Ҡашҡабаш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡашҡабаш (рус. Лысу́ха, лы́ска , лат. Fulica atra) — тартай һымаҡтар ғаиләһендәге ҙур булмаған һыу ҡошо.
Евразия, Төньяҡ Америка, Австралияла киң таралған. Тотош ҡара төҫтә, аҡ суҡышы һәм маңлайындаға аҡ табы менән башҡа ҡоштарҙан айырыла.
Был ҡош яҡшы сума, йөҙгәндә башын һәм ҡойроғон бәүелтеп йөҙә. Осҡанда һыу өҫтөнән ауыр күтәрелә, аяҡтары һыуҙы ярып бара.
Һулҡылдап илаған тауышҡа оҡшаған тауыш сығара. Йылға буйҙарында, күлдәрҙә, ҡамыш һәм үлән баҫҡан яр буйҙарында йәшәй. Үлән, тамыр-томор, ваҡ балыҡтар, һыу бөҗәктәре менән туҡлана. Ояһын һыуҙа ҡамыш төптәрендә ҡора.
Был һирәк осрай торған ҡош.
- Museum specimen
Remove ads
Әҙәбиәт
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986 йыл, Өфө.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

