1973 йылғы нефть кризисы
From Wikipedia, the free encyclopedia
1973 йылғы нефть кризисы (шулай уҡ нефть эмбаргоһы исеме аҫтында билдәле) 1973 йылдың 17 октябрендә башлана. Был көндө бөтә ғәрәп илдәре — ОАПЕК ағзалары, шулай уҡ Мысыр һәм Сүриә, Сүриә һәм Мысыр менән булған низағта Израилгә ярҙам итеүсе илдәрҙе (Канада, Япония, Нидерланд, Бөйөк Британия, АҠШ) нефть менән тәьмин итмәйәсәктәре тураһында белдерә. Был тәү сиратта АҠШ-ҡа һәм уның Көнбайыш Европалағы союздаштарына ҡағыла. Киләһе йылда нефткә хаҡ барреленә 3 долларҙан 12 долларға тиклем күтәрелә. 1974 йылдың мартында эмбарго бөтөрөлә.
1973 йылғы нефть кризисы | |
Ваҡиға ваҡыты | 1973 |
---|---|
1973 йылғы нефть кризисы Викимилектә |
1973 йылғы нефть кризисы энергетика өлкәһендә тәүге көрсөк була һәм әле лә иң ҙуры тип һанала. ОАПЕК нефть табыу күләмен үҙ файҙаһы өсөн генә кәметмәй. Был акцияның төп бурысы — донъя берләшмәһенә сәйәси баҫым яһау аша Израилгә Көнбайыш илдәренең ярҙамын кәметеү.
Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының иҡтисади баҫымы һөҙөмтәһендә Дөйөм баҙар илдәренең министрҙар советы ғәрәптәрҙең позицияһын хуплаған декларация ҡабул итә. Бынан тыш, Африканың бөтә дәүләттәре тиерлек Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәрен өҙә. Барлыҡҡа килгән сәйәси хәл Израилдең АҠШ-тан бойондороҡлолоғон көсәйтә һәм үҫешкән илдәр иҡтисадының нефткә хаҡтарға бәйле булыуын аса. Сәнәғәт илдәрендә нефткә хаҡтар күтәрелеүе иҡтисади көрсөк тыуҙыра[1]. Шуның менән бергә көрсөк Советтар Союзынан Көнбайышҡа нефть оҙатыуҙы арттырыуға булышлыҡ итә.