Һандуғас
башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һандуғас, былбыл (рус. Соловьи́, соловьи́ные) (лат. Luscinia)— турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон ғына аяҡлы, төҙөк кәүҙәле ҡош. Ерҙә йәки ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарында йөрөйҙәр. Һайрағанда үрге ботаҡтарға күсә. Өҙлөкһөҙ ҡойроғон һелккеләй. Һырты һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡһыл һоро. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Һандуғас, Фәнни классификация ...
? Һандуғас | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Luscinia T. Forster, 1817 | ||||||||||||
|
Ябырға
Тоноҡ ҡына тауышлы: «Фьюйт, тррр». Һайрауы һәр кешегә билдәле. Япрағлы һәм аралаш урмандарҙа, туғайҙарҙа, ағаслы һыу буйҙарында йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ерҙә оялай.
Ғәҙәттә, 5 бөртөк һарғылт көрән йомортҡа һала.