Ҡырмыҫҡалы районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырмыҫҡалы районы (рус. Кармаскалинский район) — Башҡортостан Республикаһының урта өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан район.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Ҡырмыҫҡалы районы | |
Ҡырмыҫҡалы районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Ҡырмыҫҡалы |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 49 285 кеше (1 ғинуар 2019)[1] |
Сиктәш | Иглин районы |
Майҙан | 1750,88 км²[2] |
Почта индексы | 4530ХХ |
Рәсми сайт | admkarm.ru |
Урындағы телефон коды | 34765 |
Ҡырмыҫҡалы районы Викимилектә |
Ябырға
1930 йылда ойошторолған. Майҙаны — 1751 км2.
Район үҙәге — Ҡырмыҫҡалы ауылы.
Ҡырмыҫҡалы районы Дәүләкән, Шишмә, Өфө, Иглин, Архангел, Ғафури, Ауырғазы райондары менән сиктәш.
2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны — 46,2 мең кеше. Күпселеген башҡорттар (42,68 %), татарҙар (28,97 %) һәм урыҫтар (16,06 %) тәшкил итә.
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 26,4 кеше/км2.