Анталья (провинция)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Анталья (провинция)map
Remove ads

Анта́лья (төр. Antalya) — Төркиә Йөмһүриәтенең көньяҡ провинцияһы, административ үҙәге — Анталья ҡалаһы. 2015 йылдын ноябрендә Анталья ҡалаһында НАТО самиты булды.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...
Remove ads

Географияһы

Thumb
Анталья провинцияһының административ үҙәге — Анталья ҡалаһы

Анталья Тавр тау һырттары менән Аҡ (Урта) диңгеҙ арауығында Анталья ҡултығында урынлашҡан.

Көнбайыштан: Мугла, Бурдур, Ыспарта, Конья, Ҡараман, Мәрсин провинциялары менән сикләшә.

Тарихы

Был тирәлә Ҡараин мәмерйәһендә беҙҙең эранан яҡынса 100 000 йыл элекке беренсе кеше эҙҙәре табылған.

Антальяның боронғо тарихы аҙ билдәле. Хеттар дәүерендә Анталья иле регион Ликия тип аталған булған, көнсығышы Памфилияға кергән булған. Ә төньяғын Киликия менән Писидия уртаҡлашҡан.

Анталья беҙҙең эраға тиклемге 7-се быуаттан алып беҙҙең эраға тиклемге 546 йылғаса, Фарсылар баҫып алғансы, Лидей батшалығының бер өлөшө булған. Фарсылар тарафынан Кепрючай (боронғоса Эуромедон) йылғаһы буйында хәрби-диңгеҙ базаһы булдырыла. Тик 467 йыл Симон Афинский флоты базаны емерә.

Беҙҙең эраға тиклемге 334 йыл Антальяны Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып ала. Искәндәр Зөлҡәрнәй вафатынан һуң регион Сәләүкидтәр һәм Пергтар тарафынан бәхәсле биләмәгә әүерелә. Һөҙөмтәлә 188 йыл Пергтарға күсә.

Беҙҙең эраға тиклемге 133 йылдан Анталья Рим власы аҫтында ҡала. Аҙаҡтан Византия яулап ала. Иҡтисади көрсөк VIII быуатҡа тап килә, был осорҙа бик көслө ер тетрәү була. Ер тетрәүҙәрҙән һуң ғәрәптәр ябырыла, пираттар йонсота (VII—VIII быуаттар.). 1080-се йылдарҙа (сәлжуктар баҫып алғандан һуң) ислам тарала башлай. Әммә 1120 йылда Византия Антальяны һәм уның тирәһендәге биләмәләрҙе тулыһынса баҫып ала.

XII быуаттағы болғаныштар башланғанғандан алып һәм 1207 йылда Византияның ҡолатылыуынан һуң, сәлджуктар территорияны бөтөнләйгә яулап ала. 1321—1423 йылдарҙа Анталья бойондороҡһоҙ Хәмид бейлеге үҙәге була. 1423 йыл төбәкте ғосманлы төрөктәр яулай.

Remove ads

Халҡы

1912 йылда бында 196 087 кеше мосолмандар, 15 253 кеше гректар, 489 кеше, йәһүдтәр 429 кеше йәшәгән[1] Халыҡ һаны 1 719 751 кеше (2009)

Эре ҡалалары — Анталья (603 мең кеше 2000 йыл), Аланья, Мәнәүғәт, Серик.

Административ бүленеше

Thumb
Thumb

Анталья провинцияһы 19 районға бүленә, шуларҙың 5-әүһе Анталья ҡалаһы райондары.

  1. Аксеки (Akseki)
  2. Аҡсу (Aksu)
  3. Аланья (Alanya)
  4. Демре (Demre)
  5. Дёшемеалты (Döşemealtı)
  6. Элмәле (Elmalı)
  7. Финике (Finike)
  8. Ғәзипаша (Gazipaşa)
  9. Гюндогмуш (Gündoğmuş)
  10. Ибрады (İbradı)
  11. Ҡаш (Kaş)
  12. Ҡәмәр (Kemer)
  13. Кәпәз (Kepez)
  14. Ҡорҡотели (Korkuteli)
  15. Коньяалты (Konyaaltı)
  16. Кумлужа (Kumluca)
  17. Мәнәүғәт (Manavgat)
  18. Муратпаша (Muratpaşa)
  19. Серик (Serik)
Remove ads

Иҡтисады

Анталья провинцияһы Төркиәнең туристик индустрия үҙәге. 30 % туристар тап ошо ерлеккә килә.

Шулай уҡ ауыл хужалығы ла ярайһы үҫешкән. Төп тармаҡтар - мамыҡсылыҡ, кунжут, цитрустар. Һуңғы йылдарҙа сәскәселек һәм ҡаплаулы йәшелсәселек үҫешә.

Судотөҙөлөш, судотөҙөкләндереү һәм дә аҙыҡ-түлек сәнәғәте.

Иҫтәлекле урындары

  • Ксанф — боронғо Ликияның баш ҡалаларының береһе, ул ЮНЕСКО тарафынан бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads