Апшерон милли паркы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Апшерон милли паркы (әзерб. Abşeron Milli Parkı) — Баҡы ҡалаһының Азизбек районында Апшерон дәүләт заказнигы базаһында 2005 йылда төҙөлә. Парктың дөйөм майҙаны 783 гектар тәшкил итә (7.83км²).
Remove ads
Төҙөлөү маҡсаты
Ошо территорияла тереклек иткән йәйрәндәрҙе, каспий тюлендәрен һәм һыуҙа йөҙөүсе ҡоштарҙы һаҡлау өсөн төҙөлә.
Флораһы һәм фаунаһы
Ҡоро ерҙә йәйрән, сүл бүреһе, төлкө, бурһыҡ, ҡуян, Каспий диңгеҙе һыуҙарында тюлень һәм балыҡ, көмөш аҡсарлаҡ, ышылдаҡ аҡҡош, ҡашҡабаш, һуна өйрәк, ҙур аҡ селәндәр, һаҙ көйгәнәге һәм башҡа күсмә ҡоштар тереклек итә. Әзербайжандың Ҡыҙыл китабына ингән һәм Ширван милли паркында йәшәүсе йәнлектәр һәм ҡоштар Апшерон милли паркында ла осрай.
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads