Балаҡатай районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Балаҡатай районы
Remove ads

Балаҡатай районы (рус. Белокатайский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән сиктәш урынлашҡан. 1930 йылда Иҫке-Балаҡатай районы ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелгән. Майҙаны — 3037 км². Район үҙәге — Яңы Балаҡатай ауылы, Өфөнән 341 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Үңкерҙенән (Силәбе өлкәһе) 35 км.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

Халҡы — 22,6 мең (2010) кеше (1970 — 27,5 мең; 1979 — 24,9 мең; 1989 — 22,1 мең; 1995 — 23,0 мең кеше). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселек урыҫтар һәм башҡорттар йәшәй. Районда барлығы 46 ауыл. Кешеләрҙең күбеһе (1989 халыҡ иҫәбен алыу буйынса) Яңы Балаҡатай (5,3 мең), Ҡарлыхан (1,7 мең), Урғалы (1,5 мең), Ямаш (1,2 мең) ауылдарында көн итә.

Remove ads

Географияһы

Район территорияһы Ҡариҙел менән Әй йылғаларының түбәнге ағымы араһында ята. Диңгеҙ кимәленән 300—400 метр өҫтә. Ул ерҙәр йылға туғайҙары, ҡулауыҡтар менән ныҡ ҡына бүлгеләнгән. Көнсығыш яғын Уралдың көнбайыш битләүендәге алғы һырттар теҙмәһе (Масҡары арҡа, Ҡарауылтау, Һараяҡ, Аҡҡашҡа һ. б.) биләй. Орографик факторҙар тәьҫире арҡаһында яуым-төшөм күләме 550—600 мм-ға барып етә, йылы ваҡыт 90—100 көндән артмай.

Һоро һәм ҡарағусҡыл һоро урман тупрағы, ә көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һоро һәм ҡарағусҡыл һоро тау-урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Райондың 46,8% ерен ҡатнаш урмандар алып тора. Ҡондоҙ, шәшке, ҡама, ҡырағай йәнлек һәм ҡош-ҡорттоң башҡа һунар-промысла төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Ҡарлыхан менән Балаҡатай заказниктары ойошторолған.

Районда ҡомташ (Яңы Балаҡатай), кирбес балсығы (Атарша), ҡом, ҡомло ҡырсынташ кеүек материалдар ҡатнашмаһы, агрономик рудалар: эзбизташ, күл эзбизе, торф туфы (Аҡсаған) ятҡылыҡтары табылған. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө урындағы ихтыяж өсөн ҡулланыла.

Remove ads

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Remove ads

Иҡтисад

Ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 124,7 мең га (район територияһының 41,1%), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 84,2 мең га, сабынлыҡ — 17,2, көтөүлек — 23,3 мең га. Ауыл хужалығы малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, сусҡасылыҡ үҫешкән, Балаҡатай май-сыр комбинатыты — Районда ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе берҙән-бер предприятие. Урман ресурстары Ҡарлыхан леспромхозы, Урғалы һәм Ҡаҙыр ағас әҙерләү участкалары тарафынан файҙаланыла.

Урғалы ауылында «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәтенең юл етештереү идаралығы (ЛПУ)урынлашҡан. Идаралыҡ Төмән өлкәһенән барған нефть һәм газ торбаларзы хеҙмәтләндерә.

Транспорт

Районды транспорт менән хеҙмәтләндереүҙә ике тимер юл станцияһы: Үңкерҙе (район территорияһынан ситтә) һәм Урғалы (район территорияһында) ҡатнаша. Үңкерҙенән Яңы Балаҡатай ауылынана автомобиль юлы бара. Яңы Балаҡатай—Үрге Ҡыйғы һәм Яңы Балаҡатай—Ҡарлыхан—Оло Устьикин автомобиль юлдары районды республика әһәмиәтендәге Өфө—Бөрө—Сулея—Һатҡы, Мәсәғүт—Красноуфимск автомобиль магистралдәре менән тоташтыра. Урғалы тимер юл станцияһында «Уренгой—Силәбе—Петровск» газ үткәргесенең газ ҡыуҙырыу станцияһы урынлашҡан. Яңы Балаҡатайҙа аэропорт эшләй.

Remove ads

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 38 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта мәктәп; 1 музыка мәктәбе, 1 ПУ, 21 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район, 3 участка дауаханаһы бар.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Новый Белокатай» — «Яны Балакатай» гәзите сыға.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads