Баһадирҙар (Васнецов картинаһы)

Виктор Васнецовтың картинаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Баһадирҙар (Васнецов картинаһы)
Remove ads

«Баһадирҙар»[2] — Виктор Васнецовтың картинаһы. Васнецов картина өҫтөндә егерме йыл самаһы эшләй. 1898 йылдың 23 апрелендә эш тамамлана һәм оҙаҡламай уны П. М. Третьяков үҙенең галереяһы.өсөн һатып ала. Инв. 1019[3].

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Атамаһы ...
Remove ads

Сюжеты

В М. Васнецов үҙе (П. П. Чистяковҡа яҙған хатында) картинаны былай һүрәтләй: «Баһадирҙар Добрыня, Илья һәм Алёшка Попович баһадирҙар күҙәтеүендә — осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы иғтибарлап күҙәтәләр: уғры-ҡараҡ, баҫҡынсы юҡмы, халыҡ яфаланмаймы?»[4].

Картинала һүрәтләп өс баһадир — Добрыня Никититич, Илья Муромец, Алёша Попович (рус былиналарының төп геройҙары). Уртала ҡара ат өҫтөндә Илья Муромец, усын маңлайына ҡуйып алыҫҡа текләгән, батырҙың бер ҡулында һөңгө һәм ҡалҡан, икенсе ҡулында булат суҡмар. Һулда аҡ (күк) атта Добрыня Никитич, ҡурҡыныс янағанда, ҡылысын ҡынынан һурып сығарып, алышҡа ташланырға әҙер. Уңда көрән атта Алёша Попович, ҡулына уҡ менән йәйә тотҡан. Иптәштәре менән сағыштырғанда, улар араһында иң йәше. Алёша Поповичтың ҡырында уҡ һауыты йәғни ҡалъян. Ә икенсе ҡырында гусли. Өс баһадир бейек булмаған ҡалҡыулыҡтарға күскән киң тигеҙлектә, һулыған үлән һәм һирәк күренгән шыршы үҫентеләре араһында баҫып тора. Күк болотло һәм шомло, баһадирҙарға хәүеф янағанын аңлата.

«Үҙенең рухи ҡеүәте менән йәлеп иткән Боронғо Русь былина һаҡсылары — Илья Муромец, Добрыня Никитич һәм Алёша Попович образдарын тергеҙеп — XX быуатҡа аяҡ баҫҡанда, Васнецов рус халҡының героик үткәне менән уның бөйөк киләсәге араһындағы күсәгилешлелекте билдәләргә тырышҡан. Образдар ни тиклем конкрет булһа ла, баһадирҙар рус ере мифик ижади көсөнөң кәүҙәләнеше кеүек ҡабул ителә. Ат өҫтөндәге мөһабәт һындар, тауҙарға йә ҡөҙрәтле ағастарға оҡшап, күккә олғашҡандай. Баһадирҙар аттарының тояҡтары аҫтында шыршыҡай һәм ҡарағайсыҡтың йәш һәм мурт үҫентеләре — быуындар күсәгилешлелеге метафораһы. Һынлы гипербола ҡулланып, Васнецов үҙенең геройҙарында рус характерының төп, боронғо, сифатын күрһәткән. Илья Муромец халыҡтың тәжрибәһе һәм йолаларына хас төплө һалмаҡлыҡҡа таянғанлыҡты кәүҙәләндерә. Добрыня Никитичта яугир рух һәм үҙ ерен яҡларға ынтылыш тупланған. Ә Алёша Попович образында рус халҡының шиғри күңеле,хыялға бирелеүсәнлеге йәғни күҙәтеүсәнлеге, бөтә төр матурлыҡҡа һиҙгерлеге сағылыш таба»[5].

Картина идеяһының барлыҡҡа килеүе

Thumb
В. М. Васнецов «Баһадирҙар» картинаһының тәүге һыҙмаһы, 1871—1874 йй.

В. М. Васнецов картинаның идеяһы нисек барлыҡҡа килеүен былай тип һөйләгән[6]:

Өс баһадирҙың һыҙмаһы күҙенә салына. Василий Дмитриевич Поленовтың оҫтаханаһында яҙған. Репиндың һыу аҫты батшалығы хаҡында һөйләшә инек, шул саҡта Вася Павел Петрович Чистяковтың хатын күрһәтте. Әүлиә остаз ер аяғы ер башы алыҫ араға кәңәштәрен еткергәйне.

«Скажите ему, — просил передать, — что в его картине не цвет воды задает тон, а веяние впечатления от былины задать должно тон воде и всему; вода тут ни при чём. Цвет и густота воды бывают разные, а былина такая — одна». Слова Чистякова о былине напомнили об одной старой мыслишке, он её карандашиком, а может быть, и углем зарисовал сразу по возвращении из Рябова: лохматые могучие кони, могучая троица богатырей.

Так и встало перед глазами: взгорья, простор, богатыри. Дивный сон детства.

Нарисовал в единочасье, поднес Васе в подарок, а тот поглядел и сказал строго, по-чистяковски, это в нём было, чистяковское — за все искусство ответ держать и о каждом рисунке заботиться.

Картинаның беренсе май эскизы, Поленовҡа бүләк итеп бирелгәнлектән, Поленов йорт-музейында һаҡлана. Унда ике дата — «75» һәм «1898 йылдың 10 марты» тора. Был ике датаны шулай аңлатыла: Васнецов был эскизды, Парижға килеү менән, Поленовтың оҫтаханаһында эшләгән. Поленов. Васнецов һыҙманы набросок дуҫына бүләк итергә йыйынған саҡта, Поленов, Васнецов ҙур картина яҙған осраҡта ғына, ҡараламаны ҡабул итәсәген әйткән. Ысынында йомғаҡлау "Баһадирҙар"ын рәссам, егерме йылдан артығыраҡ ваҡыт үткәс кенә, 1898 йылдың 27 апрелендә, тамамлаған. Һәм бынан бер ни тиклем алда, 10 мартта, Васнецов, бер юлы ике дата — беренсе һәм һуңғыһын бер буяу менән, бер үк ваҡытта ҡуйып, Поленовҡа эскизын бүләк иткән. Әйткәндәй, 1875 йыл яңылыш ҡуйылған — ысынында иһә, архив мәғлүмәттәре буйынса, Васнецов Парижға 1876 йылдың яҙында ғына килгән[7] Николай Моргунов, Моргунова Наталия-Рудницкая. Васнецов. «Сәнғәт», М., 1961. 436. б.</ref>.

Натурасылары

Илья Муромецтың прототиптарының береһе булып Васнецов 1893 йылғы этюдында сағылдырған Владимир губернаһы крәҫтиәне Иван Петров (һуңғараҡ — Большие Мытищи ауылы извозчигы)[8][9] булған. Иван Петров проораздарҙың береһе генә булған. «Рәссам Илья Муромец өсөн, йә Ивана Петровты, дәрәжәле, олпат, матур, тыныс һәм иғтибарлы ҡарашлы абрамцев тимерсеһен; йә Мәскәүҙә осратҡан һәм өлгө һын булып баҫырға күндергән булдыҡлы ломовой ылаусыны извозчик һүрәтләп, — яңынан-яңы типаж эзләгән. „Ҡырым күпере эргәһенән яр буйлап барһам, — тип һөйләгән аҙаҡтан В. Васнецов, — күреп ҡалдым: полк янында тап минең Ильяға оҡшаған таҙа кәүҙәле типһә тимер өҙөрҙәй егет тора“»[10].

Былиналарҙа Добрыня, [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Алёша_Попович Алёша] кеүек, һәр саҡ йәш, әммә Васнецов уны мул һаҡаллы өлгөргән кеше итеп һүрәтләй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр[11], йөҙөнөң һыҙаттары менән Добрыня рәссамдың үҙен хәтерләтә, тип иҫәпләй.

Remove ads

Этюдтар

Васнецов ижадын өйрәнеүселәр, картина өҫтөндә эшләгәндә, рәссам май менән түбәндәге этюдтар атҡарған[7]тип иҫәпләй.

Ентеклерәк мәғлүмәт Йылы, Илл. ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads