Ҙур түңәрәк
шарҙы уның үҙәге аша үткән яҫылыҡ менән киҫкәндә барлыҡҡа килгән түңәрәк / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҙур түңәрәк (рус. Большой круг) — шарҙы уның үҙәге аша үткән яҫылыҡ менән киҫкәндә барлыҡҡа килгән түңәрәк. Теләһә ниндәй ҙур түңәрәктең диаметры сфераның диаметры менән тап килә, шуға күрә ҙур түңәрәктәрҙең бөтәһенең дә периметрҙары бер төрлө һәм үҙәктәре лә бер: шарҙың үҙәге менән тап килә. Ҡайһы берҙә «ҙур түңәрәк» терминын ҡулланғанда ҙур әйләнәне (окружность), йәғни сфераны уның үҙәге аша үткән яҫылыҡ менән киҫкәндә барлыҡҡа килгән Әйләнәне күҙҙә тоталар[1].
Ҙур түңәрәк | |
Ҡайҙа өйрәнелә | геодезия |
---|---|
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | малый круг[d] |
Сфералағы бер-береһенә диаметраль рәүештә ҡапма-ҡаршы булмаған теләһә ниндәй ике нөктә өсөн улар аша үткән бер генә ҙур түңәрәк бар. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ике нөктә аша бик күп ҙур түңәрәктәр һыҙып була. Ҙур түңәрәктең иң бәләкәй дуғаһындағы ике нөктә араһындағы юл — сфера яҫылығы буйлап һалынған иң ҡыҫҡа юл. Был осраҡта ҙур түңәрәктәр сферик геометрияла тура линиялар ролен үтәй. Был дуғаның оҙонлоғо Риман геометрияһында ике нөктә араһы тип алына. Ҙур түңәрәктәр сфераның геодезик линиялары булып тора.
Шулай уҡ ҙур түңәрәк — саҡ ҡына кәкрәйгән юл, ул — .
Күк сфераһында ҙур түңәрәктәр миҫалына горизонтты, күк экваторын һәм эклиптиканы индерәләр.