Әшә (ҡала)

Силәбе өлкәһе ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Әшә (ҡала)
Remove ads

Әшә — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә Әшә районында урынлашҡан ҡала. Әшә районы административ үҙәге[3].

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Ҡаланы барлыҡҡа килтергән предприятие: Әшә металлургия заводы[4].

Remove ads

Географияһы

Ҡала өлкәнең көбайышындағы иң ситке өлөшөндә, Башҡортостан Республикаһы сигендә нигеҙләнгән. Ул Ҡаратау итәгендә, Эҫем йылғаһы буйында (Ағиҙелгә ҡойған йылға), Силәбе ҡалаһынан 377 км көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ошо урында Эҫемгә Әшә йылғаһы килеп ҡушыла.

Куйбышев тимер юлының Мәскәү — Силәбе һыҙатында урынлашҡан Әшә станцияһы.

Этимологияһы

Атамаһы буйынса ике фараз йәшәй. Береһе топонимды «аша» һүҙе менән бәйләй, йәнәһе, тауҙар аша аҡҡан йылғаға Аша (Әшә) атамаһы бирелгән[5]. Икенсе фараз атаманы шулай уҡ башҡорт һүҙе — асы (әсе) менән бәйләй, йылға башта документтарҙа Асы тип яҙып алынған булған.

Тарихы

Ҡала 1898 йылда Әшә-Балашово суйын иретеү заводы төҙөү айҡанлы барлыҡҡа килә, 1933 йылдың 20 июненән — ҡала, 1963 йылдың 1 февраленән — өлкәгә буйһоноулы ҡала. Ҡала көнө июлдең өсөнсө шәмбеһендә үткәрелә. 1998 йылда ҡаланың 100 йыллығын билдәләнеләр.

2012 йылда ҡала янында Уралда тәүге тапҡыр дикобраз теше табылған, уны яҡынса 120 мең йыл элек йәшәгән тип иҫәпләп сығарғандар. Элек бында ул йәнлек бер ҡасан да йәшәмәгән тип һаналған[6].

Халҡы

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[7] ҡалаһы араһында [8] 375-се урында була

Климаты

Уртаса климат. Йылына уртаса 577 мм яуым-төшөм була. Иң йылы ай — июль, уртаса температураһы 19,3 ° C, иң һалҡыны — ғинуар, уртаса температураһы −13,7 °C.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Иҡтисады

Әшә заводтары: Әшә металлургия заводы, яҡтылыҡ техникаһы (электроарматура), урман-химия комбинаты (1932 йылда төҙөлгән), төҙөлөш материалдары етештерелә. Леспромхоз 2004 йылда ябылған.

1990-сы йылдарға тиклем тар колеялы тимер юл эшләп килгән, ул ағас сығарыуға тәғәйенләнгән булған[9].

Мәҙәниәте

Thumb
Тауҙан ҡала үҙәге күренеше
Thumb
Көҙгө Йүкәле Урман

Ҡалала индустриаль техникум, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты филиалы, тәбиғәт музейы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм музей-күргәҙмә үҙәге бар[10].

«Металлург» футбол клубы эшләй. Әшәнән йыраҡ түгел Атъегәрҙәк тау курорты урынлашҡан, Йүкәле Тау — Силәбе өлкәһенең ҡурсыулы тәбиғәт объекты тип иғлан ителгән

Киң мәғлүмәт саралары

Телевидение (эфир)

  • Россия 1 — 4 ТВК
  • Первый канал (Россия) — 9 ТВК
  • РЕН ТВ — 12 ТВК
  • НТВ — 23 ТВК
  • Матч ТВ — 26 ТВК
  • Пятый канал (Россия) — 28 ТВК
  • ОТВ (Силәбе) — 38 ТВК

Радио тапшырыуҙары (FM)

  • 99,8 FM — Радио Дача
  • 101,8 FM — Love Radio
  • 103,2 FM — Авторадио

Пресса

Әшәлә 1930 йылдың 3 октябренән «Стальная искра», 2000 йылдан «Заводская газета», 1991 йылдың 18 апреленән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Пёстрый мир» гәзиттәре сығып килә.

Remove ads

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads