Ҡара ҡарлуғас
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡара ҡарлуғас(рус. Деревенская ласточка, касатка, лат. Hirundo rustica) — ҡыйғас ҡара ҡанатлы, асалы ҡойроҡло, кәйелеп, шәп оса торған ҡош.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Ҡара ҡарлуғас, Фәнни классификация ...
? Ҡара ҡарлуғас | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Hirundo rustica Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
Оя ҡороу ареалы
Миграция Йыл әйләнәһенә | ||||||||||||||||
|
Ябырға
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ергә ҡунмайынса, бөтә ваҡыттарын һауала үткәрәләр. Ҡанаттары тар һәм оҙон, артҡараҡ ҡайырылып тора. Ҡойроғо бер аҙ ярылған. дөм ҡара, тамаһы һарғылт аҡ. Башҡа ҡарлуғастарҙан тигеҙ ҡара төҫлө булыуы менән айырылып тора.Сырылдаҡ тауыш сығара: "сриии-и-и, срии-и" Ояһы ҡая таштарҙа, кәрниздәрҙә, ағас ҡыуыштарында була, уны ҡара балсыҡтан һылап эшләй. Ояһының төҫө буй-ала. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана, уларҙы һауала ғына тота. Һыуҙы ла осоп барышлай ғына эсә. 2-3 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе аулап файҙа килтерә.