Силәбе
Рәсәй Федерацияһындағы ҡала, Силәбе өлкәһенең үҙәге From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Силәбе (рус. Челябинск) — Силәбе өлкәһе үҙәге. «Силәбе» — башҡорт теленән топоним. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы[8].

Remove ads
Тарихы
Силәбе ҡәлғәһе 1736 йылда башҡа ҡәлғәләр һымаҡ (Сыбаркүл) башҡорт тарханы Таймаҫ Шәһимов рөхсәте менән һалына[9][10][11]. Шул ҡәлғәнең урынында, элек Силәбе тигән башҡорт ауылы булған, ләкин шул ауыл 1735-1740 йылдарҙағы ваҡиғалар арҡаһында яндырылып ер менән тигеҙләнә.[12]
1743—1781 йылдарҙа Ырымбур губернаһының Иҫәт провинцияһы үҙәге.
1804—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе үҙәге, 1919—1924 йылдарҙа Силәбе губернаһы үҙәге.
1906 йылда Силәбелә тәүге бушлай мосолман китапханаһы ойошторола.
Remove ads
Иҡтисады
- Беренсе йөк ташыу компанияһы филиалы
- Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы
- Мобиль ТелеСистемалар, Элемтә һәм телекоммуникация
- Ростелеком
Халҡы
1,15 млн. кеше. Урыҫтар - 86,5%, татарҙар - 5%, башҡорттар - 3,1%, украиндар - 1,4% һәм башҡалар [6]
Билдәле шәхестәре
- Аҙнабаев Рауил Әхмәтйән улы (29.03.1959), ғалим-офтальмолог. 1982 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтында эшләй, 2003 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987)[13].
- Ғөзәйеров Морат Баҡый улы (22.10.1950), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2003—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Хәмбәлеева Әлфиә Саяр ҡыҙы (2.02.1960—3.07.2013), башҡорт опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).
- Юлашев Игорь Сахиевич (13.08.1938—8.02.2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2001 йылдарҙа Туймазы тәжрибә урман хужалығы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Туймазы районының почётлы гражданы[14].
Remove ads
Университеттар
- Силәбе дәүләт педагогия университеты 1934 йылда асылған.
- Силәбе дәүләт университеты
- Көньяҡ Урал дәүләт университеты
- Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы
- Рәсәй Президенты янында халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәт Рәсәй академияһы(РАНХиГС) филиалы.
- Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты
Административ бүленеш
|
- Силәбенең Калинин районы
- Силәбенең Курчатов районы
- Силәбенең Ленин районы
- Силәбенең Металлург районы
- Силәбенең Совет районы
- Силәбенең Трактор заводы районы
- Силәбенең Үҙәк район
Remove ads
Климаты
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads