Антонова Нина Васильевна

кино актёры From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Антонова Нина Васильевна (2 декабрь 1935 йыл) — СССР һәм Украинаның кино актёры. Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Нина Васильевна Антонова 1935 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Баҡалы ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе йорт хужабикәһе, атаһы хәрби кеше була.

1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаилә Мәскәүгә күсенә.

Октябрьскийҙә мәктәптә уҡығанда, мәҙәниәт йортындағы драма түңәрәгенә лә йөрөй. Вера Марецкая уйнаған фильмдәрҙе оҡшата. Мәскәүгә барғас, Б. В. Щукин исемендәге театр училищеһына уҡырға инә (Иосиф Матвей улы Рапопорт курсы). Һуңғы курста уҡығанда, Ялта киностудияһында Аркадий Гайдарҙың «Хәрби сер» (рус. Военная тайна) китабы буйынса төшөрөлгән картинала пионервожатый Настя роленә саҡырыу ала. Киноға төшкәндә, үҙенең буласаҡ ирен — актёрҙар буйынса режиссёр ассистенты Анатолий Сергееевич Буковскийҙы (1925—2006) осрата, уға кейәүгә сыға.

1958—1963 йылдарҙа — «Ленфильм» киностудияһы, 1964 йылдан — А. П. Довженко исемендәге Киев киностудияһы артисы.

Ғаиләһе:

  • Ире Анатолий Сергеевич Буковский — Украина кинорежиссеры.
  • Улы Сергей Буковский — Украинаның документаль кино режиссёры, Украинаның халыҡ артисы (2008).
  • Ейәнсәре Анастасия Буковская — Украина режиссёры һәм продюсеры.
Remove ads

Фильмографияһы

  1. 1958 — Военная тайна — Натка Шагалова
  2. 1959 — Неоплаченный долг — Леля Конюшкова
  3. 1961 — За двумя зайцами — хеҙмәтсе ҡыҙ
  4. 1962 — Среди добрых людей — Ярошко
  5. 1964 — Сумка, полная сердец — уҡытыусы Луиза Калашникова
  6. 1966 — Бурьян — Христя Мотузка
  7. 1969 — Варькина земля — Варя Кравец
  8. 1971 — Лада из страны берендеев — принцесса Маггот
  9. 1974 — Голубой патруль — Толя Симагиндың әсәһе
  10. 1975 — Вы Петьку не видели? — Солнышко әсәһе
  11. 1976 — Аты-баты, шли солдаты — Люся, буфетсы
  12. 1978 — Подпольный обком действует — Мария Филипповна Бесараб
  13. 1979 — Вижу цель — Варвара Николаевна Клокова, подполковниктың ҡатыны
  14. 1983 — Провал операции «Большая Медведица» — уҡытыусы Мария Григорьевна Шевчук
  15. 1984 — Володькина жизнь — Екатерина Плесова
  16. 1987 — Возвращение — Екатерина Васильевна Рогачёва
  17. 1987 — Исполнить всякую правду — Зинаида Дмитриевна Зимина
  18. 1989 — Зелёный огонь козы — оләсәй
  19. 1991 — Личное оружие — Наталья Валерьяновна Разинская, өлкә башҡарма комитет рәйесе
  20. 1992 — Игра всерьёз — Степанида
  21. 1995 — Осторожно! Красная ртуть! — күрше ҡатын
  22. 1997 — Святое семейство
  23. 2006 — Мосты сердечные — Зоя әбей
  24. 2010 — Когда на юг улетят журавли… — Катя инәй, фельдшер
  25. 2011 — Баллада о бомбере — Мартыновка ауылында оләсәй
  26. 2013 — Чёрные кошки — Ганя, медсестра
  27. 2013 — Нюхач — Зуевка ауылы кешеһе
  28. 2014 — Поддубный — ҡарт санитар ҡатын
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980)

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads