыбыҙ» (1962), «Машина ғүмерен нисек оҙайтыға» (1963), «Ауыл хужалығы предприятиеларында хәүефһеҙлек техникаһы» (1970) китаптары авторы; Бөтә Союз ауыл хужалығы академияһының һәм Бөтә Союз ауыл хужалығын механизациялау ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре[22].
- Әсәһе — Марианна Борисовна Гинзбург (1918—1971), биохимик, ғилми хеҙмәткәр, СССР-ҙың Медицина фәндәре Академияһы Педиатрия ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре.
- Беренсе ире — Юрий Захарович Тайц (Миропольский, 1943—1979), уның менән бер курста уҡығандар, океанолог, һуңынан физика-математика фәндәре докторы (1977), «Күңелле ерләү» повесында Аликтың прототибы[23].
- Икенсе ире — генетик Михаил Борисович Евгеньев, биология фәндәре докторы[24].
- Улдары:
- Алексей Евгеньев (тыу. 9 ғинуар 1972), бизнесмен;
- Петр Евгеньев (тыу. 1975), джаз музыканты, әлеге ваҡытта синхрон тәржемәсе булып эшләй[25].
- Улдары:
- Өсөнсө ире — Андрей Николаевич Красулин, скульптор.
Этник сығышынан һәм мәҙәни күҙлектән ҡарағанда Людмила Улицкая үҙен христиан динен ҡабул иткән йәһүд тип таный[26].
Remove ads
Бүләктәре
- Иң яҡшы сит ил әҫәре өсөн (1996, Франция) — «Сонечка» повесы өсөн Медичи әҙәбиәт премияһы
- «Сонечка» повесы өсөн әҙәбиәт премияһы Джузеппе Ачерби исемендәге приз (1998, Италия)
- Рус букеры (2001) — «Казус Кукоцкий» романы өсөн (был премия лауреаты булған тәүге ҡатын-ҡыҙ)
- Академик пальмалар ордены кавалеры (Франция, 2003)
- «Искренно ваш, Шурик» романы өсөн Йыл китабы премияһы (2004)
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены кавалеры(Франция, 2004)
- Пенне премияһы (2006, Италия) — «Казус Кукоцкого» романы өсөн
- Ҙур китап беренсе премияһы (2007) —"Даниэль Штайн, тәржемәсе" романы өсөн
- Рәсәй Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ Академияһының «Олимпия» ҡатын-ҡыҙ ҡаҙаныштарын йәмәғәт таныуы милли премияһы лауреаты[27] (2007)
- Әҙәби Гринцане Кавур әҙәбиәт премияһы (2008, Италия) — «Искренно ваш, Шурик» романы өсөн
- Халыҡ-ара Букеровский премияһына номинацияла (2009, Англия)
- «Глобус» номинацияһында «Знамя» журналының әҙәбиәт премияһы (2010)[28] — 2009 йылда «Знамя» журналының унынсы (октябрь) һанында донъя күргән Михаил Ходорковскийҙың Людмила Улицкая менән «Диалогы» өсөн[29].
- Симона де Бовуар премияһы, 2011, Франция
- Европа әҙәбиәте буйынса Австрия дәүләт премияһы, 2014, Австрия[30]
- Почетлы легион ордены офицеры (2014, Франция)[31]
- Ҙур китап өсөнсө премияһы (2016) — «Лестница Якова» романы өсөн[32]
Библиографияһы
- 1992 — дебютная повесть «Сонечка» напечатана в журнале «Новый мир»
- 1993 — «Бедные родственники», сборник рассказов (ISBN 978-5-271-38699-2)
- 1996 — «Медея и её дети», семейная хроника (ISBN 978-5-271-38601-5)
- 1997 — «Весёлые похороны», повесть (ISBN 978-5-271-38696-1)
- 2001 — «Казус Кукоцкого», роман (ISBN 978-5-699-53053-3)
- 2002 — «Девочки», сборник рассказов (ISBN 978-5-699-27522-9)
- 2002 — «Сквозная линия», повесть (ISBN 978-5-271-39658-8)
- 2003 — «Искренне ваш Шурик», роман
- 2005 — «Люди нашего царя», сборник рассказов (ISBN 5-699-10734-7)
- 2006 — «Даниэль Штайн, переводчик», роман (ISBN 978-5-699-27517-5)
- 2008 — «Русское варенье и другое», сборник пьес (ISBN 978-5-699-25803-1)
- 2011 — «Зелёный шатёр», роман (ISBN 978-5-699-47710-4)
- 2012 — «Священный мусор», сборник статей и эссе (ISBN 978-5-271-45555-1)
- 2013 — «Детство 45-53. А завтра будет счастье», сборник рассказов (ISBN 978-5-17-079644-1)
- 2015 — «Лестница Якова», роман-притча (ISBN 978-5-17-093650-2)
- 2016 — «Дар нерукотворный», сборник (ISBN 978-5-17-096122-1)
Улицкаяның юғарыла һанап үтелгән йыйынтыҡтарға ингән ҡайһы бер хикәйәләре, шулай уҡ шулай уҡ «Детство-49» (2003), «Второе лицо», «Первые и последние» (ISBN 978-5-271-42010-8), «История про зверей и людей» (ISBN 978-5-699-12176-2), «Искусство жить» (ISBN 5-699-03954-6, 5-93381-007 ISBN X) йыйынтыҡтары булараҡ баҫылып сыға.
Remove ads
Улицкая сценарийҙары буйынса төшөрөлгән фильмдар
- 1983 — «Йөҙ төймә» (ҡурсаҡ)
- 1987 — «Серле уйынсыҡтар» (анимация)
- 1990 — «Апайлы-һеңлеле Либерти»
- 1991 — «Бөтәһе өсөн дә ҡатын-ҡыҙ»
- 1999 — «Үлеү еңел»
- 2003 — «Был пиковая дама» (телеспектакль)
- 2005 — «Кукоцкий казусы» (сериал)
- 2005 — «Үтәнән-үтә линия» (фильм-спектакль)
- 2007 — «Мөхәббәт менән әллә ҡайҙарҙан, йәки Күңелле ерләү»
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
