АҠШ президенты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Америка Ҡушма Штаттары президенты (ингл. President of the United States) — АҠШ башлығы, илдең иң юғары сәйәсәт хеҙмәткәре, АҠШ Армияһы һәм Флоты етәксеһе. Конгресс ҡабул иткән ҡанундарға вето һалыу хоҡуғына эйә. Вазифа 1787 йылда ҡабул ителгән АҠШ Конституцияһы менән индерелә.
АҠШ-тың беренсе президенты — Джордж Вашингтон, был вазифаны 1789 йылда биләй. Илдең бөгөнгө президенты — Джо Байден, 46-се президент 2021 йылдың 20 ғинуарындағы инаугурациянан[6]
- 1862 йылдың 22 сентябрендә — АҠШ президенты Авраам Линкольн негр-ҡолдарҙы азат итеү тураһында иғлан итә.
Remove ads
Кандидатҡа талаптар
Президентҡа кандидат булып 35 йәштән өлкәнерәк булған, Америка Ҡушма Штаттары кәмендә 14 йыл йәшәгән АҠШ гражданы була ала. Һайлау ваҡытына йәш буйынса иң оло президент Рональд Рейган була, ул 69 йәшендә был вазифаға һайлана. Иң йәш ил башлығы Теодор Рузвельт (42 йәш).
1951 йылда Конституцияға ҡабул ителгән төҙәтмәләр буйынса бер үк кеше иң күбе 2 тапҡыр президент була ала.
Элекке президенттар
- Джордж Вашингтон
- Теодор Рузвельт
- Джон Кеннеди
- Барак Обама
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- АҠШ президенттары исемлеге
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads