Учалы районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Учалы районы — Башҡортостандың көнсығыш (Урал тауы аръяғы) өлөшөндә урынлашҡан район. Үҙәге — Учалы ҡалаһы.
Remove ads
География
Учалы районы Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондары, Силәбе өлкәһенең Златоуст һәм Мейәс ҡала округтары, Верхнеурал, Уй һәм Сыбаркүл райондары менән сиктәш.
Ландшафты күбеһенсә таулы-урманлы. Майҙаны — 4549 км², республика райондары араһында 4-се урын.
Егерменән ашыу күл бар. Шуға ла Учалыны «күлдәр иле» тип атайҙар. Район биләмәһендә Әүәләк, Кесе Ирәндек тау һырттары урынлашҡан. Райондағы иң бейек тау — Ирәмәл, уның итәгенән Ағиҙел йылғаһы башлана. Район ерҙәренән шулай уҡ Яйыҡ, Уй һәм Мейәс йылғалары ағып сыға.
Учалы районында бик күп төрлө ер аҫты байлыҡтары бар (баҡыр, цинк, көкөрт, йәшмә, алтын, гранит, төҙөлөштә ҡулланылған тау тоҡомдары һ.б.), шуға ла бында уларҙы сығарыу һәм эшкәртеү тармаҡтары етерлек кимәлдә үҫеш алған.
Remove ads
Тарих
Учалы районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, уның составына Тамъян-Ҡатай кантонына ҡараған улустар индерелә.
Улар иҫәбенә 1919 йылға тиклем Ырымбур губернаһына ингән Үрге Урал өйәҙенең Тамъян, Ҡатай, Түңгәүер, Күбәләк, Теләү (үҙәге — Ҡарағужа), Көҙәй (үҙәге — Һөйәрғол), Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Учалы-типтәр (үҙәге — Учалы) һәм Троицк өйәҙе Ҡара-Табын, Барын-Табын, Ҡыуаҡан улустары инә[2].
1930—1970 йылдарҙа район үҙәге Учалы ауылында урынлаша.
1970 йылдан район үҙәге Учалы ҡалаһына күсерелә.
Remove ads
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
- Урбанизация
Ҡала шарттарында (Учалы ҡалаһы) район халҡының 52.49 % йәшәй.
- Милли составы
2010 йылғы йән иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 64,3 %, урыҫтар — 18,2 %, татарҙар — 15,9 %, башҡа милләт вәкилдәре — 1,6 %[22].
Транспорт
Район аша Белорет — Учалы — Мейәс — Силәбе, Учалы — Магнитогорск (Ахун ауылы йәки Межозёрный аша), Учалы— Ҡорама — Ларино — Силәбе автомобиль юлдары үтә.
Тимер юлы
Район аша Рәсәй тимер юлдары Көньяҡ Урал тимер юлының Межозерный — Учалы — Мейәс тимер юлы үтә. 1995 йылға тиклем ошо юл буйынса Учалы—Мейәс—Өфө—Күмертау—Ырымбур поезы йөрөнө. 2000 йылда поезд Күмертауға тиклем, 2005 йылдан — Өфөгә тиклем, 2010 йылдан — Мейәскә тиклем йөрөнө. 2012 йылдан был йүнәлештә пассажирҙар йөрөтөү туҡтатылды. Учалы ауылында билет кассаһы ябылды. Тимер юлға билет алыу өсөн учалылар күрше ҡалаларға барырға йәки «Баштрансагентлығы» аша (1 билет өсөн 200 һум хеҙмәтләндереү хаҡын түләп) алырға мәжбүр.
Remove ads
Билдәле шәхестәр
Хәрбиҙәр
- Мортазин Муса Лот улы — БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК) Рәйесе, 1928—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл армияның аттар яңыртыу бүлеге башлығы.
Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (Матросов Александр Матвеевич) — Советтар Союзы Геройы.
Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Ғүмерҙәк улы — Советтар Союзы Геройы.
Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы — Советтар Союзы Геройы.
Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы — Дан орденының тулы кавалеры.
Хилажев Мәүлит Хилаж улы (1916—1997) — Дан орденының тулы кавалеры.
Кровко Пётр Михайлович (1911—1992) — Советтар Союзы Геройы. Һуғышҡа 1941 йылда Учалы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.
Ташкин Михаил Александрович (1911—1992) — Советтар Союзы Геройы. Һуғышҡа 1940 йылда шулай уҡ Учалы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.
Cәйәсмәндәр
- Рәсүлев Талха Ғайса улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе.
- Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (14.11.1890—31.05.1927) — башҡорт совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1923-1927 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары һәм Эске эштәр халыҡ комиссары[23].
- Манатов Шәриф Әхмәтйән улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Учалы районының Көсөк ауылында вафат булған.
- Бәпәнәй Төрөпбирҙин — 1735—1740 йылдағы башҡорт ихтилалы етәксеһе.
- Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим.
- Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[24] .
- Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге идараһы рәйесе[25] .
Спортсылар
- Йосопов Марсель Йәлил улы — көрәшсе.
- Аҙнабаев Олег Фәрит улы — «Горняк» футбол командаһы һөжүмсеһе.
- Кочкаев Кирилл Сергеевич — «Горняк» футбол командаһы һөжүмсеһе.
- Секретов Андрей Вадимович — «Горняк» футбол командаһы һөжүмсеһе.
- Бородин Илья Александрович — «Горняк» футбол командаһы һөжүмсеһе.
Фән эшмәкәрҙәре
- Абдрахманов Илдус Барый улы — химик, Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.
- Абдуллин Айҙар Риват улы — философ.
- Ғәлиев Вил Барый улы — инженер-механик
- Ғәлиев Ғәлиб Барый улы — физик, инженер.
- Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы — филолог, 2000—2013 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ректоры.
- Заһиров Наил Хәйбулла улы — тау инженеры, Себер федераль университетының (Красноярск) кафедра мөдире[26] .
- Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы - математик, физика‑математика фәндәре докторы.
- Имашев Урал Булат улы — химик, Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.
- Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы — ООО НПП «Буринтех» директоры, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры[27] .
- Карамова Лена Мырҙа ҡыҙы — табип, Башҡортостан Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты. 1962—1966 йылдарҙа Учалы дауаханаһы табибы.
- Магжанов Рим Вали улы — табип, БДМУ кафедра мөдире[28].
- Минасов Булат Шамил улы — табип, Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедра мөдире[29].
- Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы — математик, физика‑математика фәндәре докторы[30] .
- Төпәев Салауат Харис улы (18.02.1924), ғалим-инженер-механик, журналист, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр кандидаты (1962), доцент (1972). Журналистар союзы ағзаһы (1998). 1991 йылдан Башҡортостандың Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 йылдан — почётлы президенты. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999). Кәрим (Төпәй) ауылынан[31].
- Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы (23.02.1939), ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи‑география факультеты деканы. География фәндәре кандидаты (1974), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003). Саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1965). Илсе ауылынан[32].
Дин әһелдәре
- Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы — ишан, Троицк ҡалаһында мәсет имамы, билдәле «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен асыусы.
- Рәсүлев Ғабдрахман (1889—1950) — мөфтөй. 1936—1950 йылдарҙа Рәсәй Үҙәк диниә назараты дини идаралығының рәйесе.
Хужалыҡ эшмәкәрҙәре
- Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы — 1998—2010 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры.
- Баталин Юрий Петрович — 1986—1989 йылдарҙа СССР Дәүләт төҙөлөш комитеты, СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
- Блюхер Василий Васильевич — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш механигы, билдәле инженер.
- Ғайсин Салауат Мөхтәр улы — «Башинформсвязь» йәмғиәтенең генераль директоры[33].
- Ғәйфуллин Вәҡиф Шаһиморат улы (21.09.1938), педагог, совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Учалы ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары, 1994—1997 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостандың Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Наурыҙ ауылынан[34].
- Уйылданов Салауат Ғәли улы — «Уфаоргсинтез» ААЙ генераль директоры[35] .
- Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы (25.12.1928—24.09.2016), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—1983 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез, 1983—1986 йылдарҙа — Ишембай ҡала комитеттарының 1‑се секретары. Техник фәндәр кандидаты (1972). Башҡорт АССР-ының 8—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР‑ҙың ауыл хужалығы (1969) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1982) отличнигы. Ленин (1973), Октябрь Революцияһы (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Ахун ауылынан[36].
Хужалыҡ алдынғылары
Нигаматуллин Рамазан Муллагалеевич — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының машинисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Шәйәхмәтов Фазулла Зайнулла улы — тракторсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Фәтҡуллин Әшрәф Әхмәт улы — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының тау мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы — комбайнсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Фәтҡуллин Ғөбәй Сәлим улы (1914—2012) — комхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Әхмәтйәнов Яңыбай Шаһыбал улы (20.02.1936—25.09.2010) — сиҙәмсе-механизатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Назаров Николай Григорьевич — бригадир, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Ишкилдин Люцир Мирзаян улы — таусы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты бригадиры.
- Игелеков Абрар Ғабдулла улы — механизатор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы кавалеры, «Яңы Байрамғол» халыҡ предприятиеһының тракторсы-машинисы.
Мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре,
Артистар
- Нәжиә Аллаярова
- Алмас Әмиров
- Мортазин Әхәт Мотаһар улы
Композиторҙар
- Салауат Низаметдинов (1957—2013)
Йырсылар
- Абдулла Солтанов
- Флүрә Килдейәрова
- Нәзифә Ҡадырова
- Байрамғолова Нәйлә Ильяс ҡыҙы
- Айгөл Һағынбаева
Шағирҙар һәм яҙыусылар
- Талха Ғиниәтуллин
- Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы (1904—1974)
- Рәмзилә Хисаметдинова (1949 — 1995)
- Мөхәммәт Хәйҙәров
- Мәүлит Ямалетдинов
Журналистар
- Насыров Рәүеф Хәй улы — СССР Журналистар союзы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.
- Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы, РФ Кинематографистар союзы премияһы лауреаты (1999), «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (2002). «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары.
- Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7.10.1973), уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
- Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы-
- Балтабаева Гүзәлиә Салауат ҡыҙы
- Мортазина Гөлназ Мозафар ҡыҙы
- Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы[37] — башҡорт телевидениеның тәүге дикторы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[38][39].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads