Арнольд Владимир Игоревич

СССР һәм Рәсәй математигы From Wikipedia, the free encyclopedia

Арнольд Владимир Игоревич
Remove ads

Арнольд Владимир Игоревич (12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[3][1][10][…], Одесса[3][11][12][…]3 июнь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[13][3][1][…] (72 йәш), XII округ Парижа[d][14]) — СССР һәм Рәсәй математигы, топология, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы, шыма сағылыштар һәм теоретик механика үҙенсәлектәре теорияһы өлкәһендә хеҙмәттәр авторы. XX быуаттың күренекле математиктарының береһе. СССР Фәндәр академияһы академигы (РФА-ның, 1990 йылдан, 1984 йылдан ағза-корреспонденты), АҠШ Милли Фәндәр академияһының (1983)[19], Француз Милли Фәндәр академияһының (1984), Лондон король йәмғиәтенең (1988), деи Линчеи Милли академияһының (1988), Америка фән һәм сәнғәт академияһының (1987), Америка философия йәмғиәтенең (1990), Европа академияһының (1991) сит ил ағзаһы. Физика-математика фәндәре докторы (1963), РФА-ның В. А. Стеклов исемендәге математика институтының төп ғилми хеҙмәткәре, Мәскәү дәүләт университеты һәм Париж-Дофин Университеты профессоры. Бик күп наградалар, Ленин премияһы (1965), Крафорд премияһы (1982), Вольф премияһы (2001), РФ Дәүләт премияһы (2007), Шао премияһы (2008) лауреаты.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Арнольд Владимир Игоревич 1937 йылдың 12 июнендә Одессала тыуа, Мәскәүҙә үҫә һәм уҡый. Уның атаһы Арнольд Игорь Владимирович (1900—1948) математик була. Әсәһе Нина Алексадровна Арнольд (ҡыҙ сағында Исакович, 1909—1986), сәнғәт тарихсыһы була[20]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсәһе менән Магнитогорск ҡалаһына эвакуациялана[21][22]. 59-сы һанлы Мәскәү мәктәбендә уҡый. МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлай (1959), С. Н. Кружков менән бер төркөмдә уҡый.

Мәскәү дәүләт университетында Андрей Николаевич Колмогоровтың 20 йәшлек уҡыусыһы булараҡ[23], 1957 йылда Арнольд, теләһә ниндәй бер нисә үҙгәреүсәнле өҙлөкһөҙ функцияны сикле һандағы ике үҙгәреүсәнле функцияларҙың комбинацияһы күренешендә күрһәтергә мөмкин булыуын күрһәтә, шуның менән Гильберттың өсөнсө проблемаһын хәл итә.

СССР Фәндәр академияһының ғәмәли математика институтында аспирантураны ваҡытынан алда тамамлай (1961) физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай[24]. МДУ ректоры Г. И. Петровский тәҡдиме буйынса механика-математика факультетында уҡыта башлай (1961)[25].

1963 йылдың 11 июнендә 26 йәшендә СССР Фәндәр академияһының ғәмәли математика институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[26][27] . Бынан һуң Арнольд 1987 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетында (1965 йылдан профессор вазифаһында), 1986 йылдан алып һуңғы көнөнә тиклем В. А. Стеклов исемендәге математика институтында эшләй.

Интегралланыусы гамильтон системаларының тотороҡлолоғо тураһында Колмогоров — Арнольд — Мозер теоремаһының авторҙашы. Математиканы (динамик системалар теорияһы, һәләкәттәр теорияһы, топология, алгебраик геометрия), сингулярлыҡ теорияһын һәм классик механиканы үҫтерә.

В. И. Арнольд 400-ҙән ашыу мәҡәләләр һәм бик күп һандағы дәреслектәр һәм монографиялар баҫтырып сығара. Утыҙҙан ашыу китабы күп тапҡыр ҡабатлап баҫтырыла һәм донъяның бик күп теленә тәржемә ителә[27].

В. И. Арнольд — ҙур фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы, уның уҡыусылары араһында: С. А. Баранников, И. А. Богаевский, Р. И. Богданов, А. Н. Варченко, В. А. Васильев, А. Б Гивенталь, В. В. Горюнов, С. М. Гусейн-Заде, А А. Давыдов, В. М. Закалюкин, М.. Э. Казарян, А. Г. Кушниренко, С. К. Ландо, А. И. Нейштадт, Н. Н. Нехорошев, А С. Пяртли, В. Д. Седых, А. Г. Хованский, А Н. Шошитайшвили һәм бик күп башҡалар[28].

Арнольд симплектик геометрияны айырым фән булараҡ айырыу инициаторҙарының береһе булып тора.

В. И. Арнольд үҙенең математик ҡәтғилекте һәм физик интуицияны оҫта ҡатнаштырып асыҡ һөйләү стиле, шулай уҡ ябай һәм аңлайышлы уҡытыу стиле менән билдәле[29]. Уның баҫмалары математиканың традицион бүлектәренә һәр ваҡыт яңы һәм ғәҙәттә геометрик ҡараш булып тора, бындай, мәҫәлән, ябай дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сығарыу. В. И. Арнольд байтаҡ дәреслектәр баҫтырып математиканың яңы өлкәләре үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ләкин Арнольдтың китаптары, иҫбатлау өсөн кәрәкле мәғлүмәт бирмәйенсә, тик интуитив аңлауға ғына нигеҙләнгән раҫлауҙар ингән теориялары булған өсөн тәнҡитләнәләр.

В. И. Арнольд XX быуат уртаһында йәшәгән математиканың абстракцияның юғары кимәлендә ҡәтғи аксиоматик формала сикләнгән яҙылышын булдырырға тырышыуҙарҙы тәнҡитләүсе булып тора. Ул башлыса Никола Бурбаки француз мәктәбенең әүҙемлеге арҡаһында билдәле булған был ҡараш башта Францияла, ә аҙаҡ башҡа илдәрҙә математика уҡытыуға кире йоғонто яһауына тәрән инана[30].

Мәскәү математика йәмғиәте президенты (1996 йылдан алып). 1995—1998 йылдарҙа Халыҡ-ара математик союздың вице-президенты, 1999—2002 йылдарҙа уның башҡарма комитеты ағзаһы. Америка фән һәм сәнғәт академияһының сит ил ағзаһы (1987), Лондон математика йәмғиәтенең почетлы ағзаһы. Бойондороҡһоҙ Мәскәү университетының попечителлек советы рәйесе. «Успехи математических наук» журналының редколлегия ағзаһы

Арнольд В. И. һуңғы ваҡытҡа тиклем Мәскәүҙә В. А. Стеклов исемендәге математика институтында һәм Париж-Дофин Университетында эшләй. 2009 йылға ҡарата Рәсәй ғалимдары араһында иң юғары цитаталау индексына эйә[31]. Арнольд күп мәсьәләләрҙең[32] атап әйткәндә, йәнселгән һум тураһында мәсьәләнең авторы[33].

Файл:Могила академика Владимира Арнольда.JPG
В. И. Арнольдтың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында ҡәбере..

2010 йылдың 15 июнендә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында[34] академик Виталий Гинзбург менән йәнәш ерләнгән.

Ғаиләһе

  • Атаһы — математик һәм методист, педагогия фәндәре докторы, РСФСР Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Арнольд Игорь Владимирович (1900—1948).
    • Атаһы яғынан олатаһы — иҡтисадсы һәм статистик Арнольд Владимир Федорович (1872—1918), народник, «Опыт изучения крестьянских расходов по данным 50 описаний крестьянского хозяйства Херсонского уезда» (1898), «Общие черты агрономической техники и сельскохозяйственной экономики крестьянских хозяйств Херсонского уезда» (1902) һәм «Политико-экономические этюды» (1904) хеҙмәттәренең авторы.
    • В. И. Арнольд атаһы яғынан — яҙыусы Б. С. Житковатың ейән ир туғаны (уның өләсәһе Арнольд Вера Степановнаның,ҡыҙ фамилияһы Житкова, ағайы була).
  • Әсәһе — сәнғәт белгесе, Пушкин музейы хеҙмәткәре Арнольд Нина Александровна (ҡыҙ фамилияһы Исакович, 1909—1986).
    • Әсәһе яғынан олатаһы — Исакович Александр Соломонович (1879—1938, атып үлтерелә) — адвокат, Одесса һыуытҡыс сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре һәм уҡытыу бүлеге мөдире[35]. Уның апаһы Лидия Соломоновна Исакович (1884—1962) физик Л. И. Мандельштамдың ҡатыны. Олатаһы — почетлы гражданин Соломон Леонтьевич Исакович (Федоров типография хеҙмәткәрҙәренә ярҙамлашыу йәмғиәте идараһы рәйесе) ҡатыны Рашель Моисеевна Исакович (ҡыҙ фамилияһы Бейленсон, 1853—1939) менән бергә 1893 йылдан Гаванна урамында № 10/12 килем йорто (Дерибасовская мөйөшө, № 22) хужаһы; 1908 йылда С. Л. Исакович вафат булғандан һуң йорт В. И. Арнольдтың олатаһы А С. Исаковичтың һәм уның ағаһының милкенә күсә.
    • В. И. Арнольд әсәһе яғынан физиктар СССР Фәндәр академияһының Акустика институтының теоретик бүлеге мөдире Михаил Александрович Исаковичтың (1911—1982) һәм Бөтә Союз дәүләт фәнни әҙәбиәт китапханаһының физика бүлеге мөхәррире Наталья Александровна Райскаяның (тыумыштан Исакович, 1913—1988) туғаны; физик Л. И. Мандельштамдың (В. И. Арнольдтың өләсәһе Элеонора (Лея) Исааковна Исаковичтың, тыумыштан Мандельштам, 1886—1978, ҡустыһы) ейән туғаны[36][37][38].
  • Ағайы — Арнольд Дмитрий Игоревич (1939—2019), физик.
    • Ҡустыһы — Арнольд Виталий Дмитриевич (1968—2017), математик, уҡыусылар өсөн математик олимпиадалар ойоштороусы.
  • Һеңлеһе Екатерина (1947)[39].
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • 1957 — Мәскәү математик йәмғиәте премияһы[40]
  • 1965 — Ленин премияһы (академик А. Н. Колмогоров менән бергә) — гамильтон системаларының тотороҡлоғо проблемаһы буйынса эштәр циклы өсөн.
  • 1982 — Швеция короллеге фәндәр академияһынан Крафорд премияһы (Луис Ниренберг менән берлектә)
  • 1992 — РФА-ның Н И. Лобачевский исемендәге премияһы.
  • 1994 — Харви (Harvey Prize), Технион (Хайфа) премияһы
  • 1999 — IV дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены — ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгәне өсөн һәм Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы[41]
  • 2001 — математика буйынса Вольф премияһы
  • 2001 — математик физика өлкәһендә Дэнни Хайнеман премияһы
  • 2007 — Рәсәй Дәүләт премияһы — математика үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[42]
  • 2007 — Черн саҡырылған профессоры
  • 2008 — Шао премияһы[43] — математик физикаға ҙур мөһим өлөш индергән өсөн (Л. Д. Фаддеев менән берлектә)[44]

1992 йылда Европа математик конгресында пленар доклад яһай.

Пьер һәм Мария Кюри (Париж, 1979), Уорик (Ковентри) (1988), Утрехт (1991), Болонья (1991), Комплутенсе (Мадрид) (1994), Торонто (1997) университеттарының почетлы докторы.

Remove ads

Уның хөрмәтенә аталғандар

  • ABC ағымы (Arnold-Beltrami-Childress)
  • Колмогоров — Арнольд — Мозер теорияһы
  • Колмогоров — Арнольд теоремаһы
  • Арнольд телдәре
  • Арнольд сағылышы
  • Арнольд диффузияһы
  • Симплектоморфизмдарҙың хәрәкәтһеҙ нөктәләре тураһында Арнольд гипотезаһы
  • Гильберт — Арнольд проблемаһы
  • Астроном Людмила Карачкина Ҡырым астрофизика обсерваторияһында 1981 йылдың 7 сентябрендә асҡан (10031) Владарнольда астероиды В. И..Арнольд хөрмәтенә аталған.
  • Йәнселгән һум тураһында Арнольд мәсьәләһе
  • Арнольд принцибы (эпонимия тураһында)

Ҡайһы бер баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

Фәнни мәҡәләләре

Интервью һәм популяр мәҡәләләре

Китаптары

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads