Муниципаль район

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Муниципа́ль район[1] йәки муниципаль округ[2] — административ-территориаль берәмек, үҙ эсенә билдәле бер территорияла йәшәгән халыҡты ала. Ул территория тип ҡала, ауыл, ауылдарҙың ҙур булмаған төркөмө йәки ауыл районы атала.

Thumb
Учалы ҡала-район муниципаль район хакимиәте йорто

Рәсәйҙә

Рәсәйҙә муниципаль район — муниципаль берәмектең бер төрө, ҡала, ауыл һәм ауыл ара территорияларын берләштергән урындағы уҙидаралыҡ органдарының формаһы[3].

Муниципаль райондың административ үҙәге булып урындағы инфраструктура һәм ғәҙәт буйынса билдәләнгән тораҡ пункты һанала. Бында муниципаль берәмектең вәкәләт органы ла урынлаша.

«Муниципаль район» һүҙбәйләнеше 2003 йылдың 6 октябрендә № 131-ФЗ «Рәсәй Федерацияһында урындағы уҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» федераль законды ҡабул иткәс, барлыҡҡа килә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads