Башкиров Емельян Григорьевич

Сауҙагәр From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Башкиров Емельян Григорьевич (1807—1891 йәки 1887[1]) — Түбәнге Новгород сауҙагәрҙәр Башкировтар нәҫеленә, «Емельян Башкировтың уландары менән Сауҙа йорто»на нигеҙ һалыусы[2].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Вафат булған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Сығышы буйынса Түбәнге Новгород өйәҙенең Копнино ауылы крепостнойҙарынан, Григорий Башкировтың кесе улы, ғаиләлә унан башҡа ике ағаһы була: Семен һәм Матвей[3].

Григорий Башкиров башта Карпов алпауыттарҙың, ә һуңынан генеральша В. Н. Лишеваның крепостнойы була. И. А. Макаров тикшеренеүҙәре буйынса, Емельян Башкиров ғаиләһе менән 1847 йылда иреклекте һатып алған һәм Түбәнге новгород мещанлығына яҙыла[4]. Икенсе версияға ярашлы, уны 1850 йылда хужаһы Түбәнге Новгородта оброкка ебәрә. Тегенселек эшенә ҡарағанда Емельян Башкиров бесән менән сауҙа итеүгә өҫтөнлөк бирә[3][5]. Крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлөүгә 1861 йылда ул бер әҙерәк аҡса туплауға өлгәшә һәм Түбәнге Новгородта бәләкәй генә йорт һатып ала, шунда үҙенең ғаиләһен күсерә. Был ваҡытта уның өс улы була: Николай, Яков һәм Матвей. Атаһынан айырмалы рәүештә улар уҡый, яҙа, һанай беләләр[5]. Түбәнге Новгород йәрминкәһендә иген менән сауҙа итеү өсөн лавка һатып ала, бер әҙерәк ваҡыт үткәс, игенде Волга буйлап ташый башлай, артабан игенде эшкәртеү менән шөғөлләнә: Мыс ауылы эргәҙендә Линда йылғаһында тәүге һыу тирмәнен, ә һуңынан — Канавинда «Слободская» пар тирмәнен төҙөй[6].

1870 йылда Емельян Башкиров беренсе сауҙагәр гильдияһына инә. Яңы асылған «Емельян Башкировтың уландары менән Новгород Сауҙа йорто» сауҙа-он етештереү предприятиеһы Түбәнге Новгород нотариусы Шубинский тарафынан 1871 йылдың 23 ноябрендә раҫланған[5]. 1870 йылдарҙың икенсе яртыһында фирманың йыллыҡ килеме 300—400 мең һум тәшкил итә. 1877 йылда Башкировтар «миллионщик» булып китә: фирманың таҙа капиталы 1,2 млн һумға тиерлек етә[2][5].

1886 йылда Емельян Башкиров эшенән ситләшә[5].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads