Артемьев Ринат Александрович
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Артемьев Ринат Александрович (20 июль 1958 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, "АЖИО" финанс компанияһының президенты. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты [1]. Милләте — татар.
Remove ads
Биографияһы
Ринат Александрович Артемьев 1958 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Күмертау районы Ермолаевка ҡасабаһында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә.
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай.[2]
1980 йылда, университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын Нефть химияһы фәнни-тикшереү институтында инженеры булып эшләй башлай, йәмәғәт эшендә актив ҡатнаша.
1983 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районыкомсомол райкомының икенсе секретары итеп һайлана.
1983-1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында нефтехимия фәнни-эҙләнеү институтының бүлек начальнигы булып эшләй башлай.
1993 йылдан "АЖИО" финанс компанияһының президенты вазифаһын башҡара[3].
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.
Remove ads
Ғаиләһе
Ғаиләһендә бер ул үҫтергән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads