Аэропорт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Аэропо́рт ( франц. aéroport; бор. юнан. ἀέριος һауа («воздушный») + лат. portus «гавань», «пристань») — һауа судноларын ҡабул итеү, оҙатыу, һаҡлау, пассажирҙарҙы ташыу өсөн ҡоролмалар комплексы. Был комплексҡа аэродром, аэровокзал (ҙур аэропорттарҙа бер нисә аэровокзал була), бер йәки бер нисә йөк терминалы һәм ерҙә төҙөлгән башҡа ҡоролмалар һәм кәрәкле йыһаз-ҡоролмалар инә .
1919 йылда Көнсығыш Германияла Кёнигсберг (хәҙерге Калининград, РФ) янында асылған Девау аэропорты донъялағы иң тәүге аэропроттарҙың береһе. Гидросамолеттар осошон тәьмин итеү өсөн гидроаэропорттар төҙөлә. Бындай аэропортарҙың осош һыҙаты юҡ — уның функцияһын йылға, күл йәки диңгеҙ өҫтө башҡара . Халыҡ-ара аэропорт — һауа суднолары менән халыҡ-ара пассажирҙар һәм йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән аэропорт, унда сик буйы һәм таможня контроле бар[1].
Remove ads
Аэродром

Бөтә аэропорттарҙа ла аэродромда осош һыҙаттары (ВПП) һәм ерҙә самолет йөрөтөү юлы (РД), перрон (ҙур аэропорттарҙа бер нисә),самолет туҡталҡаһы һәм заправкалар, складтар һәм һауалағы хәрәкәт менән идара итеү комплексы ( түбәндәге хеҙмәттәр: һауалағы хәрәкәтте ойоштороу, электрорадиотехник һәм электросветотехник, метеорологик, штурман эше һәм башҡалар).
Аэродромдар бик көслө тауыш сығанағы булараҡ, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә .
ИКАО аэродромдарының код билдәләре
(Приложение 14. Аэродромы. Том 1. Проектирование и эксплуатация аэродромов)
Remove ads
Файҙалы йөк хеҙмәтләндереү комплексы
Аэровокзал комплексы (пассажирҙар терминалы)
Аэровокзалда пасссажирҙарҙы аэропорт территоряһына инеү менән осоп китеүгә, самолеттан төшкәндә трап биреүҙән аэропорттан сығып китеүгә хәтле хеҙмәтләндереү бүлектәре эшләй:
- авиакомпаниялар вәкиллектәре;
- пассажирҙар ташыу хеҙмәтен ойоштороу;
- хәүфһеҙлек хеҙмәте;
- багаж хеҙмәте;
- сик буйы, иммиграция һәм таможня тикшереүе хеҙмәттәре;
- ресторан, кафелар, пассажирҙарҙы ял, ашау һәм башҡа мөмкинлектәр менән тәьмин итеүсе ойошма һәм предприятиелар, гәзит-журналдар, сувенирҙар һатыусы нөктәләр һәм магазиндар.
Йөк комплексы
Һауа суднолары бортына йөк һәм почта ҡабул итә, рәсмиләштерә, эшкәртә һәм тейәй. Йөк комплексында йылытылған склад, төрлө йөк ташыу ҡоролмалары һәм механизмдары, айырым килеш һәм контейнерҙарҙа тейәү саралары була.
Аэропрот территорияһында йөрөүҙе тикшереү
Аэропорт территорияһы бер нисә зонаға бүленә[2]:
- Тикшереү булмаған зона — йөрөү ирекле
- Тикшереү булған зона — аэропорттағы контроль аша инергә рөхсәт ителгән территория, биналар һәм биналарҙың өлөшө
- Тикшереү зонаһы — кешеләрҙе һәм әйберҙәрҙе тикшереү урыны, нөктәһе
- Стериллек зонаһы — һауа судноһы менән тикшереү үтеү урыны араһындағы ныҡ тикшерелеү урыны
Тикшереү булмаған зона— «дөйөм зона» һәм тикшереү булған зона— «таҙа зона» тип тә йөрөтөлә[3].
Remove ads
Аэропорттың класы
«Международный аэропорт» тураһында эҙләү ошонда йүнәлтелә. Был турала айырым мәҡәлә яҙырға.
Аэропорттың класы пассажирҙар ташыу (пассажирҙар менән алмашыу) йыллыҡ кимәленән сығып билдәләнә, йәғни бөтә килгән һәм киткән пассажирҙар иҫәбенә бәйле ( бер самолеттан икенсеһенә күсеп ултырыусылар ҙа иҫәпләнә).
Аэропорттарҙың йыллыҡ пассажирҙар ташыу кимәленән сығып билдәләнгән класы :
Аэропорт класы | Йыллыҡ пассажирҙар ташыу кимәле мең кеше |
I | 10000—7000 |
II | 7000—4000 |
III | 4000—2000 |
IV | 2000—500 |
V | 500—100 |
10 млн кешенән артыҡ пассажир ташыусы аэропорттар кластан тыш тип, ә йылына 100 мең кешенән әҙерәк кеше ташығаны — класс ҡуйылмай торған тип атала. Класс ҡуйылмай торған урындағы һауа юлдары аэропорттары 3-сө йәки 4-се класлы аэродромдарҙа урынлаша, уларҙа яһалма йәки грунт осош һыҙаты ( 4-се класс аэродромдарҙа осош һыҙаты булып йыш ҡына автомобиль юлы тора) була.
Һауа хәрәкәте менән идара итеү
Һауалағы хәрәкәт менән идара итеү (УВД)- һауалағы хәрәкәт, уларҙың хәүфһеҙлеген тәьмин итеү, тәртибе һәм тиҙлеге менән идара итеү мәсьәләһе. Иң ҙур аэропорттарҙа һауа хәрәкәте менән идара итеү – бик ҡатмарлы өс үлсәмдә лә йыш барған хәрәкәт менән идара итеүҙе талап иткән операциялар теҙмәһенән ғибәрәт.
«Күтәртелгән» йәки «тикшереү булған» аэропортта диспетчер вышкаһы бар, унда авиадиспетчерҙар эшләй. Осоусылар авиадиспетчерҙар менән ике яҡлы бәйләнештә торорға , улар биргән инструкцияларҙы инҡар итмәй, буйһонорға тейеш . « Яуап бирмәүсе » аэропортта операцион диспетчер вышкаһы юҡ, шуға ла ике яҡлы бәйләнеш кәрәкмәй. Был осраҡта ла осоусылар үҙ ниәттәрен дөйөм консультатив хәрәкәт йышлығында (общая консультативная частота движения,CTAF) башҡа самолеттарға белдерергә тейеш.
Донъялағы аэропорттарҙың күбеһе - ҙур булмаған башняһыҙ ҡоролма. Бөтә аэропорттарҙа ла тәүлек әйләнәһенә эшләүсе һауа хәрәкәте менән идара итеү (УВД) юҡ. Алыҫтағы һәм виртуаль вышка (RVT)- аэропортта булмаған диспетчерҙар хеҙмәтләндергән һауа хәрәкәте системаһы. Аэропорттарҙа һауа хәрәкәте менән идара итеү буйынса вазифалар ғәҙәттә ике өлөшкә бүленә: ер өҫтөндәге һәм вышка. Бер диспетчер икеһендә лә эшләүе мөмкин.
Remove ads
Аэропорттарҙың региональ үҙенсәлектәре
Рәсәйҙә иң көсөргәнешле ваҡыт — июнь- сентябрь айҙары[4].
1992 йылда Рәсәйҙә 1300 аэропорт булған. РФ дәүләт аэропорттар реестрында 2011 йылдың апрель айына -241 аэропорт, шуларҙың 71 — халыҡ-ара. [5]
National Bureau of Statistics of China мәғлүмәттәре буйынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһында 1990 йылдан 2010 йылға тиклем аэопорттар һаны 1,9 тапҡырға артҡан.
2008 йыл мәғлүмәттәре буйынса донъяла иң күп аэропортлы илдәр: [АҠШ]] — 14 951, Бразилия — 4176, Мексика — 1848. [6]
Өфө халыҡ-ара аэропорты АЙ (рус. АО «Международный аэропорт Уфа́») — Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты, Волга буйы федераль округында иң ҙур аэропорт. Аэропорттың менеджмент сифаты системаһы ISO 9001:2008 стандарт менән сертификатлған[7] Өфө аэропорты 2018 йылда 3,2 млн пассажир хеҙмәтләндергән.
Remove ads
Ҡара
- Местные воздушные линии
- Список наиболее загруженных аэропортов России
- Список терактов в международных аэропортах
Иҫкәрмә
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads