Әрмәнстан
Кавказ аръяғында урынлашҡан унитарлы президент республикаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Әрмәнстан Республикаһы (әрм. Հայաստանի Հանրապետություն) — Кавказ аръяғында урынлашҡан унитарлы президент республикаһы. 2011 йылда үткән халыҡ иҫәбе буйынса Әрмәнстан Республикаһында 2 млн. 871 мең кеше йәшәй йәки Әрмәнстан территорияһынан сит йәшәгән граждандары менән 3 018 854. Халыҡ тығыҙлығы: 110 кеше/км².
| |||||
![]() | |||||
Гимн: Әрмәнстан гимны (тыңларға ) | |||||
Нигеҙ һалынған | б.э.т. II-се быуаты (К.а.Д.Ф.Р, СССР иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Әрмән теле | ||||
Баш ҡала | Ереван | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Ереван, Гюмри, Вандазор | ||||
Идара итеү формаһы | Унитар республика[1] | ||||
Президент | Армен Саргсян | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 138-се урын 29 800 км² 4,71 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2014) • Тығыҙлыҡ | 135 урын 3 009 800[2] 110 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2006) • Кеше башына | - урын 1708,4 млрд $ - $ | ||||
Валюта | драм | ||||
Интернет-домен | .am | ||||
Телефон коды | +374 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC GMT+4 |
Әрмәнстан Республикаһы — Көнсығыш Әрмәнстан тарихи төбәгенең төп территорияһы (Таулы Ҡарабах Республикаһы территорияһы менән бергә). Әрмәнстан Республикаһы — Төркиә, Әзербайжан, Грузия, һәм танылмаған Таулы Ҡарабах илдәре менән ситләшеп тора. Әрмәнстан Рәсәй Империяһының составына 1826 — 28 йй. Рәсәй һәм Иран һуғышынан һуң инә. Хәҙерге Әрмәнстан дәүләтлегенең нигеҙе 1918 йылдың 28 майында Кавказ аръяғы Республикаһынан айырылған Әрмән Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеүе менән бәйле.
1920 йылда Әрмәнстанға Совет власы килгәс, республикаға Әрмән ССР-ы исеме бирелә. Ул Кавказ аръяғы Федератив Республикаһы аша СССР составына инә. 1936 йылдың 5 декабрендә Советтар Союзының яңы Конституцияһы рөсхәт ителгәс К. а. С. Ф. С. Р. бөтөрөлә, шуға ҡарай Әрмән ССР-ына (Әзербайжан, Грузия менән бергә) союздаш республика статусы бирелә. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң 1991 йылдың 23 сентябрендә үткәрелгән референдум нигеҙендә Әрмәнстан Республикаһы бойондороҡһоҙ илгә әйләнә.
Remove ads
Тарих
Әрмәнстан тураһында беренсе тапҡыр Бехистун яҙыуҙарында осрай (б. э. т. 520 йыл). Боронғо ваҡыттың тарихсылары һәм географтары Әрмәнстанды Сүриә, Фәрсистан төбәктәре менән бергә күрһәтелгән. Искәндәр Зөлҡәрнәй империяһы ҡырылғас-Айрарат, Софена исемле әрмән илкәйҙәре барлыҡҡа килә. Бәлки улар аҙ ваҡыт үткәс Селефкид империяһы ул илдәрҙе яулап ала. Әммә ул империяны Рим ҡырып ала. Һәм б. э. т II быуаты тирәһендә Бөйөк Әрмәнстан һәм Бәләкәй Әрмәнстан илдәре барлыҡҡа килә.
Тигран II батшаһы (б.э.т. І быуаты) Әрмәнстандың территорияһын Каспий диңгеҙенән Фәләстанға тиклем ҙур итә. Бәлки Тигран Римдарға яуҙа отолғас Бөйөк Әрмәнстандан Әрмән таулығы, Евфрат, Кура, Урмия йылғалары аралығы ҡалған.
Беҙҙең эраның 301-се йылында Донъялағы Христәин динен Дәүләт дине һымаҡ рөсхәт иткән илдәрҙән Әрмәнстан иң беренсеһе булып рөсхәт итә. Бөтә дәүләттең уңыштарына ҡарамаҫтан 387 йылда Әрмән дәүләтенең территорияһын Фәрсистан менән Рим араһына булә. Буленгән ерҙәрән иң күбе Фәрсистандың ҡулына күҫә. Фәрсистанға эләккән әрмән территорияларында 407 йылда бөйөк әрмән ғәлимы Месроп Маштоц әрмән алфавитын барлыҡҡа килтерә.
VII б. уртаһында Әрмәнстанды ғәрәптәр баҫып ала һәм бөтә Кавказ ерҙәрендә «Арменийа» әмираты иғлан ителә. 860-сы йылдарҙа Багратид батшалар династияһы Әрмәнстандың күп ерҙәрен ҡайтарып һәм берҙәмләп Ғәрәп хәлифәтенең власын тартып алала Әрмән иленә бойондороҡһоҙлоҡ ҡайтара. 885 йылда Византия һәм Ғәрәптәр Әрмәнстандың бойондороҡһоҙло илен таный. 1064—1826 йылдарға тиклем Әрмәнстан ерҙәре төрлө илдәрҙең составында ингән, Әрмән халҡы ерҙәренән ҡыуылған, ҡолға әйләнгәндәр, күптәргә сит илдәргә эмиграцияға ҡасырға тура килгән (Спюрк). 1828 й. Туркманчай тыныслыҡ договоры менән Эриван, Нахичеван төбәктәре Рәсәй составына инә. Ул территориялар борондан әрмән халҡының артында булһала, Рәсәйгә ҡушылыу ваҡытына әрмән халҡы иҫәбе 20 процент ҡына күрһәткән. Рәсәй составына ингән Әрмәнстан ерҙәре урынында Эриван губернаһы иғлан ителә. Осман империяһында ҡалған әрмәндәр өсөн төрөктәр яғынан 19 быуаттың уртаһынан — 20 быуаттың башына тиклем Әрмән халҡы геноциды үткәрелгән.
1918 йылдың 28 майында Әрмәнстан Республикаһы барлыҡҡа килә, 1920 йылда исеме Әрмән ССР-ына үҙгәртелгән.
1991 йылдың 23 сентябрендә ӘССР-ҙың Юғары Советы референдум йомғаҡтарына ҡарап Дәүләт Бойондороҡһоҙ тураһында иғлан яһай.
Remove ads
Әрмәнстан Әрмән таулыҡтарының көнсығыш яғында урынлашҡан һәм Кесе Кавказ тауҙары менән ситләнгән. center>
- widths="180px"
- Ереван
- Татев монастыры
- Звартноц храмы
- Боронғо мәжүсилек Гарни храмы
- Боронғо Караундж мегалит комплексы
Һыу ресурстары
Әрмәнстан территорияһы буйлап 9480 төрлө йылға аға, уларҙан 379 йылғаның оҙонлоғо 10 км артыҡ. Әрмәнстандың төп йылғаһы Аракс.
Әрмәнстанда 100-ән артыҡ күл бар, уларҙың иң ҙуры — Севан. Әрмәнстандың һыу ресурстары байтаҡ булһала, илдә һыу дефициты һиҙелә. Шуға Әрмәнстанда 74 һыу һаҡсылығы төҙөлгән. Эсәр һыуҙың 96 проценты ер аҫтынан алына.
Файҙалы ҡаҙылмалар
Әрмәнстанда баҡыр, ташлы тоҙ, мәрмәр, төрлө мәке породалары, аҫыл таштар ятҡылыҡтары бар. Сәнәғәткә кәрәкле ҡара һәм төҫлө металлдар ятҡылыҡтары бар. Уларҙың иҫәбендә 3 баҡыр, 6-молибден, 5-полиметаллик (Цинк, ҡурғаш), 4-алтын, 2-тимер, һәм уран ятҡылыҡтары.
Әрмәнстан иҡтисады
Валюта

Әрмәнстандың валютаһы — драм (әрм. դրամ). 1993 йылдың 22 ноябренән йөрөй башлай. Ошо ваҡытҡа тиклем республикала совет тәңкәләре менән ҡулланғандар. 1 драм 100 луманан (әрм. լումա) тора Әрмәнстан валютаһының символы Դ — әрмән алфавитының «да» хәрефен аңлата.
Сәнәғәт
Әрмәнстандың замандаш сәнәғәте Советтар Союзы ваҡыттарында төҙөлгән. Ул ваҡытта Әрмәнстан СССР-ҙың төбәктәренә станоктар, текстиль, һәм башҡа продукция еткергән, ул продукция мәҫәлән электроэнергия алмаштырылған.
Ауыл хужалығы
Малсылыҡ
ӘР ауыл хужалығында малсылыҡтың байтаҡ урыны бәләкәй мал тотоу — һарыҡ һәм кәзә аҫрау менән бәйле. Был тармаҡ ареалы таулы урындарға таралған. Ҙур малды тауҙа тотоуо ҡыйыныраҡ, әммә ошо малсылыҡ төрө бәләкәй малы менән бергә, ҡыйынлыҡтарға ҡарамай районда таралған.
Игенселек
Әрмәнстанда игенселек алып барыуы ауыр сөнки таулы илдә тигеҙ урындары әҙ. Улай булһала Әрмәнстаның күп төбәктәрендә игенселек ҡайһы бер техник культуралары, йөҙөм үҫтереүе генә мөмкин. Бойҙай игенселеге Арарат төбәгендә генә ныҡ үҙләштерелгән.[3]
Энергетика
- Әрмәнстандың гидроэнергетика комплексы 2 ҙур ГЭС, һәм 70 бәләкәй ГЭС менән уралған шулай уҡ 64 бәләкәй ГЭС, һәм 4 ҙур ГЭС төҙөүҙә.
- Әрмәнстанда Атом энергетикаһы ҡулланыла уны Әрмән АЭСы аша етештерелә. Ул 1970 йылдарҙа төҙөлгән һәм 1988 йылдың Спитак ер һелкекнеүенән һуң станция эшен туҡтатырға булдылар. Әммә 1996 йылда энергетик кризис тарафынан АЭС эшен яңынан башларға булды.
Remove ads
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads