Анапа

From Wikipedia, the free encyclopedia

Анапаmap
Remove ads

Анапа — Рәсәй көньяғында Краснодар крайындағы ҡала-курорт. Климаты файҙаланылған бальнеологик курорт (башлыса балалар-үҫмерҙәр өсөн).

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Край буйһоноуындағы ҡала һәм «Анапа ҡала-курорты» муниципаль берәмегенең административ үҙәге. «Хәрби дан ҡалаһы» (2011).

Remove ads

Физик-географик тасуирламаһы

Географияһы
Thumb
Тимер юл вокзалы.
Thumb
Анапа дельфинарийында дельфиндар бейеүе

Анапа Краснодар крайының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Ҡара диңгеҙҙең Анапа бухтаһы ярында урынлашҡан. Мәскәүҙән көньяҡҡа 1,5 мең саҡрым алыҫлыҡта, Краснодарҙан көнбайышҡа табан 190 саҡрым алыҫлыҡта, Сочиҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 360 саҡрым алыҫлыҡта, Төп Кавказ һыртының Тамань ярымутрауы менән киҫешкән ерендә урынлашҡан.

Гидрографияһы
Thumb
Анапка йылғаһы тамағы

Анапа ҡалаһы биләмәһе буйлап Анапка йылғаһы аға, ул Анапа һыубаҫарын диңгеҙ менән бәйләүсе булып тора.

Климаты

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Тарихы

Thumb
Рәсәй Банкыһының 10 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәһе (2014)

Б.э.т. бер нисә быуат әүәл Анапа урынында — синдтар торамаһы, антик ҡала — Синд гаване йәки Синдика булған. Боспор дәүләтенә ҡушылғандан һуң (б.э.т. IV быуаттың уртаһынан б.э.III быуатына тиклем), уның хакимы Горгипп исеме менән Горгиппия тип аталған.

  • Тулыһынса Рәсәйгә 1829 йылғы Адрианополь солох килешеүе буйынса ҡушыла. Әммә Ғосман империяһының да, Рәсәй империяһының да власын танымаған урындағы черкес халҡы батша ғәскәрҙәренә әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә башлай.
  • 1866 йылда ҡала курорт статусын ала. Доктор В. А. Будзинский шифаханаһы XIX быуат аҙағына беренсе ҡунаҡтарҙы ҡабул итә, Ә XX быуат башына ҡала тиҙ үҫешеүсе курорт һәм порт булып ҡала. Анапала курорт төҙөлөшө 1920—1930 йылдарҙа дауам итә. 1940-сы йылдар башында Анапала 14 шифахана һәм 10-дан ашыу пионер лагеры була.
  • Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында курорт тулыһынса емерелгән. 1950 йылдарҙа тулыһынса тергеҙелә.
  • 1994 йылдың 12 мартында Анапа районы һәм Анапа ҡалаһы муниципаль берәмектәре Анапа курортына берләштерелә[7]. 1996 йылда муниципаль берәмек Анапа ҡала-курорты тип үҙгәртелә[8].
  • 2006 йылдың 1 апрелендә урындағы үҙидара реформаһы һөҙөмтәһендә «Анапа ҡала-курорты» муниципаль берәмеге статусы менән ҡала округы барлыҡҡа килә[9].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының 2011 йылдың 5 майындағы 586-сы һанлы Указы менән ҡалаға «Хәрби Дан Ҡалаһы» тигән почетлы исем бирелә[10].
  • 2022 йылдың 25 авгусында Анапаның рәсми гимны ҡабул ителә[11] Ҡала көнө сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә байрам ителә.
Remove ads

Этимологияһы

«Анапа»һүҙен тәржемә итеүҙең бер нисә варианты бар. Был хәҙерге ҡала урынында йәшәгән халыҡтарҙың яңғырашы буйынса оҡшаш һүҙбәйләнештәре булыуы менән бәйле. Улар араһында иң билдәлеһе:

  • Черкес (адыг) «Аннэ-пэ» — «түңәрәк өҫтәл сите». Анапа бухтаһы урындағы черкес ҡәбиләләренә адыг милли өҫтәле һыҙаттарын хәтерләтә алған тип иҫәпләнелә
  • Боронғо грек «Ана-па» — «Бейек морон». Боронғо грек «Аргонавтика» әҫәрендә Аполлоний Родосский, беренсе тапҡыр «Анапа» һүҙен телгә алып, уны "бейек морон"тип аңлата. Ихтимал, был исем урындағы бейек һәм текә яр арҡаһында алғандыр.

В. А. Потто "Кавказ һуғышы"ның I томында «Бибиковтың Анапаға ауыр походы» бүлегендә тағы бер версия яҙған: "Анапа «һүҙе ике татар һүҙенән килеп сыҡҡан: „ана“— әсә һәм „пай“ — өлөш. Тәүге осорҙа ҡәлғәне Анапай тип атамағандар — „әсә өлөшө“ йәки „әсә ҡуйыны“ („лоно“). Был атаманың килеп сығышын, ғәҙәттә, төрөктәрҙең Ҡырымдан ҡыуылған диндәштәренең яҙмышын еңеләйтергә тырышып, уларға Кубань буйлап тап ошо ҡәлғә һаҡлауы аҫтында урын биреүҙәре менән аңлата; үҙ ваҡытында татарҙар бындай ҡурсалауҙы юғары баһалай һәм бәхетһеҙ һөргөнселәрҙе әсә ҡуйынына алған кеүек, үҙендә һыйындырған ергә Анапа исеме биреп рәхмәтен белдерә». Әммә Анапа исеме Ҡырым ханлығы ҡолатылғанға тиклем дә булған.

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Милли составы

Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (2010 йыл):[26]

Ентеклерәк мәғлүмәт Халҡы, Һаны, уҡыусы. ...


Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads