Израиль
From Wikipedia, the free encyclopedia
Израиль, Исраил (йәһ. יִשְׂרָאֵל, ғәр. إِسْرَائِيل), рәсми — Исраил дәүләте (йәһ. מְדִינַת יִשְׂרָאֵל Мединат Исраэль, ғәр. دَوْلَة إِسْرَائِيل иль Исра'Даулить) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт, 2019 йылдың 1 ғинуарына халҡы 8 972 000 кеше, территорияһы — 22 072 км². Халыҡ һаны буйынса донъяла 95-се һәм территорияһының ҙурлығы буйынса 148 урынды биләй.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
| |||||
Гимн: «Ха-Тиква» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 14 мая 1948 года (5 ияра 5708 года) ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми телдәр | иврит | ||||
Баш ҡала | Иерусалим[комм. 1] | ||||
Эре ҡалалар | Иерусалим, Тель-Авив — Яффа, Хайфа | ||||
Идара итеү төрө | парламент республикаһы[2] | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 147 (143) 20 770 км²[комм. 2]/22 072[комм. 3] км² 2 | ||||
Халыҡ • Һаны (2018) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲8 972 000[3] чел. (97) 387 чел./км² (18) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
333,351 млрд.[4] долл. 38 262[5] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
299,416 млрд.[6] долл. 35 728 (2015)[7] долл. | ||||
ИЧР (2018) | ▲ 0,903[8] (очень высокий) (22 урын) | ||||
Этнохороним | израильтянин, израильтянка, израильтяне | ||||
Валюта | новый шекель ₪ (ILS, код 376) | ||||
Интернет-домен | .il | ||||
Код ISO | IL | ||||
МОК коды | ISR | ||||
Телефон коды | +972 | ||||
Сәғәт бүлкәте | GMT+2 (летом GMT+3) |
Яҡын Көнсығышта, Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Төньяҡтан Ливан, төньяҡ-көнсығышта — Сүриә, көнсығыштан — Иордания һәм Иордан йылғаһының көнбайыш яры территорияһы менән, көньяҡ-көнбайышта — Мысыр һәм Ғәззә секторы менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Йәрүсәлим[комм. 1]. Дәүләт теле — иврит, ғәрәп теле айырым статусҡа эйә.
Унитар дәүләт, парламентлы демократик республикаһы. 6 административ округҡа бүленә.
Йылдам үҫешкән иҡтисадлы индустриаль ил. ТУЛАЙЫМ етештереү күләме 2015 йылда 300 миллиард аҡш доллары (йән башына 36 мең аҡш доллары) тәшкил иткән[9]. Кеше потенциалының үҫеш индексы буйынса илдәр исемлегендә 18-се урында тора: 0,894 индекс[10]. Аҡса берәмеге — израиль яңы шекеле.
Израиль дәүләте 1948 йылдың 14 майында (5708 йылдың 5 июне) БМО Генераль Ассамблеяһының 1947 йылдың 29 ноябрендә ҡабул ителгән 181-се резолюцияһы нигеҙендә иғлан ителә.
Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына ярашлы, Израиль — йәһүд дәүләте. Шул уҡ ваҡытта Израиль — күп милләтле һәм демократик дәүләт, йәһүдтәр менән бергә башҡа этник төркөмдәр вәкилдәре — мосолман ғәрәптәр, христиан ғәрәптәр, друздар, бәҙүәндәр, самариттәр, черкестар һәм башҡалар — диненә ҡарамай тиң хоҡуҡҡа эйә. Айырым алғанда друз һәм күсмә ғәрәптәр депутаттары, ғәрәп фирҡәһе һәм депутаттары Кнессетта урын алған. Израиль этномәҙәни күп төрлөлөгө менән айырыла. Илдең төп халҡы: 74,3 % — йәһүдтәр, 20,9 % — ғәрәптәр, 4,8 % — башҡа. Ҡалып:TOClimit