Базилика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Базилика (юнан. βασιλική — «базилевс йорто, батша йорто») — тура мөйөшлө пландағы төҙөлөш тибы[1]. Үҫешкән формала христиан базиликаһы ғәҙәттә бейеклеге буйынса төрлө, таҡ һанлы (1, 3 йәки 5) нефтарҙан тора.
Тасуирламаһы
Күп нефлы базиликала нефтар колонналарҙың йәки бағаналарҙың буй рәттәре менән бүленгән, үҙ аллы түшәмле булыусан. Үҙәк нефы — ғәҙәттә киңерәк һәм бейеклеге буйынса ҙурыраҡ, икенсе ҡаттың тәҙрәләре ярҙамында яҡтыртыла. Үҙәк нефтың икенсе ҡатында тәҙрәләр булмаһа төҙөлөш псевдобазилика тибына ҡарай.
Базиликалар тип шулай уҡ, архитектураһы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иң әһәмиәтле рим-католик ҡорамдарын да атайҙар. Архитектура теорияһында төрлө бейеклектәге нефтарҙың нисбәтен асыусы, бинаның терәк, таяу һәм тәҙрә ҡоролошоноң арҡыры киҫелеш һыҙмаһы «Базиликаль киҫелеш» тип атала.
«Базиликаль яҡтыртыу тибы» — тәҙрәләрҙең үҙәк нефтың өҫкө өлөшөндә, ситке нефтың түбәләре өҫтөндә урынлашыуы[2].

Боронғо базилика идеяһына әйләнеп ҡайтыуҙы ҡайһы бер төҙөүсе-эклектиктар хуплаған; быға Турҙағы Изге Мартинбазиликаһы миҫал булып тора ала. Американың Пенсильваниялағы Маккиспорт ҡаласығында урынлашҡан Немец сиркәүе рим базиликаһынаына иң яҡыны тип иҫәпләнә, ул 1888 йылда изгеләштерелгән. Рәсәй территорияһында классик типтағы бер генә базаиликпль ҡорам да юҡ (Византия осоронда шулай ҙа бындай биналар Херсонеста төҙөлгән).
Remove ads
Галерея
- Рим форумында Максенция-Константин базиликаһы емереклектәре (IV быуат башы)
- Максенция-Константин базиликаһы планы
- Трирҙа Константиндың бер нефлы базиликаһы интерьеры, Германия (IV быуат башы)
- Равеннала өс нефлы Сант-Аполлинаре-Нуово базиликаһы (VI быуат)
- Римда биш нефлы лютеран базиликаһында төп неф
- Пизала Сан-Пьеро-а-Градо роман базиликаһы (X быуат)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads