Анна Иоанновна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
А́нна Иоа́нновна (А́нна Ива́новна) — Романовтар династияһынан Рәсәй императрицаһы. Батша Иван V (Петр I ҡустыһы һәм хакимдашы) Прасковья Фёдоровнанан тыуған ҡыҙы.
1710 йылда Курляндия герцогы Фридрих Вильгельмға кейәүгә бирелә; 4 айҙан тол ҡалып, Курляндияла ҡала. Пётр II үлгәндән һуң, 1730 йылда Юғары йәшерен совет уны Рәсәй тәхетенә вәкәлләттәре сикләнгән монарх итеп саҡыра. Әммә ул Юғары советы таратып бөтә власты үҙ ҡулына ала.
Уның хаким иткән йылдары тарихҡа һөйәре (фаворит) Бирон исеменән бироновщина булып кереп ҡала.
Remove ads
Тәхеткә ултырыуына тиклем
1682 йылдан Рәсәй тәхетендә бер туғандар Пётр I һәм Иван V батшалыҡ итә. 1684 йылда Иван (Иоанн) Прасковья Фёдоровнаға өйләнә, һәм уларҙың 5 ҡыҙы тыуа. Уртансы ҡыҙҙары Анна 1693 йылда тыуа.
1710 йылда Пётр I Балтик буйында Рәсәй йоғонтоһон көсәйтеү өсөн Аннаны Курляндия герцогы Фридрих-Вильгельмға кейәүгә бирә. Никах 31 октябрҙа Петербургта үтә. Бынан һуң яңы өйләнешеүселәр ваҡытын мәжллестәрҙә үткәрә. 1711 йылда үҙ биләмәлеренә ҡайтышлай Фридрих-Вильгельм, мәжллестә саманан артыҡ эсеүҙән вафат була.
Петр I талабы буйынса Анна Латвияның көнсығышындағы Митав ҡалаһында йәшәй. Биләмә менән Рәсәй вәкиле, Аннаның һөйәре П. М. Бестужев-Рюмин идара итә. Анна граф Моричҡа кейәүгә сығырға ризалығын бирә. Шул ваҡыт Аннаның тормошона 28 йәшлек дворян Эрнест-Иоганн Бюрен килеп керә һәм тормошоноң һуңғы көндәренә тиклем ҙур йоғонто яһай.
Remove ads
Тәхеткә ултырыуы
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads