Арғаяш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Арғаяш — Силәбе өлкәһендәге ауыл, Арғаяш районының үҙәге. Силәбе ҡалаһынан 56 саҡрым төньяҡ-көнбайышта, Арғаяш күле ярында урынлашҡан. Тимер юлы станцияһы. Халҡы — 10,1 мең кеше (1995).
Remove ads
Тарих
XIX быуат урыҫ яҙмаларында ауылдың исеме Яргояш (Яр + ҡояш) тиелгән. Бынан тыш, ауылдың атамаһы боронғо төрки ир-ат исеме Ағаяш (Ирғаяш, Арғаяш) менән тап килә.
1895 йылда Силәбе — Екатеринбург тимер юлы һалыныуы менән бәйле барлыҡҡа килгән. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһы (1919 йылдан — Башҡорт АССР-ы) Арғаяш кантонының үҙәге була. 1930 йылдан Башҡорт АССР-ы Арғаяш районы үҙәге. 1934 йылда Силәбе өлкәһенә бирелә һәм Арғаяш милли округының үҙәге булып китә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы үҙәге.
Remove ads
Инфрастркутура
Ауылда сәнәғәт предприятиелары — «Полёт» радиозаводының филиалы, 2 урмансылыҡ хужалығы, ҡош үрсетеү фабрикаһы, һөт һәм икмәк заводы, консерва заводы һәм медицина училищеһы бар.
Демография
Билдәле шәхестәре
- Сәғитов Марат Усман улы (1925—1988) — астроном, гравиметрист. Физика‑математика фәндәре докторы (1976), профессор (1977).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads