Аккад
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Акка́д (ак. Māt Akkadim; шум. kurA.GA.DÈki; йәһ. אַכַּד, Akkad ) — б. э. т. XXIV — XXII быуаттарҙа Месопотамияның урта өлөшөндәге боронғо өлкә,хәҙерге Ираҡ территорияһындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — шумерҙың Аккаде ҡалаһы( Агаде ) Үҙ заманының иң ҙур державаһы.
Аккад дәүләте Боронғо Саргондың шумерҙар һәм көнсығыш семиттәрҙе баҫып алғанлыҡтан,үҙ номына Боронғо Месопотамияның барлыҡ номдарын һәм күрше дәүләттәрҙе баҫып алып ҡушҡанлығы арҡаһында килеп сыҡҡан дәүләт. Аккадтың сәскә атҡан осоро Саргондың ейәне Нарам-Суэн ил менән идаралыҡ иткән ваҡытҡа тура килә, ләкин б. э. т. XXIII быуатта был держава бөлгөнлөккә төшә һәм уның төп территориялары кутий (гутей) тау ҡәбиләләренең ҡулына эләгә.
Аккад дәүерендә Месопотамияның эре державалары булған Шумер - Аккад батшалығы, Вавилонияның һәм Ассирияның дәүләт системалары нигеҙләнә. Боронғо Яҡын Көнсығыш халыҡтары араһында Аккад боронғо монархлы эталон(өлгөлө) дәүләт булып иҫәпләнә.
Remove ads
Территорияһы
Аккадтың төп территорияһы Тигр һәм Евфрат йылғаларының урта өлөшөн, анығыраҡ итеп әйтһәк,— Түбәнге Месопотамияның төньяғын һәм Дияла йылғаһының үҙәнен биләп тора. Иртә династия осоронда был өлкә шумерҙың Ки-Ури атамаһы менән йөрөтөлә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса был исемде бары тик Дияла йылғаһы үҙәне генә йөрөткән һәм үҙ эсенә ном статуслы Киш, Сиппар, Эшнунна, Вавилон, Куту һәм башҡа ҡала-дәүләттәрҙе үҙ эсенә алған. Башҡа илдәрҙе баҫып алыу һуғыштары ваҡытында Аккад үҙ заманының иң ҙур державаһына әүерелгән[2]. Уның территорияһы«Урта диңгеҙҙең юғары өлөшөнән алып, Түбәндәге (Персия ҡултығына тиклем йәйрәп ятҡан), киләсәк Финикияның төньяғын, Сирия, Кесе Азия сигенләге райондарҙы, Месопотамияны тулыһынса, Загрос тауҙарын һәм Эламды (хәҙерге Иранды ) үҙ эсенә алған. Аккад батшалығы ҡолатылғас, Урҙың III династияһы осоронда «Аккад» исеме элекке Ки-Ури[3] өлкәһен аңлатҡан, сөнки Саргон һәм уны алмаштырыусылар бары тик йыйылма шумер гегемондары исемен йөрөткән, уларҙың исеменә бары тик « Аккаде батшаһы» йәки«донъяның дүрт яғы батшаһы» тигән атама өҫтәгәндәр. Артабан Вавилон Түбәнге Месопотамияны баҫып алғас, Шумер һәм Аккада Вавилония тип атала башлаған.
Remove ads
Өйрәнеү тарихы
Шулай уҡ ҡара
- Цари Аккада
- Шумер
- Месопотамия
- Ассирия
- Вавилония
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads