Дональд Трамп
Америка Ҡушма Штаттарының 45-се президенты (2017-2021), 47-се президент (2025 йылдан) From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
До́нальд Джон Трамп (ингл. Donald John Trump; 14 июнь 1946 йыл) — Америка Ҡушма Штаттарының 45-се президенты (2017—2021), Республикандар партияһы вәкиле[6].
Билдәле бизнесмен һәм медиамагнат[7][8], «Trump Organization» төҙөлөш конгломератының президенты, уйын һәм ҡунаҡхана бизнесы буйынса махсуслашҡан «Trump Entertainment Resorts» компанияһына нигеҙ һалыусы. Бынан тыш Трамп «Кандидат» реалити-шоуының ҡуйыусы продюсеры һәм алып барыусыһы. Ғәҙәти булмаған (экстравагант) тормош алып барыусы һәм асыҡ, эскерһеҙ аралашыу стиле менән билдәле.
2015 йылдың 16 июнендә АҠШ президенты вазифаһына һайланыу өсөн көрәш башлауы хаҡында белдерҙе[9]. 2016 йылдың майындағы праймеризда, Республика партияһынан барыһын да уҙып китеп, үҙен президентлыҡҡа кандидат итеү күрһәтеүҙе тулыһынса тәьмин итте[10]. Партияның 18—21 июлдә үткән съезында президент вазифаһына кандидат итеп рәсми күрһәтелде. 2016 йылдың 8 ноябрендәге президент һайлауында, Демократтар партияһы вәкиле Хиллари Клинтонды уҙып китеп, Трамп еңеү яуланы[6].
2017 йылдың 6 ғинуарында АҠШ Конгресы илдә үткән Президент һайлау һөҙөмтәләрен рәсми раҫланы[11].
Remove ads
Биографияһы
Дональд Трамп 1946 йылдың 14 июнендә Нью-Йорк штатының административ берәмеге Куинста тыуған. Атаһы Фред Крист Трамп (1905—1999) яғынан олатаһы һәм оләсәһе немец имигранттары була.
Китаптары
- «Выживание на вершине» (1990)
- «Искусство выживания» (1991)
- «Искусство возвращения» (1997)
- «Америка, которую мы заслуживаем» (2000) (совместно с Дейвом Шифлеттом, ISBN 1-58063-131-2)
- Как стать богатым (2004) — ISBN 978-5-9614-5887-9
- «Путь наверх» (2004)
- «Думай как миллиардер. Всё, что следует знать об успехе, недвижимости и жизни вообще» — ISBN 978-5-9614-5886-2 (2004)
- «Мой лучший совет по игре в гольф» (2005)
- «Почему мы хотим, чтобы вы были богаты» (2006) (в соавторстве с Робертом Кийосаки)
- «Мысли по-крупному и не тормози!» (2007) (в соавторстве с Билли Занкером, ISBN 978-0-06-154783-6)
- «Мой лучший совет по недвижимости: 100 лучших экспертов делятся своими стратегиями» (2007)
- «Формула успеха» (2007)
- «Трамп никогда не сдаётся. Как я превратил мои самые большие проблемы в успех» (2008)
- Дональд Трамп, Тони Шварц. Искусство заключать сделки = The Art of the Deal. — М.: Юнайтед Пресс (Россия), 2010. — 288 с. — (Библиотека Pio Global). — ISBN 978-5-904522-66-7.
- «Дар Мидаса» (2012) (совместно с Робертом Кийосаки)
- «Изувеченная Америка: Как сделать Америку снова великой» (2015)
Remove ads
Ҡыҙыҡлы факт
- 2017 йылдың 20 ғинуарындағы инаугурация көнөндә Трамп беренсе срокка вазифаһын алған АҠШ президенттарының йәш буйынса иң өлкәне буласаҡ.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads