Алеша Попович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Алёша Попович — Рус былинаһы эпосы геройҙарының береһе, мөһабәт батыр[1][2]. Алёша Попович, кесеһе булараҡ, баһа буйынса Илья Муромец һәм Добрыня Никитичтан ҡала өс баһадир иҫәбендә.


Remove ads
Былина сюжеттары
С. Н. Азбелев героик былиналарҙың 53 сюжетын иҫәпләгән. Уның мәғлүмәттәре буйынса, Алеша Попович уларҙың икәүһенең төп геройы булып тора[3]:
- № 20. «Алеша Попович һәм Тугарин Йылан»
- № 21. «Алеша Попович Һәм Збродовичтарҙың һеңлеһе»
Бынан тыш, Алеша «Добрыня ҡатынының туйында» («Добриня — ситтә», «Добрыня һәм Алеша» — Азбелев индексы буйынса 18-се һанлы) популяр эпосында мөһим роль уйнай, унда ул кире персонаж булып тора.
Билдәле кеше булараҡ, Алеша башҡа эпостарҙа ла йыш телгә алына, ғәҙәттә уның етешһеҙлектәре лә күрһәтелә.
Remove ads
Былиналарҙа Алеша образы
Алёша Попович көсө менән айырылып тормай (ҡайһы берҙә уның көсһөҙлөгө, уның аҡһауы һыҙыҡ өҫтөнә алына). Уға ҡыйыулыҡ, таҫыллыҡ, зирәклек, отҡорлоҡ, тапҡырлыҡ, хәйләкәрлек хас. Көснәлә (гусли) уйнай белә. Алеша хатта үҙенең ҡиәмәтлек ағаһы Добрыняны ла алдарға әҙер (Алеша, уның ҡатыны Настасья Никулишнаға өйләнер өсөн, Добрыняның үлеме тураһында ялған имеш-мимеш тарата). Ғөмүмән, Алёша маҡтана, мутлаша, хәйләкәр һәм тәкәббер; уның шаяртыуҙары ҡайһы берҙә мәкерле лә, хатта яуыз да; иптәштәре уны ваҡыт-ваҡыты менән уға етди киҫәтә һәм ғәйепләй. Дөйөм алғанда, Алёшаға ҡапма-ҡаршылыҡ һәм ике йөҙлөлөк хас.
Вольга Святославичҡа хас һыҙаттар ҡайһы берҙә Алёшаға ла күсә. Алёша Поповичтың хәйләкәрлеге һәм ҡыйыулығы Вольганың «хәйлә-хикмәттәренә» тиң, ә уның шаяртыуҙары һәм хәйләләре Волганың тылсымдарына яҡын.
Алёша Поповичтың ҡатыны Елена (Петровна, Еленушка, Алёна, Алёнушка тип тә йөрөтәләр) була.
Алёша Попович менән бәйле иң боронғо сюжет тип уның Тугаринға ҡаршы һуғышы һанала. Алёша Попович Киевта йәки Киевҡа илткән юлда Тугаринды еңә (был алыштың ике тапҡыр уҙғаралыу варианты билдәле). Тугарин Алёша Поповичты утта яндырыу йәки тере килеш йотоу менән янай.
Remove ads
Образдың килеп сығышы
Ғәҙәттә Ростов баяры Александр (Олеша) Попович Алёша Поповичтың тарихи прототибы булып һанала. Йылъяҙмалар буйынса, был билдәле «батыр» (һайлап алынған яугир) булған. Тәүҙә Всеволод Большое Гнездоға, һуңынан уның улына хеҙмәт итә, өҫтәүенә, Александр Попович алыштарҙа Юрийҙың бер нисә иң яҡшы яугирын еңә.
Әммә ҡайһы бер ғалимдар быны шик аҫтына ҡуя[4][5]: улар, һуңғы йылъяҙмаларҙа Александр Попович темаһының актуалләшеүе Алёша Попович тураһындағы былиналар менән танышыу булыуҙан, тип иҫәпләй. Билдәле яугирҙың, эпос үҫешкән һайын, тарихи ерлегенән айырылып, күпкә олораҡ мифологик геройҙы алмаштырыуы ғәҙәти хәл.
«Алёша Попович һәм Тугарин» һәм «Добрыня һәм йылан» әҫәрҙәрендә Алёша Поповичтың атаһы Леонтий, ә «Алеша Попович һәм Тугарин» эпосында ул «Ростов побы Леонтийҙың улы» тип күрһәтелә. А. Я. Артыновтың ҡулъяҙмалары буйынса Алёша Поповичтың тыуған ере — Ярославль өлкәһе Ростов районы Селище ауылы[6].
Образы мәҙәниәттә
- «Володарский» пароходы бер ваҡыт «Алёша Попович» тип атала.
Нәфис әҙәбиәт
- 1801 йылда Николай Радищев «Алёша Попович, баһадир йыры» поэмаһын сығара.
- А. К. Толстойҙың «Алёша Попович» балладаһы.
Һынлы сәнғәт
- Виктор Васнецовтың «Батырҙар» картинаһы персонажы.
- «Алеша Попович» — бөйөк кенәз Владимир Александровичтың һарайы (хәҙер Санкт-Петербургтағы Ғалимдар йорто) өсөн яҙылған Василий Верещагиндың картинаһы.
- «Алёша Попович» — Иван Билибиндың эскизы.
- «Алеша Попович һәм красна девица» — Константин Васильевтың картинаһы.
- «Көслө батыр Алеша Попович» Алеша Поповичҡа арналған.
- 1902 йылда рәссам И. Я. Билибиндың «Баһадирҙар» циклынан «Алеша Попович» почта открыткаһы сыға.
- «Алеша Попович Һәм Елена Краса» — Ольшанский Б. М. картинаһы
Музыка
Кино
- Илья Муромец (1956; СССР) режиссёры Александр Птушко, Алёша ролендә — Сергей Столяров.
- 2004 йылда «Решетовта Мөғжизәләр» фильмы. Төп ролдә — Валерий Иваков.
- «Реаль әкиәт» (2011) Рәсәй фильмы персонажы, ролде башҡарыусы — Антон Пампушный.
- 2010 йылда «Утыҙынсы батшалыҡта мажаралар» фильмы донъя күрә, унда Алешаны Алексей Шутов уйнай.
- Һуңғы баһадир (2017; Рәсәй) режиссёр Дмитрий Дьяченко, Алёша ролендә — Вольфганг Черни.
- 2017 йылда «Күҙәтеү заставаһы» украин мажаралы фильм-фэнтези донъя күрә, унда Алёша ролен Роман Луцкий башҡара.
Мультипликация
- Алеша Попович һәм Тугарин Йылан (2004; Рәсәй), режиссёр — Константин Бронзит, Алёшаны Елена Шульман һәм Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Өс баһадир һәм Шамахан батшабикәһе (2010; Рәсәй), режиссеры — Сергей Глезин, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Алыҫ ярҙарҙағы өс баһадир (2012); Рәсәй), режиссеры — Константин Феоктистов, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Өс баһадир. Ат менеп йөрөш (2014; Рәсәй), режиссеры — Константин Феоктистов, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Өс баһадир һәм диңгеҙ батшаһы (2016; Рәсәй), режиссеры — Константин Феоктистов, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Мысырҙың өс баһадиры һәм принцессаһы (2017; Рәсәй), режиссеры — Константин Феоктистов, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Өс баһадир һәм тәхеттең вариҫы (2018; Рәсәй), режиссеры — Константин Бронзит, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Юлий ат һәм ҙур бәйге (2020; Рәсәй), режиссерҙары — Дарина Шмидт һәм Константин Феоктистов, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
- Өс баһадир һәм тәхеттәге ат (2021; Рәсәй), режиссерҙары — Дарина Шмидт һәм Константин Феоктистов, Алёшаны Олег Куликович уҡып ишеттерә.
Видеоуйындар
- Алёша Попович и Тугарин Йылан (уйын) (2005; Рәсәй)
- Добрыня Никитич һәм Змей Горыныч (уйын) (2006; Рәсәй)
- Илья Муромец һәм Соловей-Разбойник (уйын) (2007; Рәсәй)
Remove ads
Алексей Попович украин эпосында
Урыҫ былиналарындағы Алёша Попович менән Украина думаларындағы Алексей Попович (укр. Олексій Попович) ярайһы уҡ оҡшаш[7]. Мәҫәлән, рус филологы, славян телдәре белгесе Пётр Алексеевич Бессонов билдәләүенсә, былиналағы Алёша Попович һәм думалағы Алексей Попович берҙәй ихтирамһыҙ, әҙәпһеҙ һәм тупаҫ. Билдәле уртаҡ һыҙаттарға шулай уҡ ҡайһы бер тикшеренеүселәр грамоталылыҡ, эсеүгә әүәҫлек, ике йөҙлө булыуҙарын өҫтәй. Ике халыҡ ырыу-ҡәбилә туғанлығы һәм күп йыллыҡ күршелеге менән бәйле оҡшашлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, шуны билдәләп үтергә кәрәк: думалар һәм былиналар йөкмәткеһе буйынса бөтөнләй башҡа әҫәрҙәр[8].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads