Октябрь районы (Өфө)
Өфө районы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Октябрь районы — Өфө ҡалаһындағы ете райондың береһе.
Remove ads
Тарихы
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1977 йыл 23 мартындағы указы нигеҙендә Өфө ҡалаһының Совет, Калинин һәм Орджоникидзе райондарының бер өлөшөн бүлеп алыу юлы менән ойошторолған. Яңы район булдырыу зарурлығы баш ҡала сәнәғәте үҫеше һәм халыҡ һанының артыуынан тыуа.
Географияһы
Ойошторолғандан алып район ике тапҡыр биләмә сиктәрен үҙгәртә: 1986 йылда (Һупайлы биҫтәһендә йорттар төҙөлөшө бик йылдам барғанға райондың халыҡ һаны ҡырҡа артып китә, шуға ла Октябрь районының бер өлөшөн Совет һәм Орджоникидзе райондарына тапшырырға тура килә). 1992 йылда Өфө районына ҡараған һәм составында Нуғай, Жилино, Зинино ауылдары һәм Нуғай кордоны булған Нуғай ауыл советы ҡушыла.
Октябрь районы биләмәһе 13 613га тәшкил итә.
Remove ads
Халҡы
Иҡтисады
Район биләмәһендә урынлашҡан иҡтисади объекттар:
- «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (УМПО) — Рәсәй һәм БДБ (урыҫ. Содружество Независимых Государств, СНГ) илдәрендәге авиация двигателдәре эшләүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе.
- ААЙ (Асыҡ акционерҙар йәмғиәте) «Уфимский завод Өфө „Промсвязь“ заводы»
- ААЙ «Өфө күн-тире галантереяһы фабрикаһы»
- ААЙ «Өфө шырпылары»
- «Башлеспром» Өфө ремонт-механика заводы
- ЯСЙ (Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт) «Башҡорт граниты»,
- ААЙ «Авиаспецмонтаж»,
- ААЙ «Лесохолдинговая компания» Өфө фанера комбинаты,
- ААЙ"Крупнопанельное домостроение",
- «Баштрансгаз»,
- ААЙ «Газпром»,
- ӨДЭС (Өфө дәүләт элекстр станцияһы) «Башкирэнерго»,
- «Башкирэнерго» компанияһының «Энергостройремонт» предприятиеһы
- «Башкирэнерго» компанияһының АТП-һы
- УПАТП-1, № 6 колоннаһы,
- № 1 Өфө икмәк комбинаты,
- «Иремель» Өфө шарап-араҡы заводы
- «Амстар» һыра ҡайнатыу заводы
Нигеҙ һалынғандан һуң оҙаҡ ваҡыт Октябрь районы һатыу итеү объекттарына ҡытлыҡ кисерә. 1987 йылда «Башкирия», аҙаҡ ТЦ «Башҡортостан» тип аталған республикабыҙҙағы иң ҙур һатыу үҙәге асыла. Әлеге көндә ул лайфстайл үҙәк «Башкирия» тип атала.
Был үҙенсәлекле бинала универсам, «Базар № 1» аҙыҡ-түлек баҙары, дөйөм туҡланыу предприятиеһы, универмаг, бутиктар, ресторандар урынлашҡан. 1990 йылда «Сипайлово» сауҙа-баҙар комплексы эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәрә. Әммә ул 2010 йылда ябыла. 2005 йылда өс ҡатлы «Сипайловский» заманса сауҙа-сервис комплексы төҙөлөшө тамамлана.
Remove ads
Социаль сфера
Район мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары менән дә билдәле: «Салауат Юлаев» спорт һарайы (1967), «Аҡбуҙат» ипподромы (1982, Башҡортостандың Рәсәйгә ирекле ҡушылыуына 450 йыл тулыуға ҡарата 2007 йылда реконструкциялана).
Мәҙәниәт учреждениелары:
- Башҡортостан рус дәүләт академия драма театры (1982 йылда төҙөлгән),
- «Смена» балалар кинотеатры,
- «Искра» мультиплекс-кинокомплексы,
- Сипайлово биҫтәһендәге «Кинопростор» мультиплекс-кинокомплексы,
- Өфө дәүләт циркы (1968 йылда асыла),
- Өфө дәүләт татар театры «Нур».
Районда йәшәүселәр М.Ғәфүри исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында һәм «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында булырға яраталар.
1977 йылда Октябрь район советы башҡарма комитетында һаулыҡ һаулау бүлеге булдырыла. Тәүге етәксе итеп Александр Сергеевич Стоянов тәғәйенләнә. Уның ҡарамағында 6 дауалау учреждение була: 6-сы һанлы дауахана, 15-се больница, 38-се поликлиника, 1-се һанлы балалар поликлиникаһы, 4-се һанлы стоматология поликлиникаһы, 5-се һанлы стоматология поликлиникаһы.
1997 йылда бүлек Октябрь районыны администрацияһының һаулыҡ һаҡлау идаралығына үҙгәртелә.
Район барлыҡҡа килгәндән алып күп кенә учреждениелар: 21-се клиник больница, 5-се һанлы балалар поликлиникаһы, 1-се һанлы балалар поликлиникаһының реабилитация-диагностика бүлегенең беренсе сираты, 43-сө поликлиника, 5-се стоматология поликлиникаһының яңы бинаһы, 43-сө поликлиникаһы филиалының беренсе сираты сафҡа инә.
Райондың белем биреү системаһы 31 дөйөм белем биреү учреждениеһын үҙ эсенә индерә. Шуларҙың иҫәбендә 34 мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары.
Remove ads
Спорт
Районда 1-се һанлы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (СДЮСШОР) бар. Ул Рәсәйҙең шорт-трек үҙәктәренең береһе. Был мәктәптә халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастерҙары тәрбиәләнгән:
- Елистратов Семен Андреевич,
- Захаров Руслан Альберт улы,
- Карнеев Эмиль Ильдар улы,
- Валиуллин Булат Риф улы,
- Кургинян Вячеслав Седракович,
- Чачина Юлия Юрьевна,
- Шумилов Дмитрий Александрович.
Совет осоронда спортсмендар Андрей Максимов, Альберт Тимербулатов, Рәмил Баширов, Андрей Максимов, Альберт Тимербулатовтар билдәлелек яулай.
Remove ads
Билдәле шәхестәре
Октябрь районында йәшәгән һәм әлеге көндә лә йәшәүен дауам иткән яҙыусылар – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары: (алфавит буйынса. 2014 йылғы мәғлүмәттәр буйынса):
- Әбүзәров Салауат Нәзир улы (Сипайлово);
- Аҡбулатова Фәрзәнә Фатих ҡыҙы (Сипайлово);
- Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (Сипайлово);
- Әсәдуллина Әлфиә Нәзиб ҡыҙы (Сипайлово);
- Бәҙретдинов Сәлимйән Миниәхмәт улы (Октябрь проспекты);
- Ғәбиҙуллина Фәниә Рауиль ҡыҙы (Сипайлово биҫтәһе);
- Ғәлимов Флүр Миншәриф улы (Нуғай ауылы);
- Зәкиров Мухамет Тафтизан улы;
- Зиннәтуллин Зәкир Шәкир улы (Сипайлово);
- Игеҙйәнова Нәжиә Заһир ҡыҙы (Сипайлово);
- Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы (Лилиә Һаҡмар)(Р.Зорге урамы);
- Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы (Таңһылыу Ҡарамыш)(Октябрь Проспекты);
- Кәримов Марат Нәби улы (Марат Кәримов);
- Кәримов Салауат Ғайса улы (Салауат Кәрим);
- Низамов Рәшит Зыяфутдин улы (Рәшит Уңғар);
- Павлов Борис Николаевич;
- Харрасова Фәндиҙә Туҡтарғәле ҡыҙы;
- Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы;
- Шәрипов Сабир Нәғим улы (Сипайлово);
- Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (Сипайлово);
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads