Пётр I

From Wikipedia, the free encyclopedia

Пётр I
Remove ads

Бөйөк Пётр I (Пётр Алексе́евич Рома́нов; (9 июнь 1672 йыл — 8 февраль 1725 йыл) — Рәсәй империяһының һуңғы Батшаһы (1682—1721) һәм беренсе Императоры (1721—1725).

Ҡыҫҡа факттар Флаг Государь, Бөтә Рәсәй Бөйөк Кнәзе һәм Батшаһы, 7 май (27 апрель) 1682 — 2 ноябрь (22 октябрь) 1721 ...

Романовтар династияһы вәкиле булараҡ, Бөтә Рәсәй Бөйөк Кнәзе һәм Батшаһы итеп 1682 йылда, 10 йәшендә сағында иғлан ителә. 1689 йылдан дәүләт менән үҙаллы идара итә башлай. Ағаһы Иван V үҙенең 1696 йылдағы вафатына тиклем формаль рәүештә батша вазифаһын бергә башҡарыусы булып һанала.

Йәш сағынан уҡ фән һәм сит илдәрҙәге тормош менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ Пётр Көнбайыш Европа илдәрендә оҙайлы сәйәхәттә булған беренсе рус батшаһы булып һанала. 1698 йылда оҙайлы сәйәхәттән әйләнеп ҡайтҡас рәсәй дәүләтселегендә һәм ижтимағи тормошта масштаблы реформалар башлай. Төньяҡ һуғышынан һуң Рәсәйгә Балтика буйы ерҙәрен ҡушыу Пётрҙың иң ҙур ҡаҙанышы булып тора. Был ҡарар XVI быуатта ҡабул ителгән булған һәм 1721 йылдан Пётр Рәсәй императоры титулын йөрөтә.

XVIII быуат аҙағынан алып хәҙерге көнгәсә тарих фәнендә һәм ижтимағи тормошта Пётр шәхесенә, уның Рәсәй тормошондағы роленә диаметраль ҡапма-ҡаршы баһа биреүселәр бар. Рәсми Рәсәй тарихында Пётр XVIII быуатта Рәсәйҙең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе данлыҡлы дәүләт эшмәкәре тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта Николай Карамзин, Василий Ключевский, Павел Милюков кеүек күренекле тарихсылар уны ҡарға тәнҡитләйҙәр.

Remove ads

Библиография

  • Письма и бумаги императора Петра Великого. 13 томов. 1887—2003.
  • Голиков И. И. Деяния Петра Великого, мудрого преобразителя России, собранные из достоверных источников и расположенные по годам, 1788—1789.
  • Устрялов Н. Г. История царствования Петра Великого. Т. 1—4, 6. СПб., 1858—1864.
  • Чистяков А. С. История Петра Великого. / Репринтное воспроизведение издания 1903 г. — М.: Изд-во «Буклет» (РИА «Двойная радуга»), 1992. — 524 с. — ISBN 5-88150-001-6.
  • Павленко Н. И. Пётр Первый / Н. Павленко. М.: Молодая гвардия, 1975. — 384, [34] с. — (Жизнь замечательных людей. Серия биографий. Вып. 14 (555)). 100 000 экз. (в пер.)
  • Пётр Великий: pro et contra. СПб.: РХГИ, 2003. — 1024 с. ISBN 5-88812-149-5.
  • Труайя А. Петр Великий. М.: Изд-во Эксмо, 2006. — 448 с. ISBN 5-699-10726-6.
Remove ads

Һылтанмалар


Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads