Афанасьев Сергей Валерьевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Афанасьев Сергей Валерьевич (29 ғинуар 1987 йыл) — Рәсәй спортсыһы (янғын һүндереү спорты). 2011 йылда янғын һүндереү спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының иң яҡшы спортсыһы[1]. Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры[2](2011). Ике төр ярышта, шулай уҡ команда зачетында Рәсәй йыйылма командаһы составында 2008 йылда Рәсәй чемпионы, 2011 йылда донъя чемпионы. 2011 йылдың 3-4 сентябрендә[3] Котбуста (Германий Федератив Республикаһы) үткән янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса VII донъя чемпионатында ҡуйған ике төр ярыш буйынса донъя рекорды (28,62 с.) эйәһе. 2012 йылда был күрһәткесте үтеп китәләр.
Remove ads
Биографияһы
Сергей Валерьевич Афанасьев 1987 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
Бала сағынан спортты ярата, карате, йөҙөү менән шөғөлләнә. Сергейға 11 йәш тулғас, Стәрлетамаҡтың йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаусы Николай Захаров бабайы уны янғын һүндереү спортына алып килә.
2000 йылда, 13 йәшендә беренсе тапҡыр ярышта ҡатнаша, Сергей зона ярыштарында йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында икенсе һәм штурмлау баҫҡысы буйлап күтәрелеүҙә өсөнсө урын ала.
2001 йылда Башҡортостан йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.
2004 йылда Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәй.
Екатеринбургта Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал Дәүләт янғын хеҙмәте институтында уҡый (2004—2007). Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уҡыу йорттары беренселегенең күп тапҡыр чемпионы.
2007—2009 йылдарҙа янғын һүндереү спорты буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында сығыш яһай.
2008 йылда Санкт-Петербургта йәйге Рәсәй чемпионатында 100 метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында йүгереү буйынса 1-се урынды яулай.
2009 йылда Өфөгә күсә, янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай башлай. «Штурмлау баҫҡысы буйлап уҡыу башняһының 4 ҡаттағы тәҙрәһенә күтәрелеү» дисциплинаһында Рәсәй Кубогына эйә була.
2010 йылда Түбәнге Новгородта Рәсәй ҡышҡы чемпионатында 100 метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында йүгереү буйынса 1-се урынды биләй.
Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Бөтә Рәсәй ярыштарының күп тапҡыр призёры һәм чемпионы була.
Котбуста (Германия) 2011 йылда үткән янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса VII донъя чемпионатында Афанасьев Сергей ике төр ярыш буйынса ярышта 28,62 с донъя рекорды ҡуйып чемпион, шулай уҡ 100 метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатында йүгереү буйынса көмөш призер була. Ошо уҡ ярыштарҙа Рәсәй рекорды һәм өс Башҡортостан Республикаһы рекорды ҡуя. Халыҡ-ара класслы Рәсәй спорты мастеры нормативын үтәй. Рәсәй йыйылма командаһының дөйөм зачетта еңеүенә ҙур өлөш индерә, уның составында команда зачетында донъя чемпионы була.
Remove ads
Эш урыны
2009 йылдан алып Өфө ҡалаһында йәшәй, «Башҡортостан Республикаһы буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәтенең 22-се отряды» федераль ҡаҙна учреждениеһының ПЧ-9 ҡарауыл начальнигы.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads