Неф (архитектура)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Неф йәки карап[1] (франц. nef, лат. navis — корабль) — оҙонса бина, уның интерьерының (ғәҙәттә, базилика тибындағы биналарҙа) күрше нефтарҙан айырып торған колонналар йәки бағаналар менән бер йәки ике яҡтан сикләнгән бер өлөшө[2].
Шулай уҡ сиркәүҙең бер өлөшөн неф тип атайҙар.
Этимологияһы
«Неф» һүҙе латин телендәге navis - «карап» һүҙенән килеп сыҡҡан.
Күҙалланыуынса, был исем ғибәҙәтхананың төп майҙанының әһәмиәтен билдәләргә тейеш булған, сөнки карап мәсихселәр сиркәүенең символдарының береһе булған[3] [4].Бәлки, ул шулай уҡ ҡорамдың был өлөшөнөң караптың баштүбән корпусы менән оҡшашлығын сағылдыралыр[5].
Тарихы
Интерьерҙы нефтарға бүлеү боронғо грек ҡорамдарында барлыҡҡа килгән. Боронғо рим архитектураһында граждандар биналары — базиликалар интерьеры бер нисә параллель нефтан торған
IV быуаттан башлап базилика тибы христиан ҡорамдары өсөн үҙләштерелә, һәм неф христиан архитектураһының киң таралған элементы булып китә[6].
Галерея
- Изге Петр базиликаһы. IV быуат фрескаһы
- Сен-Савен-сюр-Гартамп роман сиркәүенең нефы,зал тибы көмбәҙе менән ябылған
- Урта быуат готик соборы көмбәҙле нефы
- Римдағы Санта Мария Маджоре базиликаһы. V быуат ахыры биҙәлеше.
- Сан-Паоло-фуори-ле-Мура базиликаһының үҙәк нефы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads