Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында СССР Хәрби Һауа көстәре составындағы ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҙыл байраҡлы Суворов орденлы 46-сы Тамань гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы (1943 йылдың 8 февраленә тиклем — 588-се төнгө еңел бомбардировка авиация полкы), шулай уҡ «ночные ведьмы» тигән атама аҫтында билдәле була — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында СССР Хәрби Һауа көстәре составындағы ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы.
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы | |
Нигеҙләү датаһы | 1941 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | бомбардировочная авиация[d] һәм СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Дәүләт | СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1945 |
Командир | Бочарова Евдокия Давыдовна |
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы Викимилектә |
Авиация полкы 1941 йылдың октябрендә СССР Оборона халыҡ комиссариатының «Ҡыҙыл Армия Хәрби Һауа көстәренең ҡатын-ҡыҙҙар авиация полктарын формалаштырыу тураһында» 1941 йыл 8 октябрь 0099-сы приказы буйынса[1] 588-се төнгө еңел бомбардировка авиация полкы булараҡ Марина Раскова етәкселеге аҫтында төҙөлә. Полк командиры итеп ун йыл осоу стажы булған Евдокия Бершанская тәғәйенләнә. Полк һуғыш бөткәнсе уның командалығы аҫтында була. Партия-сәйәси етәкселекте Мария Рунт башҡара.
Полкты формалаштырыу, күнектереү, әҙерләү Энгельс ҡалаһында бара. Авиаполк башҡа формированиеларҙан тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙарҙан тороуы менән айырыла. Шул уҡ приказ буйынса төҙөлгән тағы ике ҡатын-ҡыҙҙар полкы һуғыш барышында ҡатнашҡа әүерелә, әммә 588-се авиаполк тарҡатылғанына тиклем тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы булып ҡала: полкта механиктарҙан һәм техниктарҙан штурмандарға һәм пилоттарға тиклем бөтә вазифаларҙы ҡатын-ҡыҙҙар биләй.
1942 йылдың 23 майында полк фронтҡа оса, 27 майҙа барып етә. Ул саҡта 115 кешенән тора — башлыса 17-нән 22 йәшкә тиклемгеләр. Полк 218-се төнгө бомбардировка авиадивизияһы составына инә. Беренсе хәрби осош 1942 йылдың 12 июнендә була.
СССР Оборона халыҡ комиссариатының 1943 йыл 8 февраль 64-се приказына ярашлы, шәхси составының немец-фашист илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн полкҡа «Гвардия» почётлы исеме һәм яңы номер бирелә һәм ул 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы тип үҙгәртелә. Бер ни тиклем ваҡыт Фортус Мария Александровна штаб начальнигы була, унан һуң Штабҡа Ракобольская Ирина Вячеславовна етәкселек итә.
1944 йылдың 15 майынан 325-се төнгө бомбардировка авиадивизияһы составына инә.
1944 йылдың майында Ҡырымды азат иткәндә полк ваҡытлыса 2-се гвардия төнгө бомбардировка авиадивизияһы составына инә.
Ҡурҡыу белмәҫ һәм оҫта булғандары өсөн немецтар полк лётчиктарын «төнгө албаҫтылар» (рус. «ночные ведьмы») тип атай.
1945 йылдың 15 октябрендә полк тарҡатыла, лётчиктарҙың күбеһе демобилизациялана.
Өс йыл һуғышҡан полк бер тапҡыр ҙа ҡабат формалаштырыуға дусар булмай.
Полк По-2 самолёттары менән йыһазландырыла. Формалаштырған саҡта полкта 20 самолёт була, унан һуң самолёттар һаны 45-кә етә. Һуғыш бөткәндә 36 хәрби самолёт сафта була.
Идара итеү икеләтелә: самолётҡа пилот та, штурман да идара итә ала. Пилот һәләк булғандан һуң штурмандарҙың самолётты базаға алып ҡайтып ултыртҡан осраҡтары була. 1943 йылдың авгусына тиклем лётчиктар үҙҙәре менән парашют йөрөтмәй, уның урынына тағы ла 20 кг бомба тейәп алыуҙы өҫтөн күрә.
Самолёттарға пулемёттар 1944 йылда ғына ҡуйыла. Шуға тиклем дошман истребителдәренән һаҡланыу өсөн бортта пилот менән штурмандың ТТ пистолеты ғына була.
Хәрби эшмәкәрлек барышында авиаполк лётчиктары 23 672 хәрби осош яһай[2][3]. Уларҙан:
Осоштар араһындағы аралыҡтар 5—8 минут тәшкил итә, ҡайһы берҙә экипаж төн эсендә йәй мәлендә 6—8, ҡыш 10—12-шәр осош яһай.
Самолёттар бөтәһе 28 676 сәғәт һауала була (1191 тулы тәүлек).
Лётчиктар бөтәһе 3 мең тоннанан ашыу бомба, 26 000 яндырғыс снаряд ташлай. Полк 17 кисеүҙе, 9 тимер юл поезын, 2 тимер юл станцияһын, 26 складты, 12 яғыулыҡлы цистернаны, 176 автомобилде, 86 ут нөктәһен, 11 прожекторҙы юҡ итә һәм зарарландыра[3].
811 янғын һәм 1092 ҙур ҡеүәтле шартлау яһала[3].
Шулай уҡ ҡамауҙа ҡалған совет ғәскәрҙәренә боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек тултырылған 155 тоҡ ташлана.
Вазифаһы | Исем-фамилияһы |
---|---|
Полк командиры |
|
Комиссар, полк командирының сәйәси бүлек буйынса урынбаҫары |
|
Полк командирының осоу бүлеге буйынса урынбаҫары |
|
Полктың штаб начальнигы |
|
Полк штабының оператив бүлеге начальнигы |
|
Полк штабының саф бүлеге начальнигы |
|
Полк штабының саф бүлеге начальнигы |
|
Полк штабының шифрлау бүлеге начальнигы |
|
Химик хеҙмәт начальнигы |
|
Элемтә начальнигы |
|
Айырым бүлек начальнигы |
|
Полктың парторгы |
|
Полктың комсоргы |
|
Штаб писары |
|
Штаб машинисткаһы |
|
Полк командиры адъютанты |
|
Полк табибы |
|
Эскадрилья командиры |
|
Эскадрилья командиры |
|
Эскадрилья адъютанты |
|
Эскадрилья командиры урынбаҫары |
|
Звено командиры |
|
Лётчик |
|
Полк штурманы |
|
Эскадрилья штурманы |
|
Звено штурманы |
|
Штурман |
|
Полктың өлкән инженеры |
|
Эскадрильяның өлкән технигы |
|
Звено технигы |
|
Механик |
|
Ҡоралланыу буйынса полк инженеры |
|
Эскадрильяның ҡоралланыу буйынса өлкән технигы |
|
Ҡоралланыу буйынса мастер |
|
Махсус ҡулайламалар буйынса полк инженеры |
|
Махсус ҡулайламалар буйынса техник |
|
Ҡулайламалар буйынса мастер |
|
Парашюттарҙы төрөүсе |
|
Полктың хәрби хеҙмәткәрҙәре бөтәһе лә исемдәре буйынса сортланған [4].
Полктың кире ҡайтарғыһыҙ хәрби юғалтыуҙары 23 кеше һәм 28 самолёт тәшкил итә[3]. Лётчиктар фронт һыҙығының аръяғында һәләк булһа ла, уларҙың береһе лә хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнмәй. Һуғыштан һуң полк комиссары Евдокия Яковлевна Рачкевич полк йыйған аҡсаға самолёттар һәләк булған бөтә урындарҙы йөрөп сыға һәм һәләк булғандарҙың барыһының да ҡәберҙәрен таба.
Полк тарихында 1943 йылдың 1 авгусына ҡараған төн иң фажиғәле төн тип һанала, ул төндө дүрт самолёт юғалтыла. Өҫлөкһөҙ төнгө бомбаға тотоуҙарҙан ялҡҡан немец командованиеһы полк һуғышҡан урынға төнгө истребителдәр төркөмөн килтертә. Совет лётчиктары өсөн был көтөлмәгән хәл була. Уларға ҡаршы төнгө Messerschmitt Bf.110 истребителдәре сығарылғанын аңлағас, осоуҙар туҡтатыла, әммә быға тиклем немецтарҙың ас лётчигы, шул иртәлә генә Тимер тәренең Рыцарь тәреһе кавалеры булып киткән Йозеф Коциок һауала экипаждары менән ҡуша өс совет бомбардировщигын яндыра, ә уларҙың парашюттары булмай. Тағы бер бомбардировщик зенит артиллерияһы утынан һәләк була. Ул төндө һәләк булалар: Анна Высоцкая һәм штурман Галина Докутович, Евгения Крутова һәм штурман Елена Саликова, Валентина Полунина һәм штурман Глафира Каширина, Софья Рогова һәм штурман Евгения Сухорукова.
Ләкин хәрби юғалтыуҙарҙан тыш башҡа сәбәптәрҙән дә юғалтыуҙар була. Мәҫәлән, 1943 йылдың 22 авгусында госпиталдә полктың элемтә начальнигы Валентина Ступина туберкулёздан вафат була[6]. 1943 йылдың 10 апрелендә аэродромда бер самолёт ҡараңғыла яңы ғына төшөп ултырған икенсеһе өҫтөнә төшә[7]. Һөҙөмтәлә лётчиктар Полина Макагон һәм Лида Свистунова шунда уҡ һәләк була, Юлия Пашкова яраларҙан госпиталдә мәрхүм була. Лётчик Хиуаз Доспанова ғына иҫән ҡала, уның аяҡтары иҙелгән була, бер нисә ай госпиталдәрҙә ятҡандан һуң ҡыҙ сафҡа әйләнеп ҡайта, әммә һөйәктәренең дөрөҫ берекмәүе арҡаһында 2-се төркөм инвалиды булып ҡала.
Шулай уҡ фронтҡа киткәнсе учениелар ваҡытындағы һәләкәттәрҙә лә юғалтыуҙар була.
Һуғыш ваҡытында полктың 23 хәрби хеҙмәткәренә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә:
1995 йылда полктың тағы ике штурманы Рәсәй Геройы исемен ала:
«Халыҡ Геройы» (Ҡаҙағстан) исеме бер летчикҡа бирелә:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.