Антропология

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Антропология (от бор. юнан. ἄνθρωποςкеше; λόγοςλόγος — фән) — кешене, уның сығышын, үҫешен, тәбиғи һәм мәҙәни (яһалма)  мөхиттә үҫешен, йәшәйешен барыһын бергә йыйып өйрәнеүсе фәнни дисциплина[1][2]. Антропология төрлө тәбиғи-географик мөхиттә тарихи үҫеш барышында барлыҡҡа килгән кешеләр араһындағы физик айырмалыҡтарҙы өйрәнә[3]. Советтар Союзында антропологияны кеше һәм уның расаларының сығышы һәм кеше эволюцияһы тураһындағы фән, йәғни физик антропология фәне тип ҡарағандар[4].

Расалар тураһындағы белем — антропологияның кеше расаларын  тикшереүсе төп  бүлеге (хәҙерге расаларҙың классификацияһы, уларҙың географик таралышы, тарихи формалашыуы һәм башҡа проблемаларҙы өйрәнеүсе бүлек)[5][6].

Remove ads

Төшөнсә тарихы

«Антропология» терминының барлыҡҡа килеүе антик философияға барып тоташа. Боронғо грек философы Аристотель (б.э. тиклемге 384-322 йылдар) антропология терминын кеше тәбиғәтен рухи яҡтан өйрәнеүсе белем өлкәһен билдәләү өсөн ҡуллана. Күп классик һәм классик булмаған аҡыл эйәләренең (Кант, Фейербах һ. б.) был терминды шул мәғәнәлә ҡулланыуына ҡарамаҫтан, махсус философик дисциплина һәм мәктәп булараҡ, антропология бары тик ХХ быуат башында ғына «фәлсәфәүи антропология» исеме аҫтында атап йөрөтөлә башлай. "Антропология" термины үҙенең үҙенсәлекле мәғәнәһендә шулай уҡ байтаҡ гуманитар фәндәрҙә (сәнғәт фәне, психология һ. б.) һәм дин фәнендә (теологияла), дини фәлсәфәлә әлегә тиклем ҡулланыла. Мәҫәлән, педагогика фәнендә тәрбиәләүҙәге антропологик ҡараш өйрәнелә. Һуңыраҡ антропологияның мәғәнәһе дифференциялана һәм ҡатмарлаша.

Рәсәйҙә антропологияны башлыса физик антропология тип йөрөтәләр, әммә 1990 йылда Рәсәй юғары уҡыу йорттарында социаль, мәҙәни, сәйәси һәм фәлсәфәүи антропология кафедралары барлыҡҡа килә башлай.

Remove ads

Йүнәлештәр

Традиция буйынса антропологияны бер-береһе менән үҙ-ара бәйле һәм шул уҡ ваҡытта бер-береһенән айырым торған дисциплиналарға бүлеп йөрөтәләр.

  • Физик антропология — кеше һәм уның расаларының физик ойошторолоу сығышын һәм эволюцияһын өйрәнә. Ул шул иҫәптән палеоантропология һәм суд антропология ғәмәли дисциплиналарын үҙ эсенә ала. Ул хәҙерге кеше һәм кеше һымаҡ приматтар  менән кешене биологик төр сифатында уның эволюция барышында үҙгәреүен яҡын туғандары менән сағыштырып өйрәнә. 
  • Философик антропология — кеше тәбиғәтенең һәм уның асылын кеше йәшәйешенең айырым бер төрө итеп ҡараусы  фәлсәфәүи тәғлимәт. Антропология кешене айырым аңлау һәм өйрәнеү предметы итеп иң беренсе булып күрһәтеүсе фәлсәфәүи тәғлимәт булып тора.
  • Дини антропология — теология һәм дини тәғлимәт  контексында ҡаралған кеше асылы тураһындағы дини йәки фәлсәфәүи тәғлимәт. Дини тәғлимәттә антропология предметының үҙбилдәләнеше — кеше тураһындағы сиркәү тәғлимәтен асып биреү.
  • Социаль һәм мәҙәни антропология — этнологияға бик яҡын торған дисциплина, ул кешелек йәмғиәтен сағыштырмаса өйрәнеү менән шөғөлләнә. Социаль-мәҙәни антропология методологияһы мәсьәләләре сиктәрендә был фән шулай уҡ үҙенсәлекле итеп лингвистик, когнитив, сәйәси, иҡтисади, тарихи антропология һәм хоҡуҡ антропологияларына бүленә.
  • Визуаль антропология — кешене фото-видеоматериалдар нигеҙендә  кинематограф, фото сәнғәте, телевидение һәм башҡалар аша тасуирлау ысулы менән өйрәнеү.
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Этнология
  • Этнография
  • Классификация рас
  • Антропогенез

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads