Әл-Көтөбиә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әл-Көтөбиә (ғәр. جامع الكتبية; jaːmiʕu‿ lkutubijːa(h); рус. Аль-Кутубия; "китап һатыусылар мәсете ") — Марокко ҡалаһы Марракештағы 69 метрлыҡ гүзәл манаралы иң ҙур мәсет. Был манара Рабаттағы Хәсән манараһының, Севильялағы мәсет манараһы — Гиральданың прототибы булып хеҙмәт иткән. Төҙөлөштөң заказсыһы әмир Яҡуп әл-Мансур (1184-99 йй. идара иткән) булған.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Әл-Көтөбиә | |
ғәр. جامع الكتبية | |
Нигеҙләү датаһы | 1147 |
---|---|
Дәүләт | Марокко[1] |
Административ-территориаль берәмек | Марракеш[1] |
Архитектура стиле | Мавритан архитектураһы[2] һәм архитектура Марокко[d] |
Мираҫ статусы | Культурное наследие Марокко[d] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Бейеклеге/буйы | 68 метр[3] |
Әл-Көтөбиә Викимилектә |
Ябырға
Мәсеттең исеме йә ундағы китапхананан (бор. көтөпхана[4]), йә уның эргәһендә китап һатып тороусыларҙан килеп сыҡҡан.
Манараны дүрт баҡыр шар ослай.Ә эсендәге баҫҡысының киңлеге мәзин атҡа атланып менерлек итеп төҙөлгән.